Үҙән (Башҡортостан)
Ауыл | |
Үҙән рус. Узян | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453522 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Үҙән (рус. Узян) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. Үҙән ауыл советының үҙәге.
2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1140 кеше[2].
Почта индексы — 453522, ОКАТО коды — 80211852001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1773 йылдың декабрендә Үҙән йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән һәм баш күтәреүселәр тарафынан яндырылған Кухтур заводы урынында Үрге Үҙән йылғаһында Е. Н. Демидов яңы завод төҙөй. Үрге Үҙән заводы 1777 йылдың 10 июнендә сафҡа индерелә. Уның 2 домна мейесе, 4 крица сүкеше була. 1807 йылда завод — 95 433 бот, 1851 йылда 88 575 бот суйын иретә, һәм уға ярашлы 27 082 һәм 26 267 бот тимер сүкей. 1816 йылда Үҙәндә 96 йортта 240 ир-ат крәҫтиән йәшәй. 1866 йылда 2955 кеше һәм 414 йорт иҫәпләнә. Ауылда завод тимер юлы була, баҙар көндәре үткәрелә[3].
1755 йылдан алып 1918 йылға тиклем ауылда Вогау һәм Ко компанияһына ҡараған Үҙән заводы эшләй.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме Үҙән йылғаһы атамаһынан[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1140 | 548 | 592 | 48,1 | 51,9 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (76 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Милли составы: Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдары буйынса (2010), ауыл халҡының милләте — рустар (76%).
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 52 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 52 км[6]
- Ағиҙелдең һул ярында урынлашҡан.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Артамонов, Владимир Иванович (1906—1944) — лётчик, Халхин-Голдағы һуғышта һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы.
- Жеребин, Борис Николаевич (1907—2005) — Кузнецк металлургия комбинаты директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, профессор.
- Немкова Татьяна Ивановна (22.11.1937—9.03.2012) — 1956—1981 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты канатсыһы. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм өс дәрәжә (1-се дәрәжә — 1986, 2-се дәрәжә — 1981, 3-сө дәрәжә — 1975) Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры[7].
- Туленков, Константин Иванович (1908—1978) — инженер-металлург, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1952), Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы.
Кинематограф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙән ауылында «Вечный зов», «Тени исчезают в полдень», «Золотая речка», «Пропавшая экспедиция» тигән кинофильмдар һәм телесериалдар төшөрөлгән.
Киң мәғлүмәт сараларында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙән ауылы «Следопыт» тапшырыуында(недоступная ссылка)
Видеояҙмаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео «Здравствуйте, односельчане!» в селе Узян
- YouTube сайтында Видео Узян.
- YouTube сайтында Видео Селу Узян исполнилось 240 лет
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 114. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 79. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Немкова Татьяна Ивановна 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2017)