Эстәлеккә күсергә

Үҙән заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Үҙән заводы (Үрге Үҙән заводы) 1777 йылда Нуғай даруғаһының Тамъян һәм Түңгәүер улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә, Үҙән йылғаһы буйында төҙөлә. Ҡағы тау округына ингән заводҡа хужаһы Е. Н. Демидов суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала.

1772 йылда Е. Н. Демидов Көхтөр суйын иретеү заводын төҙөй башлай. 1773 йылда Көхтөр йылғаһында яңы завод сафҡа инә, әммә эшләп өлгөрмәй: баш күтәргән пугачевсылар заводты баҫып алалар һәм үртәйҙәр. Пугачев ихтилалы баҫтырылғас, Евдоким Демидов Көхтөр заводын тергеҙмәй, ә Үрге Үҙән йылғаһында яңыһын төҙөргә була. Шулай итеп, 1777 йылдың 10 июлендә Үрге Үҙән заводы эшләй башлай һәм Демидов 4 завод комплексына хужа булып ала[1].

1777 йылдан 1782 йылға тиклем завод хужаһы Е. Демидов була.

Евдоким Демидовтың вафатынан һуң, 1782 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1783 йылда) йылда завод уның улдары — И. Е. һәм С. Е. Демидовтарға күсә. 1784 йылдан — заводтың берҙән-бер хужаһы Иван Демидов. 1830 йылда Иван Демидов Үрге Үҙән заводын электән Демидовтың заводтарына ҡаныҡҡан Андрей Пашковҡа һата. Заводта бер ниндәй ҙә ремонт эштәре башҡарылмай, реконструкция үткәрелмәй тиерлек. Ҡайһы бер йылдарҙа завод продукцияһы етештерелмәгән саҡтар ҙа була (1863—1865)[2].

1882 йылда бөлгөнлөккә төшкән әлеге завод һәм Ҡағы заводы «Вогау һәм К°» Сауҙа йортона һатыла. Сауҙа йортҡа нигеҙ һалған Максимилиан Вогау Рәсәйгә Германиянан XIX быуат уртаһында килә һәм бында бик уңышлы империя төҙөй. Вогау Урал металлургияһына бик күп аҡса бүлә, заводта реконструкция үткәрелеүе билдәле[1]. 1890 йылдан — Белорет заводтары йәмғиәте хужа була; 1918 йылда национализациялана. Граждандар һуғышы ваҡытында завод емерелә. 1919 йылда Совнархоз ҡарамағына күсә, әммә бик ныҡ емерелеү арҡаһында эш туҡтатыла һәм башҡа тергеҙелмәй[3].

1777 йылда завод эшләй башлағанда 8 горны, 2 домна мейесе, 2 сүкеше, 1841 йылда — 6 һауа өрҙөргөс машинаһы, 4 әр крица горны һәм крица сүкеше, 2 домна мейесе, 1897 йылда 6 горны, 2 пар машинаһы, турбинаһы, домна мейесе була.

XIX быуат башында Үҙән заводында 962 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә.

Эшләү дәүерендә заводта барыһы 20,5 млн бот суйын иретелә: 1779 йылда — 7,8 мең бот тимер һәм 134,8 мең бот суйын етештерелә; 1800 йылда — 18,6 һәм 78,3 мең бот, 1823 йылда — 19,5 һәм 66,4 мең бот; 1855 йылда 155 мең бот, 1899 йылда — 528,1, 1917 й. 822,7 мең бот суйын иретелә.

1850 йылдарҙа пудлингылау индерелә.

Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Белорет районының Үҙән ауылы урынлашҡан.

Үҙән заводы быуаһы (1777) — архитектура ҡомартҡыһы.

  1. 1,0 1,1 http://yuzhnyj-ural.ru/kraevedenie/gornye-zavody/222-kaginskij-zavod.html Кагинский и Узянский заводы
  2. http://www.arkur.ru/plants/uzyanskiy.html 2018 йыл 11 май архивланған. УЗЯНСКИЙ ЗАВОД
  3. http://www.gasrb.ru/barchd597.html 2018 йыл 13 апрель архивланған. Узянский железоделательный завод Пашковых