Эстәлеккә күсергә

Кинйәбулатов Уран Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Уран Кинйәбулатов битенән йүнәлтелде)
Кинйәбулатов Уран Кәрим улы
Тыуған көнө

25 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Вафат булған көнө

4 октябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)

Ил

 СССР
 Рәсәй

Кинйәбулатов Уран Кәрим улы (25 май 1934 йыл, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Ҡолой ауылы — 4 октябрь 2003 йыл, Өфө)— башҡорт шағиры. Билдәле шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың[1] бер туған ҡустыһы. Бик күп йырҙар авторы.

Ҡолой ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Коркино тау техникумында[2] уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Силәбе-Шахтострой» тресы карьеры етәксеһе булып башлай. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1957—1958 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә журналист булып эшләй.

1958—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында (хәҙер «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы) эшләй.

Уран Кинйәбулатов шиғырҙары 1950-се йылдарҙан гәзит һәм журналдарҙа баҫылып сыға. Уның шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән. Улар араһында, «Бөрйән егеттәре» (Йәнғәле Вәхитов көйө, 1960 йыл), «Ҡыр ҡаҙҙары», «Онот инде йөрәк яраһын» (Рим Хәсәнов көйө), «Яҙғы хистәр» (Айрат Кәримов көйө), «Мин умырзая» (Роза Сәхәүетдинова көйө) һәм башҡа билдәле йырсылар һәм ябай халыҡ яратып башҡарған йырҙар бар.

1992 йылда Уран Кәрим улының «Сейәле тау» исемле шиғри йыйынтығы донъя күрә.

  • Кинйәбулатов Азат Уран улы 1963 йылда Өфөлә тыуған. Яҙыусы, журналист, нейрохирург, физик культура уҡытыусыһы, медицина, физик культура һәм спорт тарихсыһы, шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы[3].
  • Уран Кинйәбулатов. «Сейәле тау» (шиғәрҙар йыйынтығы), Өфө: Китап,-1992.

Уран Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Салауат Низаметдинов музыкаһы: Яратам тип йырлаһам, Аҡ ҡар яуа
  • Роза Сәхәүетдинова музыкаһы: Үҙең бүләк, Сейәлетау, Мин умырзая, Ташлы күл, Ромашкалар,
  • Айрат Кәримов музыкаһы: Яҙғы хистәр
  • Рим Хәсәнов музыкаһы: Онот инде йөрәк яраһын, Ҡыр ҡаҙҙары
  • Йәнғәле Вәхитов музыкаһы: Бөрйәндең егеттәре (1960)
  • Феликс Әбдрәшитов көйө: Гөлдәриә
  • Ғәфүр Кинйәбулатов көйө : Йәшлек хистәре
  • Абрар Ғабдрахманов көйө: Бишек йыры, Көнбағыш һ.б.

Йырҙар: