Эстәлеккә күсергә

Урманов Рифат Нур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урманов Рифат Нур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Туймазы районы
Ҡандры, Туймазы районы
Вафат булған көнө 14 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (0 йәш)
Һөнәр төрө инженер, электрик, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Урманов Рифат Нур улы (14 май 1924 йыл19 октябрь 2006 йыл) ― СССР инженер-электригы, техник фәндәре докторы (1974), профессор (1975), Урал тимер юл транспорты инженерҙары институты ректоры (1974—1987), РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1984)[1].

Рифат Нур улы Урманов 1924 йылдың 14 майында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡандра ауылында тыуа.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ҡыҙыл армия сафына мобилизациялана, танк механик-водителе булып һуғыша. 63-сө айырым ауыр танк полкының составында Оршанан алып Берлинға тиклем юл үтә. Еңеү Көнө Эльба буйында ҡаршылай[1].

1951 йылда Урал политехник институтын «инженер-электрик» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда ошо институтта эшләй башлай. 1954 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн диссертация яҡлай (1954),

1959 йылда Урал тимер юл транспорты инженерҙары институтына эшкә күсә, шунда доцент булып уҡыта башлай, һуңынан кафедра мөдире һәм фәнни эштәр буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә. 1974 йылда Урманов был институттың ректоры булып китә. Юғары уҡыу йортонда 1987 йылға тиклем етәкләй.

1974 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, бер йылдан һуң профессор итеп һайлана.

Тартыусы трансформаторҙар менән ярымүткәргесле үҙгәртеп ҡороусыларҙы эшләү һәм идара ителеүсе реакторҙар һәм автоматика системалары менән көсөргәнеште контактһыҙ автомат рәүештә көйләү өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. Ярымүткәргестәр менән электр сылбыры теорияһы менән шөғөлләнә. Уның күп хеҙмәттәре СССР-ҙың СССР тимер юлдарына индерелә[1].

180-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән өс монография авторы. Уҡыусылары араһында 18 фән докторы һәм кандидаты бар. Уйлап табыуға 12 авторлыҡ таныҡлығына эйә.

1964 йыл «Почетлы тимер юлсы» билдәһе менән бүләкләнә. 1984 йылда Рифат Урманов тимер юл транспорты үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн почетлы «РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» тигән исемгә лайыҡ була. Шулай уҡ I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943, 1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), «Почё Билдәһе» ордендары (1961) һәм «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн» һәм «Берлинды алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Особенности режимов работы полупроводниковых преобразователей при конечной индуктивности цепи нагрузки : Учеб. пособие / Р. Н. Урманов; Урал. гос. акад. путей сообщ., Каф. "Электр. машины". - Екатеринбург : УрГАПС, 1996. - 98 с. : ил.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Всегда в строю(недоступная ссылка)