Эстәлеккә күсергә

Урал дәүләт тимер юлдары университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал дәүләт тимер юлдары университеты
Нигеҙләү датаһы 1956
Рәсем
Рәсми атамаһы Уральскі электрамеханічны інстытут інжынераў чыгуначнага транспарту, Уральская дзяржаўная акадэмія шляхоў зносін, Уральскі дзяржаўны ўніверсітэт шляхоў зносін, Уральский электромеханический институт инженеров транспорта һәм Уральская государственная академия путей сообщения
Дәүләт  Рәсәй
Урын Екатеринбург
Уҡыусылар һаны 18 000
Бойһонған ойошма (филиал) Курганский институт железнодорожного транспорта УрГУПС[d][1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Екатеринбург, Рәсәй
Рәсми сайт usurt.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Уральского университета путей сообщения[d]
Карта

Урал дәүләт тимер юлдары университетына (УрГУПС) 1956 йылдың 23 июнендә Тимер юлдар министрлығының күҙаллауы буйынса СССР Министрҙар Советы тарафынан Свердловск ҡалаһында һалына. 1994 йылға тиклем «Урал тимер юл транспорты инженерҙары электромеханик институты» (УЭМИИТ) булараҡ билдәле була;1994-1999 йылдарҙа исемен йөрөткән «Урал дәүләт тимер юлдары академияһы» (УрГАПС) исемен йөрөткән.

Университет булдырыу ул замандарҙа Урал тимер юлдарында электрификация буйынса белгестәргә ихтыяж булыуға бәйле була. Башта «Тимер юл транспортын электрлаштырыу» һәм «Автоматика, телемеханика һәм тимер юл транспорты элемтәһе» һөнәрҙәре буйынса әҙерлек алып барыла.

Юғары уҡыу йорто тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары уҡыу йылы өсөн студенттарҙы тәүге тапҡыр йыйыу бик яуаплы бурыс була. Сөнки институтҡа уҡырға саҡырыу иғланы 1956 йылдың июлендә генә бирелә. Был ваҡытта башҡа уҡыу йорттарында имтихандар башланған була. Шуға ҡарамаҫтан, 225 урынға 638 ғариза бирелгән була. Институтҡа 228 абитуриент ҡабул ителә, шул иҫәптән 93 медалист. Беренсе уҡыу йылында студент контингенты сикле булыу сәбәпле, әлегә факультеттар һәм деканаттар ҙа булмай, шуға күрә уҡыу процесы менән туранан-тура ректорат етәкселек итә. Башта студенттар менән биш кафедранан: юғары математика. химия, графика, йәмғиәт фәндәре һәм физик тәрбиә кафедраларынан 16 штатлы уҡытыусы шөғөлләнә. Һуңғараҡ физика, теоретик механика, материалдар технологияһы, электротехниканың теоретик нигеҙҙәре, сит ил теле, электр машиналары, электр тартыуы, электр тимер юлдарында энергия һаҡлау, элемтә һ. б. кафедралар асыла.

1958 йылда электромеханика һәм электротехника факультеттары, 1959 й. — ситтән тороп уҡыу, 1966 й. — төҙөлөш факультеты булдырыла. Шул уҡ йылда тимер юлдарҙы файҙаланыу кафедраһы ойошторола, һуңынан йөк ташыу менән идара итеү факультетына үҙгәртелә. 1968 йылда вагондар һәм вагон хужалығы менән идара итеү кафедраһы ойошторола һәм шулай уҡ тимер юл транспорты етәкселеге һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү факультеты асыла. 1971 йылда механик факультеты барлыҡҡа килде. 1975 төҙөлөш конструкциялары һәм төҙөлөш эштәре кафедраһы эш башлай.

1964 йылдың 16 ноябрендә төп уҡыу корпусы беренсе сиратының ишектәре асылды. Был корпустың иркен аудиториялары, лабораториялары һәм кабинеттарына дөйөм белем биреү, шулай уҡ электромеханика факультетының бөтә кафедралары һыйҙы. Артабанғы йылдарҙа уҡыу корпусының икенсе һәм өсөнсө сираты, ятаҡтар, торлаҡ йорттар һ. б. биналар файҙаланыуға тапшырылды. Шулай ҡалала, УПИ-нан һуң икенсе студент ҡаласығы формалаша.

1980-се йылдарҙың икенсе яртыһы бөтә совет йәмғиәте тормошон үҙгәртеп ҡороу менән билдәләнә, һәм ул белем биреү өлкәһенә лә ҡағылды. Институтты үҙгәртеп ҡороу буйынса беренсе аҙымдарҙы яңы ректор — Анатолий Васильевич Перепелюк башлай. 1987 й. майында коллектив йыйылышында яңы ректор уҡыуҙы компьютерлаштырыу кимәлен арттырыу яҡлы икәнен әйтә. Был өлкәлә артта ҡалыуҙы бөтөрөү буйынса саралар билдәләнә. Шулай уҡ яңы ректор уҡыу корпусының дүртенсе сиратын, спорт комплексын, лаборатор-тикшеренеү комплексын һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ йорто булдырыу бурысын ҡуя .

2014 йылда агентлыҡтын «Эксперт РА» агентлығы юғары уҡыу йорто Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы вуздары исемлегенә индерә, уға «Е» рейтинг класы бирелә[2].

Университет структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Силәбе тимер юлдары институты бинаһы, элекке Силәбе тимер юл техникумы бинаһы— мәҙәни мираҫ объекты

Хәҙерге ваҡытта университет составына түбәндәге структура подразделениелары инә:

    • 6 факультет,
    • 23 кафедры,
    • аспирантура,
    • докторантура,
    • 30-ҙан ашыу фәнни подразделениелар,
    • Силәбе тимер юлдары институты,
    • Ҡурған тимер юл транспорты институты,
    • Пермь тимер юл транспорты институты,
    • УрГУПС Төмән филиалы,
    • УрГУПС Түбәнге Тагил филиалы,
    • УрГУПС Златоуст филиалы,
    • УрГУПС Ҡарталы вәкиллеге,
    • Тимер юл транспорты колледжы,
    • УрГУПС медицина колледжы (Официальный сайт 2020 йыл 4 декабрь архивланған.),
    • Корпоратив белем биреү академияһы (үҙ эсенә өҫтәмә һөнәри белем бир институты, ситтән тороп белем биреү институты, дистанцион белем биреү институты, уҡыу үҙәктәре.

Уҡытыусылары һәм студенттары:

  • ВПО 13600 студент уҡый (шул иҫәптән филиалдары):
  • 7020 — көндөҙгө уҡыу студенттары,
  • 6360 — ситтән тороп уҡыу студенттары,
  • 153 — көндөҙгө — ситтән тороп уҡыу студенты.
  • 7040 — урта һөнәри белем алыу (НПО) студенты
  • 226 аспирант
  • 1100 уҡытыусы:
  • 330 — фән кандидаты, доцент,
  • 74— фән докторы, профессор.
  • Техник — 2 йыл 10 ай, 3 йыл 10 ай
  • Шәфҡәт туташы, фельдшер (МК) — 2 йыл 10 ай, ай 3 йыл 10 ай
  • Бакалавр — 4 йыл
  • Белгес — 5 йыл
  • Магистр — 6 йыл
  • Электромеханика факультеты
  • Электротехника факультеты
  • Йөктәрҙе йөрөтөү менән идара итеү факультеты
  • Төҙөлөш факультеты
  • Механика факультеты
  • Иҡтисад һәм идара итеү факультеты

Ғилми-тикшеренеү бүлеге (НИЧ)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәшриәт-китапхана комплексы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыу йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Төҙөлөш
  • Ер өҫтө транспорт системалары
  • Менеджмент
  • Коммерция
  • Иҡтисад
  • Электротехника, электромеханика һәм электротехнологиялар
  • Электроэнергетика
  • Транспорт сараларын эксплуатациялау
  • Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау
  • Автоматлаштырыу һәм идара итеү
  • Информатика һәм иҫәпләү техникаһы
  • Системалы анализ һәм идара итеү

Университетта уҡыу процесына ғына түгел, студенттарҙың төрөл яҡлы үҫешенә лә иғтибар бирелә.

Үҙҙәренең ике КВН командаһы— «Төп состав» һәм «Төҫлө радио», «Өс+ике» . Шулай уҡ университетта «OMEGA» бейеү студияһы, «Транзит» бейеү командаһы, модель клубы «Һулаҡай» моделдәр төҙөү клубы һәм «Ҡорос юл» тарихи фехтование клубы . Йыл һайын: «Беренсе курс студенты көнө», «Мисс һәм Мистер УрГУПСь Миссы һәм Мистеры», «УрГУПС яҙы» байрамдары ойошторола.

Фәлсәфә һәм Тарих кафедралары студенттар актуаль темалар буйынса студент эштәре конкурстары үткәрелә.

Университет Европаның техник юғары уҡыу йорттары студенттары Союзы менән хеҙмәттәшлек итә, ул халыҡ-ара студент ярыштары һәм стипендиялар ойоштора.

спорткомплеУрГУПС кс

Университетта секцияларҙа шөғөлләнеү мөмкинлеге бар:

Йыл һайын УрГУПС кубогына төрлө спорт төрҙәре буйынса спартакиада уҙғарыла.