Эстәлеккә күсергә

Урыҫтар Ҡаҙағстанда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урыҫтар Ҡаҙағстанда
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Ҡулланылған тел урыҫ теле
 Урыҫтар Ҡаҙағстанда Викимилектә
Петропавловск янында урыҫ күскенселәре утары, 1911 йыл (С. М. Прокудин-Горский фотоһы)

Урыҫтар — Ҡаҙағстанда һаны буйынса икенсе урынды биләгән милли төркөм, 2018 йылдың башына ҡарата ил халҡының 19,76 % тәшкил итә (3 588 686 кеше)[1]. Башлыса — Төньяҡ, Үҙәк һәм Көнсығыш Ҡаҙағстанда, бер аҙ Семиречьела һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш райондарҙа йәшәйҙәр. Был райондарҙан тыш ҙур ҡалаларҙа йәшәйҙәр.1940-1980-се йылдарҙа урыҫтар республика халҡының 40 процентын тәшкил итә, ә башҡа европа илдәре халыҡтары менән бергә — яҡынса 60-70 процентын.

Ҡаҙағстандағы урыҫтар — башлыса XIX—XX быуаттарҙағы күскенселәр вариҫтары. Әлеге ваҡытта урыҫтар Ҡаҙағстандағы ҡаҙаҡ булмаған халыҡтар араһында иң күп һанлы төркөмө.

XVI быуаттан башлап беренсе хәрби ауылдар һәм ҡәлғәләр барлыҡҡа килә, уларҙы Ҡаҙаҡ ханлығы территорияһында башта — Рәсәй батшалығы, һуңынан Рәсәй империяһы һала. Башта казактар хәрби гарнизонлы ҡәлғә төҙәләр, һуңынан ғаиләләрен алып киләләр, һәм ҡәлғә янында ауыл барлыҡҡа килә. Ҡаҙағстан территорияһында өс казак ғәскәре ғәмәлдә була — Урал, Себер һәм Семиреченск (Ете һыу). Күп кенә казактарҙа ҡаҙаҡ тамырҙары бар, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ яғынан.

Ҡаҙаҡ ханлығы территорияһында иң боронғо ауыл — 1520 йылда нигеҙләнгән Яйыҡ ҡаласығы (һуңынан Уральск ҡалаһы). Һуңыраҡ Гурьев (1645), Семипалатинск (1718), Усть-Каменогорск (1720), Павлодар (1720), Петропавловск (1752), Ҡоҡшытау (1824), Астана (1824), Ҡаҙалы (1848), Верный (1854), Аҡтүбә (1868), Ҡостанай (1879) һәм башҡа ваҡ ҡала ултыраҡтары барлыҡҡа килә.

Хәҙерге замандағы Ҡаҙағстан территорияһында тулыһынса йәки өлөшләтә урынлашҡан Рәсәй империяһы өлкәләренең халҡы
ӨлкәУрыҫтар
һаны
ӨлөшөҠаҙаҡтарҙың
һаны
ӨлөшөДөйөм
һаны
Аҡмулла17429225,5 %42738962,6 %682608
Семипалатинск650629,5 %60456488,3 %684590
Ете һыу768397,8 %79481580,5 %987863
Турғай304386,7 %41090490,6 %453416
Урал16089424,9 %46017371,2 %645121

1897 йылғы иҫәп алыу буйынса Ҡаҙағстанда 4,3 миллион кеше йәшәй — ҡаҙаҡтар 4/5 өлөшөн тәшкил (80 % халыҡ, йәғни 3,44 млн кеше). Урыҫтарға һәм украиндарға яҡынса 12 %тура килә[2].

XIX быуат аҙағында урыҫ һәм украин күскенсе халҡының һан яғынан үҫеше күҙәтелә. 1917 йылға ҡарата урыҫтар һәм украиндар хәҙерге Ҡаҙағстандың 30-40 % тәшкил итә (аныҡ мәғлүмәт юҡ). Башлыса күскенселәр Төньяҡ Ҡаҙағстанда, Семиречьела һәм Мәғдәнле Алтайҙа төпләнеүҙе хуп күрә.

1926 йылда урыҫтар (украин, белорустарҙан тыш) Ҡаҙаҡ АССР-ының дөйөм халҡының 19,7 процентын тәшкил итә[3].

1920-се һәм 1930-сы йылдарҙағы аслыҡтан һуң, Ҡаҙағстандың халыҡ һаны 30 процентҡа кәмей, шул уҡ ваҡытта урыҫтарҙың өлөшө арта, сөнки улар аслыҡтан ныҡ зыян күрмәй, өҫтәүенә, урыҫтарҙың һаны репрессияланған һәм һөрөлгәндәр иҫәбенә арта. Ошо уҡ ваҡытта урыҫ крәҫтиәнлеге юҡҡа сыға башлай, ҡаҙаҡтар иһә аслыҡтан һуң аяҡҡа баҫҡас, һан буйынса арта башлай. 1940-сы йылдарҙа Ҡаҙағстан бик күп һуғыш йылдарында эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итә. Күскенселәрҙең Ҡаҙағстанға аҙаҡҡы эре тулҡыны целина үҙләштереү осорона тап килә, шулай уҡ йыһанды үҙләштереү һәм тау сәнәғәте үҫеше лә үҙ ролен уйнай. 1960-се йылдарға урыҫтар Ҡаҙағстанда ла һәм, дөйөм алғанда, СССР-ҙа ла башлыса ҡала халҡы булып китә. Шулай уҡ 1960-сы йылдарҙа урыҫтарҙа тәбиғи артым ҡырҡа кәмей, төп сәбәбе — тыуымдың кәмеүе. Урыҫтар (яҡынса 5 ‰) һәм ҡаҙаҡтар(яҡынса 30 ‰) араһында араһында тәбиғи үҫеш кимәлендә айырма барлыҡҡа килә.

1960-сы йылдарҙа уҡ урыҫтар РСФСР-ға һәм башҡа республикаларға күсә башлауына ҡарамаҫтан, 1980-се йылдарҙың аҙағына тиклем урыҫтарҙың абсолют һаны яй темп менән булһа ла арта бара. 1989 йылдан уларҙың һаны ныҡ кәмей һәм артабан да кәмей бара. 1990-сы йылдарҙа йыл һайын йөҙҙәрсә мең кеше күсеп китә. Йәштәрҙең күсеп китеүе менән ҡатмарлаштырылған түбән тыуым һәм юғары үлем кимәле ҙур проблема тыуҙыра.

Хәҙерге ваҡытта Ҡаҙағстанда йәшәгән урыҫтарҙың уртаса йәше — 35-40, шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡтарҙың уртаса йәше — 26[4]. Шулай итеп, әлеге ваҡытта урыҫтар үҙ һаны буйынса ҡаҙаҡтарҙан күпкә ҡалыша башлай һәм 2018 йыл башына ҡарата илдәге дөйөм халыҡтың 19,76 % тәшкил итә[1]. Шул уҡ ваҡытта улар бөтә пенсионерҙарҙың 50-55 проценты тәшкил итәләр.

Һаны һәм географик таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Урыҫтарҙың элекке СССР илдәрендә таралыуы. 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса этностар өлөштәре. Илдәр буйынса халыҡ һаны 1994 йылға ҡарата бирелгән.

1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса иң күп һанлы урыҫ берләшмәләре киләһе төбәктәрҙә күрһәтелә: Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе — 64,9 %, Төньяҡ-Ҡаҙағстан — 64,9 %, Ҡараганда — 61,1 %,Алматы — 43,6 %, Ҡостанай — 45,2 %, Павлодар — 42,4 %, Целиноград — 42,7 % һәм Ҡоҡсатау — 38,5 %.

Советтар Союзы тарҡалғандан Ҡаҙағстанда 6 миллион урыҫ ҡала. Был ваҡытҡа урыҫ теле илдең барлыҡ халҡы өсөн аралашыу теле була; ҡала ҡаҙаҡтар өсөн дә урыҫ теле йәнле аралашыу теле була[5].

1999 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса дөйөм республика халҡының 6906,5 мең кеше (46,2 %) бер телдә генә һөйләшә, 8046,6 мең кеше (53,8 %) — ике һәм унан да күберәк телде белә. Урыҫ телендә — 12673,4 мең кеше, йәки республика халҡының 84,8 проценты һөйләшә, улар араһынан 4479,5 мең кеше (30 %) — урыҫтар һәм тағы 8193,9 кеше (54,8 %) — башҡа милләт вәкилдәре. Ҡаҙаҡ телен дөйөм халыҡ һанынан 9631,3 мең кеше, йәғни 64,4 процент белгән.

Дөйөм Ҡаҙағстан фонында Урыҫ халҡының һаны һәм уның динамикаһы буйынса дөйөм мәғлүмәттәр (Ҡаҙағстан статистикаһында 1989 йылға ҡарата мәғлүмәттәр башҡа төрлө[6]):

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре һәм хәҙерге һандар (1897—2018)
ЙылХалыҡ иҫәбен алыу, кеше%йылБаһа, кеше%
1897454 402н/д2011[7]3 752 93522,83 %
19392 458 68739,97 %2012[8]3 726 72222,35 %
19593 974 22942,69 %2013
19705 449 82642,42 %2014[9]3 685 00921,47 %
19795 991 20540,80 %2015[10]3 666 08121,05 %
19896 227 54937,82 %2016[11]3 644 52920,61 %
19994 479 62029,96 %2017[12]3 619 00220,20 %
2009[13]3 793 76423,70 %2018[1]3 588 68619,76 %

Халыҡ иҫәбен алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыу буйынса урыҫтарҙың өлөшө республика әһәмиәтендәге өлкәләрҙә һәм ҡалаларҙа:[14][15][16][17][18]

ҺаныӨлөшө (в %)
1970197919891999200919701979198919992009
Ҡаҙағстан5 521 9175 991 2056 062 0194 479 6203 793 764Казахстан42.4340.7837.4229.9523.69
Аҡмулла өлкәһе424 421442 506459 348329 454264 011Аҡмулла өлкәһе44.2244.4743.1539.3935.79
Аҡтүбә өлкәһе145 218158 298173 281114 416103 069Аҡтүбә өлкәһе26.3725.1123.6516.7613.60
Алматы530 931612 783615 365510 366452 947Алматы68.2864.0457.4045.1933.16
Алматы өлкәһе481 944514 011518 315339 984306 383Алматы өлкәһе37.8735.3631.5421.8116.94
Астана104 010133 432152 147129 480122 215Астана57.3667.9354.0940.5419.93
Атырау өлкәһе76 31667 95763 67338 01333 617Атырау өлкәһе22.4218.1814.998.636.58
Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе881 608899 047914 424694 705561 183Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе56.3754.2450.8745.3740.18
Жамбыл өлкәһе256 267282 403275 424179 258122 612Жамбыл өлкәһе32.3430.3626.5118.1211.99
Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе197 171217 743216 514174 018135 813Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе38.4237.1834.3928.2122.67
Ҡарағанда өлкәһе788 777859 363817 900614 416529 961Ҡарағанда өлкәһе50.5450.1646.8543.5639.49
Ҡостанай өлкәһе432 109483 260535 100430 242380 599Ҡостанай өлкәһе42.9344.3743.7242.2742.97
Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе91 79786 08437 96017 15516 146Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе18.5615.316.602.872.37
Манғыстау өлкәһе60 00899 923106 80146 63039 851Манғыстау өлкәһе37.6840.1532.9314.818.21
Павлодар өлкәһе310 004370 916427 658337 924287 970Павлодар өлкәһе44.4145.9445.3841.8738.78
Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе458 783463 114469 636361 461300 849Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе52.4352.3651.4949.7850.43
Төркөстан өлкәһе282 553300 365278 473162 098136 538Төркөстан өлкәһе21.9119.1415.278.195.52

Өлкәләр буйынса урыҫтарҙың һаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Урыҫтар Ҡаҙағстанда 2019

2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата[1]

ҡалаһы һәм өлкәһе өлөшө (%) һаны
Акмолинский өлкәһе 33,13 244786
Аҡтүбә өлкәһе 11,61 99589
Алматы өлкәһе 13,58 274027
Атырау өлкәһе 5,40 33521
Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе 19,65 127102
Жамбыл өлкәһе 9,95 111203
Ҡараганда өлкәһе 35,83 494663
Ҡурған өлкәһе 41,28 361435
Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе 1,89 14783
Манғыстау өлкәһе 5,66 37355
Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе 4,40 128895
Павлодар өлкәһе 35,86 270721
Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе 49,73 277807
Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе 36,50 505010
Астана 13,41 138175
Алматы 26,06 469614
Ҡаҙағстан 19,76 3588686


Демографик характеристикалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстан урыҫтары өсөн түбән тыуым, юғары үлүсәнлек һәм түбән тәбиғи үҫеше темптары хас[19](был элекке СССР-ҙың башҡа илдәрендә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында, йәшәгән урыҫтарға ла хас проблема). Урыҫ этносының дөйөм тыуым коэффициенты 8,6 ‰ (уртаса республика күрһәткесенән 65,1 %-ҡа түбән йәки 1,7 тапҡыр[19], шул уҡ ваҡытта үлем осраҡтары кимәле байтаҡҡа юғары — 1,4 тапҡырға[19]. 1999 йылда урыҫтарҙың тәбиғи артымының дөйөм коэффициенты 5,1 ‰ тәшкил итә[19]. 1999 йылда урыҫтарҙың ҡала халҡы тотҡан урыны 73,9 %. тәшкил итә[19]. 60 йәштән өлкән йәштәге урыҫтарҙың тотҡан урыны — 17,0 %, урыҫтарҙа был күрһәткес ҡаҙаҡтарға ҡарағанда, 3,2 тапҡырға юғарыраҡ[19]. 1990—1999 йылдар арауығында урыҫтарҙа тыуым кәмей, ә үлеүсәнлек кимәле арта бара[19].

Яраҡлашыу һәм дәүләт (ҡаҙаҡ) телен белеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстанда йәшәгән урыҫ халҡы өсөн ҡаҙаҡ телен белеү кимәле түбән булыуы менән айырылып тора. Ил халҡының бөтә этник төркөмдәре араһында ҡаҙаҡ телен белгән урыҫтарҙың өлөшө иң түбән (төньяҡ, үҙәк, көнсығыш төбәктәренең һәм . Алматы ҡалаһы урыҫ һәм урыҫ телле халҡына хас күренеш).

Шулай итеп, 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, урыҫтарҙан барлығы 6,3 % ҡаҙаҡса яҙа һәм уҡый белеүе тураһында белдерә[13].

Урыҫ телендә белем биреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 1994 йылда урыҫ теле белем өлкәһендә өҫтөнлөклө була: республика мәктәпкәсә балалар учреждениеларында — 478 490 бала, урта уҡыу йорттарында — 1033, 9 мең уҡыусы, юғары уҡыу йорттарында — 189 416 студент урыҫ телендәтәрбиәләнә һәм белем ала. Президент Нурсолтан Назарбаев мәғлүмәттәренә ярашлы, 2006 йылдың апрелендә уҡыусыларҙың 40 проценты тик урыҫ телендә урта белем ала. 120-нән ашыу шәхси мәктәптәр араһында тик ике мәктәптә уҡытыу ҡаҙаҡ телендә алып барыла[20].

Юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ҡаҙаҡтар һәм урыҫтарҙың һаны: 1996/1997 уҡыу йылында студент ҡаҙаҡтарҙың һаны — 65,2 %, урыҫтарҙың — 24 %[5]. Әйтергә кәрәк, бындай диспропорция совет осоронан күҙәтелә. Мәҫәлән, 1989 йылда ҡаҙаҡтарҙың һәм урыҫтарҙың һаны яҡынса тигеҙ булыуына ҡарамаҫтан (6,5 һәм 6,2 млн кеше) Ҡаҙағстан студенттары араһында 54 % — ҡаҙаҡтар, ә 31 проценты урыҫтар була. Диспропорцияны шулай уҡ урыҫ йәштәренең РСФСР-ҙың (һуңғараҡ Рәсәй Федерацияһы) юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе менән аңлатып була.

Урыҫ мәҙәни үҙәге күргәҙмәһе. Алматы

1995 йылғы конституцияға ярашлы урыҫ теленә беренсе тапҡыр «дәүләт ойошмаларында һәм урындағы үҙидара органдарында рәсми рәүештә ҡулланыу» статусы бирелә. Конституцион Советы ҡарарына ярашлы: «(…) ҡаҙаҡ теле менән бер рәттән рәсми рәүештә урыҫ теле ҡуллана». 1997 йылғы «Ҡаҙағстан Республикаһындағы телдәр тураһында» законында конституция положениеһы ҡабатлана[21]. 2004 йылда тел тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә, әлеге үҙгәрештәр, ҡайһы берҙәр һанауынса, Ҡаҙағстанда урыҫ теленең статусына аныҡ аңлатыу бирмәй: «Ҡаҙағстан Республикаһы дәүләт органдарында, урындағы үҙидара органдарында дәүләт теле эш һәм эш башҡарыу теле булып тора, ҡаҙаҡ теле менән бер рәттән урыҫ теле рәсми рәүештә ҡулланыла»… «дәүләткә ҡарамаған ойошмалар эшендә дәүләт теле ҡулланыла һәм, кәрәк булғанда, башҡа телдәр файҙаланыла».

2006 йылда 2010 йылда бөтә булған эш башҡарыу ҡаҙаҡ теленә күсерелә тип иғлан ителә[22].(Ошо уҡ ваҡытта ике теллелек рәсми рәүештә һаҡланып ҡаласаҡ, әммә эш башҡарыу өсөн ҡаҙаҡ теле мотлаҡ һәм өҫтөнлөклө буласаҡ).

Конституцияның 7 статьяһы ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәренең тиң хоҡуҡлы булыуын иғлан итә[23]

« Ҡаҙағстан Республикаһының Конституцияһы (1995 йылдың 30 авгусында республика референдумында ҡабул ителә; текст 2007 йылдың 21 майына ҡарата)

Конституцияның көскә инеү көнө — 1995 йылдың 5 сентябре.

7-се статья

1. Ҡаҙағстан Республикаһында ҡаҙаҡ теле — дәүләт телу.

2. Дәүләт ойошмаларҙа һәм урындағы уҙидара органдарында ҡаҙаҡ теле менән бер рәттән рәсми рәүештә урыҫ теле ҡуллана.

Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцион Советының 1997 йылдың 8 майындағы 10/2-се һанлы Ҡарарына ярашлы: «Әлеге конституцион норма шис шикһеҙ дәүләт ойошмаларында һәм урындағы үҙидара органдарында ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәре, бер нимәгә ҡарамаҫтан, бер тигеҙ кимәлдә, берҙәй ҡуллана».

3. Дәүләт Ҡаҙағстанда йәшәгән халыҡтар телдәрен өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса хәстәрлек күрә

»

Урыҫтарҙың ҡаҙаҡ телен өйрәнергә теләмәүе арҡаһында урыҫ һәм ерле халыҡ араһында мәҙәни дистанцияһы барлыҡҡа килеүе бик мөһим проблема булып тора|3|12|2017}} Тикшеренеүселәр[24] билдәләүенсә

« Бөгөнгө көндә урыҫтарҙың күпселеге сәнәғәттә һәм башҡа техник яҡтан ҡатмарлы өлкәләрҙә ерле халыҡ менән сағыштырмаса юғары түләүле вазифалар биләйҙәр, ҡайһы берҙәренең үҙ бизнесы бар. Сит этностар уратыуында оҙайлы йылдар йәшәгән урыҫ этносының иң әүҙем өлөшө булараҡ улар Рәсәйҙә йәшәгән урыҫтарҙан менталитеты яғынан бик ныҡ айырылалар, һәм әйтергә кәрәк — насар яҡҡа түгел. »

Сәйәси партиялар һәм урыҫ теленә ҡараштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Крамаренконың мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда, 2007 йылда Ҡаҙағстанда урыҫтарҙың һаны 26 процент тәшкил итә , ә электораль йәшендә урыҫтарҙың өлөшө 35-40 процентҡа тиклем арта, сөнки ҡаҙаҡтар менән сағыштырғанда урыҫтарҙың балалар һәм үҫмәрҙәр өлөшө түбән[25]. Шул уҡ ваҡытта 2007 йылғы Ҡаҙағстан һайлауҙарында (2007 йылдың 18 авгусында парламенттың түбәнге палатаһына (мәжлес) һайлауҙар үтә) урыҫ теллеләрҙең күпселек өлөшө (М Крамаренко был терминды урыҫ этносын (славян) билдәләү өсөн ҡуллана) Ҡаҙағстан коммунистик халыҡ партияһында (35 %), Дөйөм милли социал-демократик партияһында (18,5 %) һәм етәкселек иткән «Нур-Отан» партияһы (17,46 %) була; ҡалған партияларҙа урыҫ теллеләрҙең өлөшө 6-11 процент тәшкил итә (йәғни, һәр партияға 1-2 кандидат)[26]. Урыҫ теле статусы буйынса ҠХКП (КНПК) — элекке статусты һаҡлап ҡалдырыу, ә ДМСДП (ОСДП) урыҫ телен ҡулланыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу яҡлы, сөнки, партия фекеренсә, урыҫ теле «милләт-ара татыулыҡты булдырыуҙа һис шикһеҙ ҙур роль уйнай» тип һанай[25].

Ҡаҙағстандан урыҫтарҙың китеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990—1997 йылдар арауығында Ҡаҙағстандан 1,2 миллион урыҫ күсенде (дөйөм халыҡтың яҡынса 14 %)[27], шуларҙың 90%-тан ашыуы Рәсәйгә күсә[5].

Ҡаҙағстанды ташлап китеүҙең төп факторҙары: СССР-ҙың тарҡалыуы, этник тыуған илгә ҡайтыу, 90-сы йылдар башындағы эшһеҙлек һәм инфляция , ҡаҙаҡ халҡының йылдам үҫеше, ауыл халҡының ҡалаларға миграцияһы, милләт-ара хеҙмәт баҙарында конкуренцияның көсәйеүе, шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙың дәүләт аппаратында һәм иҡтисадтың алдынғы тармаҡтарында күбәйеүе[28]. Әммә Ҡаҙағстандағы иҡтисади үҫеш һәм уның менән бәйле асылған мөмкинлектәр урыҫтарҙың республиканан сығыу темптарын кәметә: 1999 йылда Ҡаҙағстандан күсеп киткән урыҫтарҙың һаны күсеп килгәндәргә ҡарағанда 80 мең кешегә күберәк, ә 2004 йылда был айырма яҡынса 25 мең кеше тәшкил итә[28].

Эмиграция һәм тәбиғи тыуымдың этник үҙенсәлеге арҡаһында ил халҡының милли составы 1990 йылдарҙан һуң бик ныҡ үҙгәрә. 1992 йыл башында уҡ ҡаҙаҡтар (8,13 миллион кеше) дөйөм халыҡтың абсолют күпселеген (52 процент) тәшкил итә, ә урыҫтар 31,4 % ҡына иҫәпләнә[29]. Human Rights Watch халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы урыҫтарҙың Ҡаҙағстандан сығыуын СССР сиктәрендәге өҫтөнлөклө статусты юғалтыу һәм дискриминация алдында ҡурҡынысы сәбәптәрен билдәләй[29].

Шуның менән бергә Рәсәй Федерацияһында демографик хәле менән бәйле «Сит илдә йәшәүсе ватандаштарҙың Рәсәй Федерацияһына үҙ ирке менән күсеүенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһы» ҡабул ителә. Программа Рәсәй Президенты Указы буйынса 2006 йылдың 28 июнендә ҡабул ителә[30] һәм 2006 йылдан 2012 йылға тиклем тәғәйенләнә (2013 йылдан срокһыҙ булып һанала).

1990 йылдарҙа Төньяҡ Ҡаҙағстанға, иҡтисади һәм этник факторҙарға бәйле ҙур масштаблы миграция билдәләнә. Иң эре миграция тулҡындары күҙәтелгән Көньяҡ һәм Үҙәк Ҡаҙағстан менән сағыштырғанда, мәҫәлән, Төньяҡ Ҡаҙағстандың ауыл хужалығы һәм сәнәғәте был осорҙа сағыштырмаса тотороҡло булып ҡала. Шулай уҡ Төньяҡ Ҡаҙағстанға башҡа төбәктәрҙән үҙ этник мөхиетндә булыу теләге менән тыуҙырылған урыҫ миграцияһы йүнәлтелә Урыҫ мигранттары араһында БДБ илдәренән күсенеүселәр күп була (башлыса Рәсәйҙән), ә ҡаҙаҡ мигранттары араһынан — Ҡаҙағстан төбәктәренән[30].

6 июндә Урыҫ теле көнө билдәләнә (Пушкиндың тыуған көнө)[31].

Алматыла Вознесенск кафедраль соборы

Ҡаҙағстан ҡануниәтенә ярашлы милли һәм конфессиональ нигеҙҙә сәйәси партиялар булдырыу тыйыла[26].

Республикалағы урыҫ берекмәләре һәм ойошмалары

  • «Лад» республика славян хәрәкәте (РСД «Лад») йәмәғәт берекмәләһе (1992 йылдың 26 сентябренән эшләй). Төп маҡсаттарҙың береһе булып урыҫ дәүләт телен икенсе дәүләт теле итеп таныу билдәләнә. Ойошмала яҡынса 50 000 кеше иҫәпләнә, уның 24 филиалы бар. Баҫма органы — гәзит «ЛАД» гәзите. Унда аналитик материалдар баҫтырыла. Рәйесе — Крамаренко Максим Борисович, Кокшетау ҡалаһы[32],
  • «Истоки» йәмәғәт берекмәһе,
  • Ҡаҙағстан урыҫ общинаһы,
  • Ҡаҙағстандың урыҫ мәктәптәре уҡытыусылары ассоциацияһы
  • Славян мәҙәни үҙәге йәмәғәт берекмәһе
  • 2002 йылдың 15 майында Ҡаҙағстан Урыҫ партияһы (РПК) йәмәғәт берекмәһенең презентацияһында РПК-ның беренсе сираттағы бурысы — Ҡаҙағстанда йәшәгән бөтә урыҫтарҙы дәүләт телен өйрәнеүгә өндәү тип иғлан ителә. Партия ойошторолған саҡта ағза булып 3 меңдән ашыу кеше теркәлә[33].
  • казактар ойошмалары.

Милләт-ара мөнәсәбәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ һәм башҡа европалы этностар, 2009 йылдың 16 ноябрендәге А. Шустовтың фекеренсә, Ҡаҙағстандағы милләт-ара бәрелештәрҙә ҡатнашмайҙар.

Низағтарға «славян өлөшө» булмауын, ҡаҙаҡтарҙың һәм урыҫтарҙың, ғәҙәттә, төрлө иҡтисади өлкәләрҙә эшләүе менән аңлатып була. Бынан тыш, урыҫтарҙың Рәсәйгә эмиграция мөмкинлеге бар[34]. Ҡаҙағстан урыҫтары өсөн ҡатнашма никахтарҙың юғары проценты хас(43,4 %), башлыса европлы милләт вәкилдәре менән. Берҙән-бер күҙгә күренерлек ваҡиға булып Ҡаҙағстан милли хәүефһеҙлек Комитетының 1999 йылдың 19 ноябрҙән 20 ноябргә ҡараған төндө «Русь» ойошмаһы ағзаларын ҡулға алыуы тора, улар Көнсығыш Ҡаҙағстанды баҫып алыуыҙы һәм көсләп тартыуҙы планлаштыралар. «Русь» ойошмаһына, МХК-ның матбуғат хеҙмәте публикацияһына ярашлы, Приднестровье, Тажикстан һәм Чечнялағы конфликттарҙа ҡатнашҡан элекке хәрбиҙәр йәлеп ителә. Виктор Пугачев (документтары буйынса — Рәсәй гражданы, Казимирчук Виктор, етәкселегендәге бөтә сепаратистар оҙайлы сроктарға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә[35].

  1. 1 2 3 4 Численность населения РК по отдельным этносам 2018г 2019 йыл 27 март архивланған.
  2. Демографический Энциклопедический словарь. -М.: Советская энциклопедия, 1985 г. Гл.ред. Д. И. Валентей — 608с. с.168. «Каз. ССР»
  3. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по регионам РСФСР
  4. Средний возраст казахов составил 26 лет | NUR.KZ
  5. 1 2 3 Эшмент Б. Проблемы русских Казахстана — этничность или политика? 2007 йыл 4 март архивланған.
  6. Алексеенко А. О некоторых итогах переписи населения Казахстана
  7. Численность населения РК по отдельным этносам 2011г 2019 йыл 10 апрель архивланған.
  8. Численность населения РК по отдельным этносам 2012г 2019 йыл 18 апрель архивланған.
  9. Численность населения РК по отдельным этносам 2014г 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  10. Численность населения РК по отдельным этносам 2015г 2016 йыл 27 ғинуар архивланған.
  11. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на начало 2016 года 2016 йыл 25 июнь архивланған.
  12. Численность населения РК по отдельным этносам 2017г 2018 йыл 26 июнь архивланған.
  13. 1 2 АГЕНТСТВО РЕСПУБЛИКИ КАЗАХСТАН ПО СТАТИСТИКЕ. ПЕРЕПИСЬ НАСЕЛЕНИЯ РЕСПУБЛИКИ КАЗАХСТАН 2009 ГОДА. Краткие итоги. Астана 2010 2011 йыл 23 июль архивланған.
  14. Ethnic composition: 1970 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: июль 2018.
  15. Ethnic composition: 1979 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: июль 2018.
  16. Ethnic composition: 1989 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: июль 2018.
  17. Ethnic composition: 1999 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: июль 2018.
  18. „Ethnic composition: 2009 census“. pop-stat.mashke.org. Дата обращения: июль 2018.
  19. 1 2 3 4 5 6 7 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; "auba" төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  20. Лобанов А. «Я русский бы выучил только за то…!» А за что, собственно? 2007 йыл 18 ноябрь архивланған.
  21. Постановление Конституционного Совета РК от 8 мая 1997 года № 10/2 2010 йыл 23 сентябрь архивланған., см. также Дополнительное постановление КС РК от 23 февраля 2007 года № 3 2019 йыл 3 апрель архивланған.
  22. Гужвенко Ю. Искоренить русский язык из общественной жизни Казахстана пока не представляется возможным 2008 йыл 3 сентябрь архивланған.
  23. Конституция Республики Казахстан 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  24. Шустов А. Сколько русских осталось в Центральной Азии? 2008 йыл 31 март архивланған.
  25. 1 2 Выборы в Казахстане. Политический брендинг и межнациональное согласие.(недоступная ссылка)
  26. 1 2 Крамаренко М. Выборы в Казахстане. Политический брендинг и межнациональное согласие. 2008 йыл 26 май архивланған.
  27. Русские в ближнем зарубежье 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  28. 1 2 Кудабаева Р. Русские в Казахстане: уехать или остаться?
  29. 1 2 HRW:SOVIET UNION
  30. 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 22 июня 2006 года, Москва N 637 О мерах по оказанию содействия добровольному переселению в Российскую Федерацию соотечественников, проживающих за рубежом Российская газета, 28 июня 2006 г.
  31. В Уральске отметили день рождения великого русского поэта А. С. Пушкина 2019 йыл 2 апрель архивланған.
  32. Республиканское славянское движение «ЛАД»
  33. Политическая партия с националистическим названием
  34. Станут ли русские казахстанцами?(недоступная ссылка)
  35. Сергей Козлов «Русская республика» в Восточном Казахстане?

Ҡалып:Урыҫтар Ҡалып:Урыҫ диаспораһы