Эстәлеккә күсергә

Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 26 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Һынны ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 21 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто БДМУ
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы (рус. Усманова Фарида Галимьяновна; 26 декабрь 1918 йыл — 21 май 1983 йыл) — медицина хеҙмәте капитаны. Фронт хирургы — 1096-сы пушка артполкының өлкән табибы[1].

Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы Усманова 1918 йылдың 26 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы-ның Благовар районы Иҫке Һынны ауылында РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, өс һуғышта ҡатнашҡан, Ленин ордены кавалеры уҡытыусы Ғәлимйән Усманов ғаиләһендә тыуған[2]. Ауылдың боронғо исеме — Илсенбәт, Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусында аҫаба башҡорттар нигеҙ һалған.

1941 йылдың 24 июнендә Башҡортостан медицина институтын тамамлау тураһында диплом алған. 3 ағаһы кеүек үк, үҙ теләге менән фронтҡа киткән. 1941 йылдың 1 июленән Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән.

1943 йылдың 2 мартында Новгород ҡалаһында Фәриҙә Усманова брезент палаткала операция яһап торғанда, көслө бомбаға тотоу башлана. Эргәлә шартлаған граната ярсығы докторҙың арҡаһын йәрәхәтләй. Уның терелеүен өмөтһөҙ һанап, моргҡа алып барып ташлайҙар. Осраҡлы рәүештә үҙе ҡотҡарған һалдаттар күреп ҡалып, уны дауаларға алыуҙы талап итәләр. 24 йәшлек ҡыҙ ауыр йәрәхәттән терелә.

Артабан Ленинград, Латвия, Польша, Германия,Чехословакия ерҙәрендә яу тотоусыларҙы дауалай, меңдәрсә яралыны үлемдән ҡотҡара. Еңеүҙе Прагала ҡаршы ала. 1945 йылдың майында капитан Ф. Усманова Глац ҡалаһында (Германия), СССР-ҙың репатриацияға дусар булған граждандары өсөн госпиталь начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Һуғыштан һуң Өфө ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире булып эшләй. Депутат итеп һайлана.

Ул үлемдән ҡотҡарған яҡташтары ла Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙының мәрхәмәтлелеген, үҙ эшенең оҫтаһы икәнен онотмай. Мәҫәлән, Учалынан Ғәзиз Әйүп улы Ғибадуллинды ҡотҡарған була ул. Уны бик ауыр хәлдә Фәриҙә Усманова таба һәм, дауалап, аяҡҡа баҫтыра. Ул хатта һәләк булғандар исемлегенә индерелгән булған. Әммә тыуған яғына ҡайтып, 44 йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай[3].

1983 йылдың 21 майында Өфөлә вафат булған. Өфө ҡалаһында Мосолман зыяратында ерләнгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1944), «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Праганы алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләүҙе юллау хатында ошондай юлдар бар: "1944 йылдың 14 ғинуарынан алып 1944 йылдың 9 февраленә тиклем генә лә һөжүм операциялары ваҡытында медицина хеҙмәте өлкән лейтенанты Ф. Усманова 39 яралы һалдатты сафҡа баҫтыра, 126 яралы һалдатты һәм офицерҙы мөмкин булған бар шарттарҙы булдырып, дауалай"[5]

  1. https://vestnikbgmu.nethouse.ru/static/000/000/056/701/doc/cc/cb/460b3923d17100ca165274e22fdcb0d89c78.pdf Вестник Башкирского государственного медицинского университета — 2015, № 2 (приложение) — сс.152-158
  2. https://vestnikbgmu.nethouse.ru/static/000/000/056/701/doc/cc/cb/460b3923d17100ca165274e22fdcb0d89c78.pdf Вестник Башкирского государственного медицинского университета — 2015, № 2 (приложение) — сс.152-158
  3. О Великой Отечественной войне рассказывают учалинцы — боевые ветераны
  4. Усманова Фарида Галимьяновна
  5. Награда Фариды Усмановой