Ухарский Виктор Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ухарский Виктор Александрович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1930
Вафат булған көнө 9 февраль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Октябрьский
Һөнәр төрө спортсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың спорт мастеры

Ухарский Виктор Александрович (1931, Чекан ауылы, Ютазин районы, Татар АССР-ы, РСФСР9 февраль 2016, Октябрьский, Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы) — совет спортсы-көрәшсеһе, тренер. СССР-ҙың спорт мастеры, Октябрьский ҡалаһында грек-рим көрәше буйынса клубҡа нигеҙ һалыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ухарский Виктор Александрович Татар АССР-ының Ютазин районы Чекан ауылында тыуған. Шунда уҡ мәктәптә ете класс тамамлаған. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда эшләй, ә һуғыш тамамланғас БАССР-ҙың Октябрьский ҡалаһына килә.

1951 йылдан армияла, Украина ССР-ының Кривой Рог ҡалаһында урынлаштырылған 100-сө һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә. Армияла спорт менән шөғөлләнә, частың, ҡаланың, өлкәнең беренселегендә еңеүсе була.

1955 йылда Өфөгә күсеп килә. Бында БАССР-ҙың классик көрәш буйынса чемпионатында чемпион була.

Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәргә ҡалып, Ухарский «Энергия» спорт йәмғиәтенең өлкән тренеры була, «Энергия» ирекле спорт йәмғиәте командаһын ил чемпионатына әҙерләй, үҙе классик көрәш менән шөғөлләнә.

1955 йыл дауамында СССР спорт мастерҙарын 10 тапҡыр еңеү яулай, спорт мастеры исемен алыу өсөн Берҙәм бөтә Рәсәй спорт классификацияһы (ЕВСК) талаптарын үтәй.

1956 йылда БАССР-ҙың физик культура һәм спорт буйынса Дәүләт комитеты һорауы буйынса Октябрьский ҡалаһына китеп, классик һәм ирекле көрәш буйынса тренер булып эшләй. Ухарский тренер булып эшләгән йылдарында яҡынса 70 СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙарын тәрбиәләй.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың ете тапҡыр классик көрәш буйынса, биш тапҡыр ирекле көрәш буйынса чемпионы. Классик һәм ирекле көрәш буйынса бөтә Союз ярыштары еңеүсеһе була.

Тренер булараҡ, ул Октябрьский ҡалаһының йыйылма командаһын классик һәм ирекле көрәш буйынса республика чемпионаттарының һәм спартакиадаларының еңеүсеһенә сығара, бының өсөн «Башҡортостандың иң яҡшы тренеры» почетлы билдәһе менән билдәләнә.

Тәрбиәләнеүселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктор Ухарскийҙың тәрбиәләнеүселәре араһында:

  • СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ғайнанов Риф, грек-рим көрәше буйынса Донъя кубогы еңеүсеһе
  • СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡортостандың бер нисә тапҡыр чемпионы, «Энергия» бөтә Союз спорт йәмғиәте чемпионы Хәмзә Ғарипов
  • мәктәп уҡыусылары араһында ирекле көрәш буйынса СССР чемпионы Шамил Фәтҡуллин
  • Башҡортостан чемпионы, үҫмерҙәр араһында СССР беренселеге призеры Виктор Поганкин
  • Үҫмерҙәр араһында Башҡортостан беренселегенең бер нисә тапҡыр еңеүсеһе Александр Лихманов
  • Башҡортостан беренселеге еңеүсеһе Александр Беляев
  • Литва һәм Башҡортостан чемпионы Альфред Йосопов
  • Рәсәй «Труд» спорт йәмғиәте чемпионаты призеры Александр Золотухин
  • Башҡортостан беренселеге призеры Флүрә Өмөтбаева
  • Башҡортостандың ирекле һәм классик көрәш буйынса күп тапҡыр чемпионы Павел Макаров
  • СССР-ҙың спорт мастеры Флүр Дәүләтгәрәев

Әлеге ваҡытта грек-рим көрәше буйынса тренерҙарҙың өсөнсө быуыны Октябрьский ҡалаһында спорттың был төрөн үҫтереүҙе дауам итә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдан Башкортастан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында грек-рим көрәше буйынса Ухарский Виктор Александрович призына Асыҡ шәхси республика турниры уҙғарыла[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]