Эстәлеккә күсергә

Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Файзуллина Лира Фахреевна битенән йүнәлтелде)
Лира Фәйзуллина радиостудияла
Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Тышҡы рәсемдәр
Лира Фәйзулинаның фотоһүрәте

Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы (25 февраль 1936 йыл) — Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина (ҡыҙ фамилияһы Мәхмүтова) 1936 йылда Башҡорт АССР-ының хәҙерге Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Шул уҡ райондың Үтәк ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылда «Өфөлә башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы булдырыла» тигән хәбәр ишетеп, дикторҙар конкурсында үҙен һынап ҡарарға була. Тиҙҙән уның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға яңғырай ҙа башлай.

Артабан Мәскәүҙә дикторҙар курсында уҡый, күренекле СССР дикторҙары — Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала.

40 йылдан ашыу диктор булып эшләй, тиҫтәләгән рус телендәге фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша. Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар буйына көндән-көн Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш була.

Лира Фәхри ҡыҙы шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ та билдәле.

Әлеге ваҡытта ул хаҡлы ялда, ире Рәүил ағай менән тыныс ҡына тормош көтә.