Эстәлеккә күсергә

Фан Ван Кхай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фан Ван Кхай
вьетн. Phan Văn Khải
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Вьетнам
Вьетнамское среднее имя Văn[d]
Тыуған көнө 25 декабрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Кути (Хошимин)[d], Французская Кохинхина[d], Француз Һинд-Ҡытайы
Вафат булған көнө 17 март 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (84 йәш)
Вафат булған урыны Хошимин, Вьетнам
Хәләл ефете Nguyễn Thị Sáu[d]
Туған тел Вьетнам теле
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Вьетнамдың Милли йыйылышы депутаты[d], Вьетнам премьер-министры[d][2] һәм Вьетнам премьер-министры урынбаҫары[d]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Вьетнам Коммунистик партияһы[d]
Ғәскәр төрө Көньяҡ Вьетнамды азат итеү милли фронты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Золотой Звезды Дуҫлыҡ ордены орден Хосе Марти орден Восходящего солнца орден «За дипломатические заслуги»
 Фан Ван Кхай Викимилектә

Фан Ван Кхай (вьетн. Phan Văn Khải, 25 декабрь 1933 йыл — 17 март 2018 йыл) — Вьетнам дәүләт эшмәкәре. 1997—2006 йылдарҙа Вьетнам премьер-министры.

1933 йылдың 25 декабрендә Сайгонда тыуған, 14 йәштән милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан. 1954 йылғы Женева конференцияһына ярашлы Вьетнам Төньяҡ һәм Көньяҡ өлөштәргә бүленгәс, ул Төньяҡ Вьетнамға күскән, унда аграр реформа үткәреүҙә ҡатнашҡан.

Ханойҙа сит телдәр колледжын тамамлаған, һуңынан СССР-ға уҡырға ебәрелгән, биш йыл дауамында Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡыған.

Вьетнамға ҡайтҡандан һуң, иҡтисадсы булараҡ етәксе вазифаларҙа эшләй, ә 1973 йылда Көньяҡ Вьетнамдың буласаҡ хакимиәтен формалаштырыу буйынса Вьетконг (Көньяҡ Вьетнамды азат итеү милли фронты) эшмәкәрлегенә ҡушыла. Сайгонды (Хошиминды) азат иткәндән һуң, 1975 йылдан Хошмин халыҡ комитетында (мэрияһында) эшләй: планлы комиссия рәйесе урынбаҫары, вице-мэр, 1985—1989 йылдарҙа — Хошимин мэры.

1989 йылдың апрелендә Вьетнам Социалистик Республикаһының Дәүләт планы рәйесе итеп тәғәйенләнә һәм Ханойға күсеп китә. 1991 йылда Вьетнам коммунистар партияһы үҙәк комитетының сәйәси бюроһы ағзаһы һәм Вьетнам Социалистик Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры итеп һайлана.

1997 йылдың сентябренән 2006 йылдың июненә тиклем — Вьетнам Социалистик Республикаһының премьер-министры, 2006 йылдың июнендә отставкаға ебәрелә.

Премьер-министр вазифаһында Фан Ван Кхай 2000 йылда Рәсәй Федерацияһына сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Е. С. Строев һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе Н. Н. Селезнев менән һөйләшеүҙәр алып бара. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Вьетнам Социалистик Республикаһы Хөкүмәте араһында Рәсәй Федерацияһы алдында Вьетнам бурысын көйләү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла һәм башҡа килешеүҙәр төҙөлә[3]. Был сәфәр йомғаҡтары буйынса, Вьетнамдың Рәсәй алдындағы бурысы (тәүҙә иҫәпләгәнсә 11 миллиард доллар урынына) 1,5 миллиард доллар күләмендә билдәләнгән[4].

2005 йылдың июнендә Фан Ван Кхай Америка Ҡушма Штаттарына рәсми сәфәр яһаған, был АҠШ-та Вьетнамдың ошондай ранг етәксеһенең тәүге сәфәре булған. Фан Ван Кхай һәм АҠШ президенты Джордж Буш Аҡ йортонда эшлекле хеҙмәттәшлектең 6 өлкәләрен һәм уның төп принциптарын билдәләгән, шул иҫәптән глобаль терроризмға, трансмилли енәйәтселеккә, наркобизнесҡа һәм кешеләр менән сауҙа итеүгә, шулай уҡ медицина һәм гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә хеҙмәттәшлек итеү буйынса берҙәм сығыш яһай. Джордж Буш Вьетнамдың Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә һәр яҡлап булышлыҡ итеүенә Фан Ван Кхайға вәғәҙә бирҙе, яҡтар шулай уҡ Вьетнам иҡтисадына АҠШ инвестицияларын арттырыу өсөн шарттар булдырыу тураһында һөйләшеп килеште[5].

2018 йылдың 17 мартында Хошимин ҡалаһындағы өйөндә вафат була[6].

  • Алтын Йондоҙ ордены (Вьетнам).
  • Дуҫлыҡ ордены (2000 йылдың 7 феврале, Рәсәй) — Рәсәй Федерацияһы менән Вьетнам Социалистик Республикаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[7].
  • «Хосе Марти» ордены (2002 йылдың 29 октябре, Куба)[8].
  • Францияға ҡаршы азатлыҡ көрәшендә ҡатнашҡан өсөн 3 миҙал.
  • АҠШ-ҡа ҡаршы азатлыҡ көрәшендә ҡатнашҡан өсөн 3 миҙал.
  • Вьетнам Коммунистар партияһының 40 йыллығына иҫтәлекле миҙал.