Фартуков Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фартуков Иван Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Беларусь
Һөнәр төрө рәссам

Фартуков Иван Иванович (28 июль 1948 йыл) — рәссам, йәмәғәтсе. 1987—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2017) һәм атҡаҙанған рәссамы (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Иванович Фартуков 1948 йылдың 28 июлендә Белорус ССР-ының Скориничи ауылында тыуған.

1969 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1977 йылда Тагил педагогия институтын (хәҙерге Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия академияһы) тамамлай.

Фартуков Иван Иванович акварель техникаһында рәссам булып, скульптура, монументаль сәнғәт, графика өлкәһендә, пейзаж, портрет, натюрморт жанрында эшләй; күп фигуралы тормошҡа бәйле һынлы сәнғәт композицияларына һәм Инжил темаһына картиналарға өҫтөнлөк бирә («Владыко Андрей», «В светлый день Воскресения», «Крестный ход на Урале»).

Фартуков Иван Иванович 2004 йылдан алып Халыҡ-ара графика Академияһы ағзаһы (Санкт-Петербург ҡалаһы).

Рәссамдың эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Татарстан Республикаһы һынлы сәнғәт музейында (Ҡаҙан), Красноярск, Сыуаш художество музейҙарында, «Урал» галереяһында (Өфө), Новосибирск, Магнитогорск художество галереялары коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Иванович Фартуков — 1972 йылдан республика сәнғәт күргәҙмәләрендә, 1994 йылдан алып халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1984, 1996, 1998, 2008), Гамбургта (1995, 1997; Германия), Күмертауҙа, Салауатта (1996), Нефтекамала (1997) үтә.

Төп эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Карский диңгеҙенә табан», 1984; «Век уходящий», 1998; «Тәүбә итеү», 1992—1996; «Фатиха алыу», 1993; «Баҫҡынсылыҡ», 2008; «Рамаҙан айында изге эштәр», диптих, 1997; «Йома. Пятница», 1998; архиепископ Софроний портреты (1999), рәссам С. А. Лебедев портреты (2006), «Флорида» портреты, 2002.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
  • «Белые Интерночи» икенсе бойондороҡһоҙ халыҡ-ара графика Биеннале дипломы
  • А. М. Петухов исемедәге премия (2004; Санкт-Петербург).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иван Фартуков. Дорога к храму: каталог. Уфа, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]