Эстәлеккә күсергә

Ферапонтов Владимир Петрович (Советтар Союзы Геройы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ферапонтов Владимир Петрович битенән йүнәлтелде)
Ферапонтов Владимир Петрович (Советтар Союзы Геройы)
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 июнь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Ферапонтов Владимир Петрович (Советтар Союзы Геройы) Викимилектә

Ферапонтов Владимир Петрович (12 июнь 1909 йыл18 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).

1940 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Владимир Петрович Ферапонтов 1909 йылдың 12 июнендә Бәләбәй ҡалаһында (хәҙерге Башҡортостан) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Ферапонтовтарҙың ҙур ғаиләһендә дүрт бала үҫә, ә Владимир иң өлкәне була, шуға күрә уға иртә хеҙмәт татырға тура килә. Атаһы — конторщик, ә әсәһе — йорт хужабикәһе[1].

Мәктәптә уҡый, 1922—1927 йылдарҙа Бәләбәйҙә 1-се заманса мәктәптә белем ала. 10 класты тамамлай.

Бәләбәй ҡалаһында балалар колонияһында тәрбиәсе һәм 1-се урта мәктәп директоры булып эшләй, Дәүләкән ҡасабаһында (хәҙерге Башҡортостандағы ҡала) 2-се мәктәп директоры һәм математика уҡытыусыһы (1941—1943), Дәүләкән районы халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы (1929-1937) була.

1943 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1943 йылдың авгусынан хәрәкәт итеүсе армияла.

202-се гвардия уҡсылар полкының 1-се уҡсылар батальоны 1-се пулемёт ротаһының пулемёт расчеты командиры гвардия өлкән сержант Ферапонтов Владимир Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Украинаның Киев өлкәһе Кагарлык районы Балыко-Щучинка ауылы районында беренселәрҙән булып Днепрҙың уң ярына сыға, ауылға баҫып барып инә һәм үҙенең пулемёт уты менән взводҡа яҡын гитлерсыны ҡыра.

Ферапонтов артабанғы көндәрҙә — 1943 йылдың 3 октябренә тиклем — дошмандың 15 контратакаһын кире ҡаға һәм 80-дән ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

1943 йылдың 18 ноябрендә Ферапонтов һуғыштарҙың береһендә алған яраларынан вафат була.

Ферапонтов Владимир Петрович Украинаның Киев өлкәһе Переяславль-Хмельницкий районындағы Ерковец ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 ноябрендәге указы менән, командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн, гвардия өлкән сержанты Ферапонтов Владимир Петровичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2];
  • Ленин ордены (13.11.1943);
  • миҙалдар.
Тышҡы рәсемдәр
Памятная доска на доме, где жил Герой.
Бәләбәй
  • Ферапонтов Владимир уҡыған 1-се Бәләбәй урта мәктәбе уның исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Унда ошондай яҙыу бар:

«Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Владимир Петрович Ферапонтов уҡыны. Пехотасы» (киң мәғлүмәт саралары хәбәрҙәрендә дөрөҫ булмаған яҙыу осрай: «Был бинала 1922—1927 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы П. В. Ферапонтов уҡыны»[3].

  • Бәләбәй ҡалаһының Красноармейская урамындағы Ферапонтов йәшәгән 68-се йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.
Ерковцы
  • Ерковцы ауылында һәйкәл ҡуйылған.
Дәүләкән
  • Дәүләкән ҡалаһында урам Герой исемен йөрөтә.
  • Дәүләкән ҡалаһының 2-се урта мәктәбе Герой исемен йөрөтә. Мәктәп биләмәһендә СССР Геройына һәйкәл тора.
  1. belebey-mr.ru/rayon/dostoprimechatelnosti/perechen-obektov-kulturnogo-naslediya/perechen-memorialnykh-dosok/17.%20%D0%A4%D0%B5%D1%80%D0%BE%D0%BF%D0%BE%D0%BD%D1%82%D0%BE%D0%B2%D1%83%20%D0%B4%D0%BE%D0%BC,%20%D0%B3%D0%B4%D0%B5%20%D0%B6%D0%B8%D0%BB%20%D0%A1%D0%9E%D0%A8%E2%84%961%20-%20%D0%BA%D0%BE%D0%BF%D0%B8%D1%8F%20(2).docx
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 66/50, л. 5/245, 246).
  3. Не успел Ферапонтов получить звезду Героя(недоступная ссылка).