Финиктар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Финиктар
Рәсем
Төҫ Көрән һәм Һары
Етештерелә P. dactylifera[d][1]
Углеродный след 3,3 kilogram of carbon dioxide equivalent per kilogram[2]
Водный след 2277 cubic metre per ton[3]
 Финиктар Викимилектә

Финик —ашарға яраҡлы емеш. Пальмалар ғәиләһе (Arecaceae) финиклы пальма ырыуына (лат. Phoenix) ҡараған емеш ағастарынан алына торған киң таралған аҙыҡ. Ырыу эсендә Африка һәм Евразияға ҡараған 14-17 тирәһе төрө билдәле. Айырыуса билдәлеһе һәм киң таралғаны — Финик пальчатый (Phoenix dactylifera) төрө.

Элекке замандарҙан уҡ иң юғары ҡиммәтле продукт булараҡ ҡулланыла. Ғәҙәттә, һатыуға киптерелгән емеш сығарыла. Хөрмәле пальманың популяр сорты — «нур деглет» и. «маджхууль»ruen — эҫе климатлы илдәрҙә сәнәғәт масштабында культуралаштырылған.

Киптерелгән финик һәм эсе

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ябай һөйләм телендә хөрмә тип башҡа үҫемлек, йәки емештә атарға мөмкиндәр, уның хөрмәле пальмаға мөнәсәбәте юҡ. Мәҫәлән, Зизифус настоящий (Ziziphus jujuba) үҫемлеген, крушиновый ғаиләһенән, «ҡытай хөрмәһе» тип атау ботаник яҡтан хаталы ҡараш.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәрендә мең йыллыҡтар дауамында финик төп аҙыҡтарҙың береһе булып ҡала. Һиндостанда хөрмәле пальманы, беренсе башлап, һинд цивилизацияһы вәкилдәре үҙләштергән тип ышаналар. Күпселек ғалимдар финиктың тыуған иле Месопотамия тигән ҡарашта, бында был ағастың б.э. тиклем 4 мең йылдар элек эшкәртелеүе тураһында дәлилдәр табылған.

Финиклы пальма, кәм тигәндә 60 йыл буйы, йыл һайын ярты центнер емеш бирергә сәләтле юғары уңыш биреүсе ағас булараҡ, Боронғо Көнсығыш халҡында иң арзан ризыҡ булған. Йыш ҡына финиклы пальманы Вавилония һәм Ассирияның храмдары стеналарына төшөргәндәр. Боронғо Мысырҙа финикты шарап эшләү өсөн сеймал итеп ҡулланғандар.

Финик изге яҙмаларҙа, мәҫәлән, Библия һәм Ҡөрьәндә бер нисә тапҡыр иҫкә алына. Киптерелгән финик оҙайлы походтарҙа, аҙыҡ сығанағы булып хеҙмәт итәргә мөмкин. Дәрүиш Изге Онуфрий сүллектә йөргәндә финик ашаған. Мосолмандар Рамазан айында ураҙа ваҡытында ауыҙ асҡанда, йола буйынса, башта финик ашай йәки һыу эсә.

Яҡын Көнсығышта финиктан эшләнгән һеркә традицион аҙыҡ булған[4][5].

2008 йылда Израиль ғалимдары 1900 йыллыҡ орлоҡтан финик үҫентеһе үҫтерәләр, ә 2020 йылда — ике меңдән ашыу йыллыҡ орлоҡтан. Үҫемлектең генотиптарын тикшереү, Боронғо Йәһүдтәрҙә үк финиклы пальманы яһалма аталандырыу һәм сорттар сығарыу менән шөғылләнгәндәр.[6]

Файҙалы үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финик, башҡа киптерелгән еләк-емеш кеүек үк, юғары калориялы аҙыҡ-түлек. Финиктың энергетик ҡиммәте — 100 гр 200 ккал ашыу (төрлө мәғлүмәттәр буйынса — 220 нән 300 тиклем ккал).

Финик йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, һыуыҡ тейгәндә, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк тракты эшен нормалләштереүгә ярҙам итә.

Ҡала легендаһы буйынса, кешеләргә сифатлы туҡланыу өсөн, финикта бөтә матдәләр комплексы бар, тиелә. Риүәйәт һәм легендаларҙа хәбәр ителеүенсә, кешеләрҙең бер нисә йыл дауамында финик һәм һыу менән генә туҡланыу осраҡтары билдәле.

Финик юғары продуктлы аҙыҡ[7] гликемик индекс һәм шәкәр миҡдары юғары. Шул сәбәпле, шәкәр диабеты менән проблемалары булған кешеләргә был емеште һаҡлыҡ менән ҡулланырға тейештәр.

Финиктың орлоҡтарын ваҡлап, мал аҙығы итеп тә ҡулланалар. Майын косметика итеп тә, дерматологияла ҡулланырға ла бара. Майында лаурин кислотаһы (36 %) һәм олеин кислотаһы (41 %).

Уңыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүртенсе йылда ағас емеш бирә, 5-6 йылдан һуң беренсе тауар продукцияһы алырға мөмкин була, бер ағастан 8-10 кг . 13 йылдан уңыш 60 — 80 кг тәшкил итә.Тығыҙ ултыртылған плантацияларҙа юғары сортлы бер финик ағасынан 100—150 кг, гектарынан 11-17 тонна уңыш алырға мөмкин. Уртаса донъя тулайым йыйыу гектарынан 5 тонна тәшкил итә. Финиклы пальма 60-80 йыл дауамында юғары уңыш бирә.

Етештереүселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хөрмәне эре етештереүселәр буйынса мәғлүмәт ФАО 2017 йыл[8].

Илдә Етештереү



(мең тонна)
Мысыр Мысыр Туҡһан биш йөҙҙән бер мең
Иран Иран Бер мең биш йөҙ һикһән
Алжир Алжир Илле һигеҙ меңдән бер
Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны Илле дүрт семьсот
Ираҡ Ираҡ Йөҙ йорттарына остальных
Пакистан Пакистан Егерме дүрт йөҙҙән
Флагификация/флагификация Флаг ОАЭ Етмеш биш ситтәр
Судан Судан Утыҙ туғыҙ ситтәр
Оман Оман Өс йөҙ алтмыш
Тунис Тунис Йөҙ алтмыш

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.alwosta.tn/fr/blog/147_dattes-20-bienfaits-3-mefaits-et-5-proprietes-medicinales.html
  2. Teran T. D., Suckow T. So schmeckt Zukunft: Der kulinarische Kompass für eine gesunde Erde (нем.) / Hrsg.: WWF Deutschland — 2021.
  3. Mekonnen M. M., Hoekstra A. Y. Table 3 // The green, blue and grey water footprint of crops and derived crop products (ингл.) // Hydrology and Earth System SciencesCopernicus Publications, 2011. — Vol. 15, Iss. 5. — P. 1577—1600. — ISSN 1027-5606; 1607-7938doi:10.5194/HESS-15-1577-2011
  4. (1936) «Vinegar from Dates». Industrial & Engineering Chemistry 28 (7): 814. DOI:10.1021/ie50319a016.
  5. (1971) «Studies in Ancient Technology». ISSN 2022-02-16. Проверено 2022-02-15.
  6. Израильские ученые вырастили финиковые пальмы из семян — современников Христа. Дата обращения: 6 февраль 2020. Архивировано 6 февраль 2020 года.
  7. Harvard Health Publishing. Glycemic index for 60+ foods. Harvard Health. Дата обращения: 22 март 2020. Архивировано 24 май 2019 года.
  8. FAOstat. Дата обращения: 13 июнь 2019. Архивировано 31 август 2020 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Финики — статья из Большой советской энциклопедии.
  • Химический состав пищевых продуктов: Книга 1: Справочные таблицы содержания основных пищевых веществ и энергетической ценности пищевых продуктов / Под ред. проф., д-ра. техн. наук И. М. Скурихина, проф., д-ра. мед. наук М. Н. Волгарева. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: ВО "Агропромиздат", 1987. — С. 70—71. — 224 с.
  • Редер Д.Г. Роль финиковой пальмы в экономике древнего Египта // Древний Египет и древняя Африка. — М., 1967.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]