Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Фирҙәүес Нафиҡова | ||||
Исеме: |
Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы | |||
---|---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | ||||
Тыуған урыны: |
СССР, Башҡорт АССР-ы | |||
Вафат ваҡыты: | ||||
Вафат урыны: | ||||
Һөнәре: |
балет артисы | |||
Гражданлығы: | ||||
Әүҙем йылдары: |
1956—1986 | |||
Театр: | ||||
Наградалары: |
|
Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы (20 март 1938 йыл — 26 ғинуар 2008 йыл) — балет артисы, бейеүсе, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы Нафиҡова 1938 йылдың 20 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы НКВД хеҙмәткәре, әсәһе — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Күп балалы ғәиләлә Фирҙәүес иң кесеһе. 1942 йылда атаһы репрессияға эләгә һәм һөргәндә мәрхүм була. Бер аҙҙан әсәһе лә вафат булып ҡала. Фирҙәүес балалар йортонда тәрбиәләнә.
1956 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлай һәм ижади эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист булып башлай.
30 йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлай, башҡорт, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра.
1959 йылда Венала Йәштәр һәм студенттарҙың етенсе бөтә донъя фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була.
1975 йылда СССР-ҙың Ҙур театры саҡырыуы буйынса «Дон-Кихот» спектаклендә Китри, «Кармен-сюита» спектаклендә Кармен партияларын башҡара.
Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Фирҙәүес Нафиҡоваға «РСФСР-ҙың халыҡ артисы», «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, 1977 йылда Бизе-Щедриндың "Кармен-сюитаһы"ндағы Кармен роле һәм "Испан миниатюралары"ндағы Ампара-кәләш роле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
1986 йылдан Өфө хореография училищеһында уҡытыусы булып эшләй.
Дүрт балаһы бар.
Төп партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фирҙәүес Нафикованың репертуарына ингән классик, шулай уҡ заманса һәм милли балет партиялары:
- Зарема (Борис Асафьев, «Баҡсаһарай фонтаны»)
- Одетта һәм Одиллия (Чайковский, «Аҡҡош күле»)
- Франциска (Иоганн Штраус, «Зәңгәр Дунай»)
- Медора (Адольф Адан, «Пират»)
- Мирта (Адольф Адан, «Жизель»)
- Китри (Людвиг Минкус, «Дон Кихот»)
- Кармен (Жорж Россиниҙың — Родион Щедрин, «Кармен-сюита»)
- Көлһылыу (Сергей Прокофьев, «Золушка»)
- Фани (Ҡара Караев, «Тропою грома»)
- Зәйтүнғол (Лев Степанов, «Сыңрау торна»)
- Ғәлимә (Халик Заимов һәм А. Чугаев, «Ҡара йөҙҙәр»)
- Тәңкәбикә (Морат Әхмәтов, «Ай тотолған төндә»)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәштәр һәм студенттарҙың етенсе бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1971)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974)
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1977)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1981).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 март 2021)
- Её называли богиней танца 2017 йыл 26 ноябрь архивланған. (К 75-летию со дня рождения выдающейся балерины Фирдаус Нафиковой).
- Ҡалыптар:Эске һылтанмалар
- Ҡалыптар:Ҡалыптар өсөн
- 20 мартта тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфөлә тыуғандар
- 26 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- XX быуат балет артистары
- Рәсәй балет артистары
- СССР балет артистары
- Алфавит буйынса балет артистары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары