Эстәлеккә күсергә

Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фирүзә Абдуллина битенән йүнәлтелде)
Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 февраль 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1][2] (63 йәш)
Тыуған урыны Шүлкә, 1-се Этҡол ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
 Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Викимилектә

Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы (24 февраль 1961 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улының ҡыҙы.

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Байтурина) 1961 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуа.

Шүлкә ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай, 1-се Этҡол урта һәм Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм 1978 йылда урта белем тураһында танытма ала.

19781983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый.

Юғары белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ районының Айыусы урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1983/1984 уҡыу йылының икенсе яртыһынан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә өлкән пионервожатый вазифаһына күсерелә.

1985 йылда тормош иптәше Фидаил менән бергә Ейәнсура районының Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшкә күсерелә, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡыта.

1986 йылда Фирүзә Абдуллина Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә.

1990 йылда ғаиләһе менән бергә кире Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә ҡайта, артабан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

19971999 йылдарҙа уҡытыу менән бер рәттән мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2008 йылдан хаҡлы ялда.

Ижади эшмәкәрләге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡытыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөүе бала саҡтан күңел түрендә урын алған. Үҙен белгән саҡтан алып ҡәләм тирбәтә, шиғыр яҙа, ижад емештәре «Йәш көстәр» исемле ике йыйынтыҡҡа ингән.

«Вконтакте» социаль селтәрендә үҙеңең «Ғәжәп донъя» исемле ижади төркөмөн ойоштора һәм шунда яңы шиғырҙарын даими ҡуйып бара. Шиғриәтен яратыусылар үтенесе буйынса тәүге өс шиғыр йыйынтығын үҙ иҫәбенә ҡағыҙ баҫмала нәшер итеп тарата. Республика райондары һәм ҡалаларында уҡыусылары менән осрашыуҙар йыш үткәрә.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына профессионал һәм үҙешмәкәр композиторҙар Артур Туҡтағолов, Дамир Солтанов, Рәдиф Зарипов, Азат Исҡужин, Юлай Моратов, Альфред Яҡшымбәтов, Хәлил Биктимеров, Иҙел Нурғәлин, Рәмил Туйсин, Динә Аҡназарова, Әминә Бикташева, Рәсимә Динисламова һәм башҡалар йырҙар ижад итә.

Китаптары
  1. Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Шиғырҙар. — Өфө, 2015. — 95 бит.
  2. Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем! Шиғырҙар. — Өфө, 2015. — 200 бит.
  3. Ихлас күңелдән! Шиғырҙар. — Сибай, 2016. — 146 бит.
  4. Йәйғор сатыр. Шиғырҙар. — Өфө, 2017. — 104 бит.
  5. Бәхет бар ул! Шиғырҙар. — Сибай, 2021. — 160 бит.
Йырҙары
  1. Яратҡандар яратыуға мохтаж, Йәғәфәр Нәҙершин көйө Яратҡандар яратыуға мохтаж(недоступная ссылка)
  2. «Болан күҙе», Дамир Солтанов көйө Болан күҙе(недоступная ссылка)
  3. «Сығам әле сәхрәләргә…», Нәсимә Әминова көйө Сығам әле сәхрәләргә… 2022 йыл 31 ғинуар архивланған.
  4. «Ғүмер — аҡҡан һыу», Азат Исҡужин көйө Ғүмер — аҡҡан һыу
  5. «Мөхәббәтем», Азат Исҡужин көйө Мөхәббәтем(недоступная ссылка)
  6. «Үҙ һүҙем бар», Дамир Солтанов көйө
  7. «Йәшәй алмаҫ инем мин һинһеҙ…», Дамир Солтанов көйө Йәшәй алмаҫ инем мин һинһеҙ…(недоступная ссылка)
  8. «Һуңлап ҡуймаһам ине…», Дамир Солтанов көйө Һуңлап ҡуймаһам ине…(недоступная ссылка)
  9. «Әгәр күптән ғашиҡ булмаһам», Юлай Моратов көйө.
  10. «Шылтыратма», Рәсимә Денисламова көйө Шылтыратма(недоступная ссылка)
  11. «Бергә булайыҡ», Рәсимә Денисламова көйө Бергә булайыҡ(недоступная ссылка)
  12. «Мин килермен һиңә», Юлай Моратов көйө Мин килермен һиңә(недоступная ссылка)
  13. «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» Фәнис Солтанғолов көйө Барыһы ла яҡшы буласаҡ!
  14. «Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!» Айрат Хөснуллин көйө Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем! 2022 йыл 31 ғинуар архивланған.
  15. «Ышан» Айрат Хөснуллин көйө Ышан(недоступная ссылка)
  16. «Хыялым» Ринат Әхмәҙиев көйө Хыялым(недоступная ссылка)
  17. «Мин ғашиҡмын һиңә, тыуған ерем» Артур Туҡтағолов көйө Мин ғашиҡмын һиңә, тыуған ерем
  18. «Янда булһа дуҫтарым» Илдар Абдуллин көйө.
  19. «Рәнйетмәсе» Резедә Бүләкова көйө Рәнйетмәсе
  20. «Уралым бөркөттәре» Рөстәм Ғиззәтуллин көйө.
  21. «Рәхмәт, әсәй» Рәдиф Зарипов көйө Рәхмәт, әсәй(недоступная ссылка)
  22. «Һау булһын балаларым» Динә Аҡназарова көйө Һау булһын балаларым(недоступная ссылка)
  23. «Ысын ир-егеттәр» Хәлил Биктимеров көйө Ысын ир-егеттәр(недоступная ссылка)
  24. «Һөйгән йәрҙар» Юлай Үҙәнбаев көйө.
  25. «Беҙ бер туғандар» Иҙел Нурғәлин көйөБеҙ бер туғандар
  26. «Яҡын дуҫ» Иҙел Нурғәлин көйөЯҡын дуҫ(недоступная ссылка)
  27. «Үтә бит ул» Дамир Солтанов көйөҮтә бит ул 2022 йыл 1 февраль архивланған.
  28. «Бәхет ҡошо» Иҙел Нурғәлин көйөБәхет ҡошо 2022 йыл 1 февраль архивланған.
  29. «Тыуған көн» Иҙел Нурғәлин көйөТыуған көн(недоступная ссылка)
  30. «Уйламайым, иламайым» Иҙел Нурғәлин көйө Уйламайым, иламайым(недоступная ссылка)
  31. «Кешеләргә һоҡланам» Иҙел Нурғәлин көйө.
  32. «Ҡараштарың» Динә Аҡназарова көйө.
  33. «Ишеттегеҙме әле?» Нурия Абдуллина көйө.
  34. «Атайҙың ҡосағында» Хәлил Биктимеров көйө.
  35. «Өсмөйөшлө хаттар» Дамир Солтанов көйө.
  36. «Тыуған йорттоң ҡапҡаһы» Фәнис Көҫәпҡолов көйө.
  37. «Яуһын әйҙә ҡарҙары!» Хәлил Биктимеров көйө.
  38. «Әсәйем яһаған сәй» Дамир Солтанов көйө.
  39. «Тик һөйөүгә табынырмын» Рәсимә Денисламова көйө.
  40. «Мин теләйем үҫергә» Вилюр Мәүлитов көйө.
  41. «Өсмөйөшлө хаттар» Ирек Атанов көйө.
  42. «Үтә бит ул» Радик Далхин көйө.
  43. «Атай фәтихаһы» Хәлил Биктимеров көйө.
  44. «Һөйләшәйек» Флера Шәрипова көйө.
  45. «Онотолор һағыштар» Илфаҡ Исҡужин көйө
  46. «Ҡыҙыҡмайым» Дамир Солтанов көйө.
  47. «Онотҡанмын» Динә Аҡназарова көйө.
  48. «Китер саҡта» Динә Аҡназарова көйө.
  49. «Дуғаларҙа ҡыңғырауҙар» Хәлил Биктимеров көйө.
  50. «Йәшлегемдең сағыу мәлдәре» Ильяс Кинйәғолов көйө.
  51. «Һыу буйында тал-тирәк» Хәлил Биктимеров көйө.
  52. «Йәшлегемде һағынам» Хәлил Биктимеров көйө.
  53. «Ҡотло булһын туйығыҙ!» Ғәлинур Юламанов көйө.
  54. «Тик үҙебеҙҙән тора» Ғәлинур Юламанов көйө.
  55. «Тыуған ерем» Рәмил Туйсин көйө.
  56. «Бесәнсе таҡмаҡтары» Флүрә Үҙәнбаева көйө.
  57. «Буран» Дамир Солтанов көйө.
  58. «Юҡ шул әсәйем» Дамир Солтанов көйө.
  59. «Ысын һөйөү» Артур Туҡтағолов көйө.
  60. «Әсәйем» Дамир Солтанов көйө.
  61. «Һин киткәс» Әминә Бикташева көйө.
  62. «Бир ҡулыңды» Әминә Бикташева көйө.
  63. «Бары кәрәктәр генә» Рәмил Туйсин көйө.
  64. «Өс көн генә» Рәмил Туйсин көйө.
  65. «Үбеп кенә уят» Динә Аҡназарова көйө.
  66. «Һағындым һине, әсәйем» Артур Туҡтағолов көйө.
  67. «Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй…» Эльмира Яҡупова көйө.
  68. «Һөйләшәйек» Рәмил Туйсин көйө.
  69. «Ҡабат тыуып булмай» Альфред Яҡшымбәтов көйө.
  70. «Яңғыҙ хәлен белмәй парлылар» Альфред Яҡшымбәтов көйө.
  71. «Бөйөк Еңеү» Артур Туҡтағолов көйө.
  72. «Һинең менән» Хәлил Биктимеров көйө.
  73. «Ҡыҙ бала — ҡунаҡ ҡына» Хәлил Биктимеров көйө.
  74. « Ерҙә ожмах — Хәйбуллам» Динә Аҡназарова көйө.
  75. «Әйҙә, еңгә, өҙҙөрөп баҫ!» Илнар Диниев көйө.
  76. «Өмөт шәмдәреңде һүндермә» Илнар Диниев көйө.
  77. «Ҡайтайым» Динә Аҡназарова көйө.
  78. «Хоҙай ярҙам бирһен көткәндәргә» Гүзәлиә Вәлиева көйө,
  79. «Эҙләгәндәр тапһындар» Гөлназ Закирова.
  80. «Бир, Хоҙайым» Гүзәлиә Вәлиева көйө,
  81. «Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен» Флюра Үҙәнбаева көйө.
  82. «Йылмайығыҙ, кешеләр!» Айрат Хөснуллин көйө.
  83. «Аулаҡ өй» Йәлил Һөйөндөков көйө.
  84. «Һандуғас» Рәдиф Зарипов көйө.
  85. «Беҙ икәү» Артур Туҡтағолов көйө.
  86. «Апайыма» Илнар Диниев көйө.
  87. «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» Айрат Хөснуллин көйө."
  88. «Баламдың байрамы» Нурия Абдуллина
  89. «Ғәйепләмә» Нурия Абдуллина көйө.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектарға ярҙам гранттары конкурсы еңеүсеһе (2021)[3].
  • 2020 йыл хит-парады һөҙөмтәләре буйынса «Юлдаш» радиоһының «Йыл шағиры» (2021)