Флёров Константин Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Флёров Константин Константинович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Общепринятая форма имени автора зоологического таксона Fliórov
Тыуған көнө 4 февраль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған көнө 26 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (76 йәш)
Һөнәр төрө рәссам, анималист, палеонтолог, зоолог, иллюстратор, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө биология һәм Палеонтология[1]
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Борисяк исемендәге палеонтология институты[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Флёров Константин Константинович (4 февраль 1904 йыл26 июль 1980 йыл) — СССР-ҙың ғалим-палеонтологы. Биология фәндәре докторы, профессор. Ю. А. Орлов исемендәге Палеонтология музейы мөдире (1946—1972), СССР Фәндәр академияһының монгол палеонтология экспедицияһында ҡатнашыусы. Рәссам-реконструктор һәм анималист, күп ҡаҙылма хайуандар ҡиәфәтен тергеҙә, XX быуаттың икенсе яртыһында палеонтология тематикаһына иллюстрацияларҙа киң цитаталана.

Эше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19381973 — СССР Фәндәр академияһының Палеонтология институтында эшләй.

- 1945—1946 йылдарҙа бүлек мөдире вазифаһын башҡарыусы.

- 1945—1972 йылдарҙа музей мөдире.

Параллель рәүештә Дарвин музейында эшләй (1937—1946).

1973—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының А. Н. Северцов исемендәге Хайуандарҙың эволюцион морфологияһы һәм экологияһы институтында (ИЭМЭЖ) эшләй.

Умыртҡалылар, нигеҙҙә, хәҙерге заман һәм ҡаҙылма һөтимәрҙәр буйынса белгес.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала саҡтан зоопаркта хайуандарҙың һүрәтен төшөрөргә ярата.

1913 йылда, 9 йәшендә рәссам В. А. Ватагин (киләсәктә — СССР художество академияһының мөхбир ағзаһы) менән таныша. Ватагин Константин Флёровтың художестволы һәләтенә иғтибар итә һәм уны анималистик һүрәт студияһына алып килә, унда А. С. Степанов (Рәсәй художество академияһын тамамлаусы, Рәсәйҙә тәүге анималистарҙың береһе) уҡыта.

Степанов студияһында Константин Флёров рәсем сәнғәте академик мәктәбенең профессиональ белемен ала.

Өс компонент: революцияға тиклемге һәм революциянан һуңғы осорҙар һынлы сәнғәтендә ағымдар менән ҡыҙыҡһынмау; юғары художество уҡыу йорттарында махсус анималистик курстың булмауы; зоология менән ҙур ҡыҙыҡһыныу — К. К. Флёровтың һөнәр һайлауын билдәләй. Ул Мәскәү университетының биология бүлегенә (ул ваҡытта Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлеге) уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта Флеров һүрәт төшөрөүҙән туҡтамай.

1925 йылда Флеров уҡыуын уңышлы тамамлай.

Университетты тамамлағандан һуң 30 йыл дауамында Ленинградта Зоология институтында эшләй. Бик күп ғилми экспедицияларҙа һәм сәфәрҙәрҙә ҡатнаша.

1935 йылда Флеровҡа диссертация яҡламайынса биология фәндәре кандидаты дәрәжәһе бирелә.

1938 йылда академик В. А. Ватагин К. К. Флёровты Мәскәүҙә Дарвин музейында бергәләп эшләргә саҡыра. Флеров саҡырыуҙы ҡабул итә һәм 1946 йылға тиклем музейҙа эшләй.

Бында, ҡыҙыҡлы биологик коллекциялар базаһында, Ерҙә хайуандар донъяһы эволюцияһының төп этаптарын тергеҙеүсе һынлы сәнғәт һәм скульптура эштәре серияһын башҡарырға хәл ителә. Флеровтың профессионал зоолог һәм профессионал рәссам булыуы уға һөлдәләре буйынса хайуандарҙың тышҡы ҡиәфәтен уңышлы тергеҙергә, уларҙың скульптура һынын булдырырға һәм боронғо донъя темаһына һүрәт төшөрөргә мөмкинлек бирә.

1948 йылда Флёров «Оленеобразные — монографическое описание» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Флеровтың юҡҡа сыҡҡан хайуандарҙы реконструкциялауы һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлауы палеонтологтарҙың иғтибарын йәлеп итә. 1946 йылда уға Палеонтология музейы директоры вазифаһын биләргә тәҡдим итәләр. Флеров тәҡдимде ҡабул итә һәм артабан был вазифаны 26 йыл, 1972 йылға тиклем биләй.

Белеме буйынса хәҙерге заман фаунаһын өйрәнеүсе зоолог булараҡ, Флеров палеонтологияла ла үҙенең иғтибарын Ер тарихының һуңғы геологик этабына, хәҙерге һөтимәрҙәрҙең барлыҡҡа килеү осорона йүнәлтә.

Ғалимдың фәнни тикшеренеүҙәре параллель рәүештә картиналар серияһында уларҙың художестволы кәүҙәләнеше менән оҙатыла. Был хеҙмәттәре тотош бер дәүер донъяһын — дүртенсел осорҙо тергеҙә.

Шул уҡ ваҡытта Константин Константинович бик күп график эштәр башҡара: Балалар энциклопедияһының палеонтология бүлеген, һунар һәм кәсеп хайуандары Атласын, академик В. А. Обручевтың һәм Я. А. Орловтың, ғалим һәм фәнни-фантастик яҙыусы И. А. Ефремовтың китаптарын иллюстрациялай.

1971 йылда Парижда дүртенсел осорҙо өйрәнеүсе ғалимдарҙың конгресында Флеровтың һынлы сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһе ҡуйыла. Ул тамашасыларҙа ҙур уңыш ҡаҙана.

Шунда уҡ ғалим-антрополог М. М. Герасимовтың хеҙмәттәре күрһәтелә.

Ике ғалимдың, палеонтолог-рәссам һәм антрополог-скульпторҙың аралашыуы һөҙөмтәле була. Һуңынан Флеров «Боронғо кеше» темаһына һүрәттәр серияһын ижад итә.

Һуңыраҡ, 1973 йылдан Константин Флеров СССР Фәндәр академияһының А. Н. Северцов исемендәге Хайуандарҙың эволюцион морфологияһы һәм экологияһы институтында (ИЭМЭЖ) эшләй.

1980 йылдың 26 июлендә 76-сы йәшендә йөрәге туҡтауҙан вафат була.

Ижади мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флёровтың сәнғәт әҫәрҙәре Санкт-Петербургта Зоология музейында, Дарвин музейында, академик Я. А. Орлов исемендәге палеонтология музейында, Монголия халыҡ музейында һәм Германиялағы дүртенсел палеонтология институтында урынлашҡан.

Рәссам сит ил коллегаларына һәм СССР Фәндәр академияһының Палеонтология институты хеҙмәткәрҙәренә бер нисә әҫәрен бүләк итә, бөгөн улар шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Рәссамдың күп кенә әҫәрҙәре бөтә XX быуаттың икенсе яртыһы дауамында махсус, фәнни-популяр һәм уҡыу әҙәбиәтендә, филателияла, күргәҙмә әсбаптарҙы һәм музей экспозицияларын биҙәгәндә киң файҙаланыла һәм репродукциялана.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим иҫәбендә 110 баҫма, шул иҫәптән 6 монография.

Төп хеҙмәттәре:

  • «Звери Таджикистана, их жизнь и значение для человека» (в соавт., 1935, М.-Л. Труды Таджикской базы АН СССР, Т.1).
  • «Кабарги и олени» (1952, М.-Л.: Изд-во АН СССР).
  • «История фауны млекопитающих в четвертичном периоде» (в соавт., 1955, M.: издание МГУ).
  • «Диноцераты Монголии» (1957, Тр. ПИН, Т.67).
  • «Зоогеография палеогена Азии» (в соавт., 1974, Тр. ПИН, Т.146).
  • «Зубр. Морфология, систематика, эволюция, экология» (в соавт., 1979, M.: Наука).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Flerov, Konstantin Konstantinovič // Чешская национальная авторитетная база данных