Эстәлеккә күсергә

Фокина Людмила Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фокина Людмила Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 август 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Азов районы, Ростов өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 30 ноябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, Рәсәй
Ерләнгән урыны Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов)
Һөнәр төрө фрезеровщик, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXIV съезд КПСС[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Фокина Людмила Ивановна (19312006) — фрезерлаусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Людмила Ивановна Фокина 1931 йылдың 2 авгусында Задонский утарында (хәҙер — Азов районы Ростов өлкәһе) тыуған. Фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлаған, унан һуң А.И.Микоян исемендәге Ростов дәүләт аяҡ-кейемдәре аяҡ кейемдәре фабрикаһында эшләй[1].

Ҡырҡ йыл самаһы фабрикала эшләй. Был ваҡыт эсендә Фокина бер нисә һөнәр, шул иҫәптән аяҡ-кейемдәрен фрезерлаусы булып та эшләй. Производство алдынғыһы була, смена нормаларын ике тапҡырға арттырып үтәй, социалистик ярыштар инициаторы була[1].

СССР Юғары Советы Президиумың 1971 йылдың 5 апрелендәге Указы менән «биш йыллыҡ план заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәне һәм еңел сәнәғәт туҡымалары, трикотаж, аяҡ-кейемдәре, тегеү әйберҙәре һәм башҡа тауарҙар етештереүҙә ҙур ижади өлөш индергәне өсөн Людмила Ивановна Фокинаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, Ростов ҡала комитеты һәм өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана, КПСС -тың XXII һәм XXIV съездары делегаты, 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты. 1986 йылда Фокина пенсияға сыға.

2006 йылдың 30 ноябрендә вафат була [1], Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Фокина Людмила Ивановна. «Герои страны» сайты.