Фәйезов Фәнүз Фәйез улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәйезов Фәнүз Фәйез улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 22 июль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мишкә районы, Ҡыйғаҙытамаҡ
Вафат булған көнө 15 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Ҡалтасы районы, Краснохолмский
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Фәйезов Фәнүз Фәйез улы (1935 йылдың 22 июле, Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы — 15 ноябрь, 2009, Краснохолмский, Башкортстан Республикаһы) - «Башнефть» етештерү берләшмәһенең Краснохолмский эштәре идараһы быраулаусыһы, Социалистик Хезмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнүз Фәйез улы Фәйезов 1935 йылдың 22 июлендә БАССР-ҙың Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуа. Белеме-тулы булмаған урта.

Хезмәт эшмәкәрлеген 1952 йылда Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел урман хуҗалығында тракторсы булып башлай, быраулау эштәре идараһының уҡытыу-курс комбинатында быраулаусылар курстарын тәмамлағандан һуң (1953) «Башвостокнефтеразведка» тресының Ҡалтасы быраулау контораһында слесарь булып эшләй. 1955—1957 йылдарҙа — «Свердловск өлкәһе» тресының Свердлов исемендәге шахта электр слесары, 1958-1963 йылдарҙа — «Башвостокнефтеразведка» тресының Ҡалтасы быраулау контораһы быраулаусыһы ярҙамсыһы, 1969—1983 йылдарҙа - «Башнефть» етештереү берләшмәһенең Краснохолмский быраулау эштәре идараһы быраулаусыһы.

Ф.Ф. Фәйезов етәкләгән быраулау вахтаһы юғары хеҙмәт әүҙемлеге менән айырылып тора. Унынсы биш йыллыҡ йылдарында (1976—1980) вахта план буйынса 27 400 метр тау тоҡомдарын 35 577 метр быраулай. Быраулауҙың коммерция тиҙлеге айына 2 640 метр тәшкил итә. Ф.Ф. Фәйезов етәкселегендәге быраулау бригадаһы яңы быраулау яйланмаларын уҙләштерә, Башкортстандың ҡайһы бер нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Нефть сығарыу буйынса унынсы биш йыллыҡ пландарын ваҡытынан алда үтәүҙә ирешкән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөе СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 6 февралендәге Указы менән Ф.Ф. Фәйезовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1995 йылда пенсияға киткәнсе «Башнефть» етештерү берләшмәһенең Краснохолмск быраулау эштәре идараһының быраулау мастеры, быраулаусы булып эшләй.

Фәйезов Фәнүз Фәйез улы 2009 йылдың 15 ноябрендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хезмәт Геройы (1981) Ленин ордены (1974, 1981), «Почет Билдәһе» (1966), төрле миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]