Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле | |
Коллектив тураһында мәғлүмәт | |
---|---|
Йылдар |
1939 |
Ил | |
Ҡала | |
gaant-rb.ru |
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
«Башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индереү һәм пропагандалау өсөн» Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыусы берҙән-бер коллектив.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йыл—1938 йылдарҙа коллектив БАССР-ҙың Берләшкән театрҙар ҡарамағындағы концерт-эстрада бюроһында барлыҡҡа килә, Башҡорт театр училищеһы һәм үҙешмәкәр башҡарыусыларынан төҙөлә. 1938 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында булдырылған Башҡорт йыр, бейеү һәм музыка ансамбленә үҙгәртелә. 1939 йылдың 11 мартында Игорь Моисеев уҡыусыһы Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы ансамблде етәкләй башлай. Был дата ансамблдең тыуған көнө һанала.
1940 йылда Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә айырыла. 1940 йылдың йәйендә ансамблдең Башҡортостан буйлап беренсе гастролдәре үтә. 1941 йылдың башында Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша. 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡабаттан ҡатнаша, бөтә союзға билдәле булып китә.
1988 йылда коллективҡа Фәйзи Ғәскәров исеме бирелә.
1991 йылда филармониянан айырылып сығып, юридик шәхес статусын һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле исемен ала. 1994 йылда бер үк ваҡытта АҠШ һәм Төркиә илдәренә гастролдәргә сыға.
1996 йылдың декабрь айында Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы ансамблгә «Академик» исемен бирҙе.
2007 йылда ансамбль Урал-Волга буйы төбәгендә тиңе булмаған үҙ бинаһына эйә була.
- 2013 йылдың октябрендә ЮНЕСКО штаб-фатирында ансамблегә «Биш ҡитға» алтын миҙалы, «Донъя илсеһе» дипломы тапшырылды[1].
2016 йылдың июнендә Мексикала үткән Бөтә донъя фольклориадала ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай.
Маҡтаулы исемдәре һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1978).
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990)
- «Донъя йондоҙҙары» фестиваленең бронза бүләге (1994, Төркиә).
- «Известия» гәзитенең «Танылыу» премияһы (2005, декабрь).
- ЮНЕСКОның «Биш ҡитға» алтын миҙалы һәм «Донъя илсеһе» дипломы (2013, октябрь).
Репертуар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Алтын фонд» (ҡуйыусы Ф. Ғәскәров)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ете ҡыҙ» башҡорт лирик бейеүе
- «Заһиҙә» башҡорт лирик бейеүе
- «Заһира» башҡорт бейеүе
- «Гөлнәзирә» тау башҡорттары бейеүе
- «Шаян ҡыҙҙар» шаян башҡорт бейеүе
- «Өс таған» башҡорт бейеүе
- «Өйрәтеүселәр» башҡорт бейеүе
- «Төньяҡ амурҙары» башҡорт бейеүе
- «Кис ҡапҡа төбөндә» мари бейеүе
- «Кейәү» шаян татар бейеүе
- «Бесәнселәр» татар бейеүе һәм башҡалар.
Башҡорт бейеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ҡурай сәскәһе» башҡорт бейеүе — хореографик постановка
- «Бөркөттәр иле» башҡорт бейеүе — хореографик постановка
- «Байыҡ» хәрби башҡорт бейеүе
- «Француз яулығы» башҡорт бейеүе
- «Ҡумыҙ иленән» башҡорт бейеүе
- «Башҡортостан йәшлеге» башҡорт бейеүе
- «Еҙ үксә» башҡорт ир-егеттәре бейеүе һәм башҡалар.
Рәсәй һәм Яҡын сит илдәр халыҡ бейеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Урыҫ сюитаһы» бейеүе
- «Камчатка яҙмалары» коряк бейеүе
- «Күңел асыу» белорус бейеүе
- «Тверь күңел асыуҙары» урыҫ бейеүе
- «Кария» сыуаш бейеүе
- ингуш байрам бейеүе
- удмурт байрам бейеүе
- «Шалом» йәһүдтәр бейеүе
- «Гопак» украин бейеүе һәм башҡалар.
Алыҫ сит ил халыҡтары бейеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Кантри» америка бейеүе
- «Гаучо» аргентина көтөүселәре бейеүе
- елпеүес менән корея бейеүе
- «Андалусия кистәре» испан бейеүе
- «Арагон хотаһы» испан бейеүе
- һинд бейеүе
- «Чичердык» ҡалмыҡ бейеүе
- "Бангладеш ритмдары һәм көйҙәре "
- «Сиртаки» грек бейеүе
Был ансамбль башҡарған бейеүҙәрҙең тулы исемлеге түгел. Бөгөнгө көндә труппа донъя халыҡтарының 140-тан ашыу бейеүҙәрен сәхнәгә сығарған.
«Ғәскәровсылар»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы, 1973—1991 йылдарҙа ансабль солисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
- Фәхретдинов Әнүәр Нуретдин улы — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
- Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы
- Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы
- Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы
- Әбделмәнов Рим Сәлимйән улы — балет артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1989).
- Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
- Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000).
- Фәсхетдинов Ридик Әхмәт улы — баянсы, ансамблдең концертмейстеры. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1982).
- Мөлөков Рөстәм Миңнерәүефулы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Тутманова Ася Валентиновна.
- Тотманов Рәдис Нурислам улы — ансамбль солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Осипов Николай Иванович — ансамбль солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Государственный академический ансамбль народного танца РБ имени Г. Ф. Гаскарова//Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. 272 с. — С. 168—171.
- Хайруллин Р. Башкирский государственный ансамбль народного танца. Уфа, 1966.
- Саитов С. Башкирская государственная филармония. М.-Л., 1969.
- Башкирский государственный ансамбль народного танца: Альбом. Текст Е. Варламовой. Сост. А. Фахрутдинов. Уфа, 1978.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Информация из Официального сайта Министерства культуры РФ 2014 йыл 27 февраль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/5136-sk-rov-f-isemend-ge-khaly-beje-re-ansamble 2016 йыл 22 апрель архивланған.
- ролик с презентацией ансамбля 2007 йыл 6 март архивланған.
- Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мексикала
- Ансамбль Гаскарова
- Концертный зал Государственного Академического Ансамбля Народного Танца им. Файзи Гаскарова.
- Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне
- Ғәскәров исемендәге ансамбль бейеүсеһе Мексикала «Мисс фестиваль» исеменә лайыҡ булды