Эстәлеккә күсергә

Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәнил Йәмғетдин улы Шәрипов битенән йүнәлтелде)
Фәнил Шәрипов
Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы
Тыуған көнө:

5 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бүздәк районы Үрнәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Ижад йылдары:

1983 —

Жанр:

проза, тарихи очерк, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы (5 июнь 1947 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы[1][2]

Фәнил Йәмғетдин улы Шәрипов 1947 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Үрнәк ауылында (хәҙер бөткән) тыуған. 1958 йылда Хажиман ауылындағы башланғыс, 1962 йылда — Сабай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

Артабан урындағы «Үрнәк» колхозында бер йыл эшләй һәм 1963 йылда Октябрьский ҡалаһының 4-се һөнәрселек техник училищеһына уҡырға инә. Бында ташсы һөнәре үҙләштергәндән һуң, «Туймазынефтестрой» тресының 3-сө төҙөлөш идаралығына хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

1966—1968 йылдарҙа Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә (рус телендә ҡыҫҡаса — ГСВГ) хәрби хеҙмәттә була, ирекле көрәш буйынса төркөм беренселеге өсөн ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүҙәргә өлгәшә һәм ҡаралған нормативтарҙы үтәү һөҙөмтәһендә «Ирекле көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат» исеменә лайыҡ була.

Совет Армияһы сафынан запасҡа ҡайтарылғандан һуң тыуған районының Ҡаран ауылындағы урта мәктәптә хеҙмәт һәм рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, бер үк ваҡытта ирекле көрәш секцияһы алып бара, киске мәктәптә 9-сы синыфты тамамлай.

1969 йылдың көҙөндә ғаилә ҡора һәм, Нефтекама ҡалаһына күсеп килеп, урындағы «Башнефтепромстрой» тресының 4-се төҙөлөш идаралығында ташсы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

Кистәрен эшсе йәштәр мәктәбендә уҡый һәм 11-се синыфты тамамлай, артабан ситтән тороп В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының (хәҙер Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты) тарих-филология факультетында «журналист» һөнәрен үҙләштерә һәм Краснокама районы гәзите «Вперёд» — «Алға» (бөгөн «Камские зори» — «Кама таңдары») редакцияһында хәбәрсе булып эш башлай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • По следам предков рода Канглы: Очерки. — Уфа: Гилем, 2012. (рус.)[4]
  • Ысын йөрәктән: Этюд, нәҫерҙәр һәм хикәйәләр. — Нефтекама: «Нефтекама матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһы, 2011. — 110 бит.
  • Тәрән тамырҙар. 1-се китап: Оло юлдың башы: Очерктар. — Нефтекама: «Нефтекама матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһы, 2009.
  • Миней батыр: Очерктар. — Нефтекама: «Нефтекама матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһы, 2008.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Один среди равных. К 830-летию со дня основания Канглинского улуса. «Ватандаш» журналы, 2015, июнь, 27-29 биттәр.
  • Минәй ҙә тигән, һай, батыр. Тарихнамә. «Ағиҙел» журналы, 2014, июль, 126-148 биттәр.
  • Ҡан-Ҡанлы (Ҡанглы) шәжәрәһе. «Ватандаш» журналы, 2010, февраль, 202-206 биттәр.
  • Минәй батыр Солтоков. Тарихи очерк. «Ватандаш» журналы, 2010, октябрь, 75-94 биттәр.
  • Ҡанлылар берләшә. «Ағиҙел» журналы, 2010, февраль, 189-190 биттәр.
  • Ҡанлылар байрағы аҫтында. «Ағиҙел» журналы, 2009, март, 148-153 биттәр.
  • Асфандияров А., Ф. Шарипов. Равные среди равных. 455 лет добровольного вхождения канлинских родов в Московское государство. «Ватандаш» журналы, 2008, октябрь[5].
  • Башкирский самородок. «Ватандаш» журналы, 2008, октябрь, 37-46 биттәр.
  • Шежере рода Кан-Канлы. «Ватандаш» журналы, 2007, май, 178—185 биттәр.
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2017)
  • «Урал» башҡорт милли үҙәгенең Маҡтау грамотаһы (2012)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы (2008)
  • Нефтекама ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы (2007)
  1. Очень свежие члены СП РБ Сайт «Объединение русских писателей РБ», 2015, 26 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2017)
  2. Союз писателей РБ » Новости » Правление Союза писателей РБ. Торжественный прием новых членов Союза писателей Республики Башкортостан. 2015, 1 декабрь(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2017)
  3. РЕГИОНАЛЬНАЯ ОБЩЕСТВЕННАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ БАШКИРСКОГО РОДА «КАНЛЫ» РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Шарипов Фаниль Ямгутдинович. ПРЕДСЕДАТЕЛЬ. «CБИС» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2017)
  4. Официальный сайт администрации сельского поселения Канлы-Туркеевский сельсовет муниципального района Буздякский район Республика Башкортостан. По следам предков рода «Канлы». 2012, 19 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2017)
  5. «Ватандаш» журналы, 2008, октябрь, 47—50 биттәр 2014 йыл 17 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)