Фәрхәт
Фәрхәт |
Фәрхәт — ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтар ҙа балаһына был исемде теләп ҡуша.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрхәт (Фәрғәт) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә фарсы, ғәрәп телдәре аша ингән, фарсы теленән тәржемә иткәндә зирәк, еңелмәҫ тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы (2 ноябрь 1966 йыл) — кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, БР-ҙың күренекле спортсыһы. Өфө дәүләт авиация техниу университеты тәрбиәләне ноябрь үсеһе (тренерҙары: Г.И. Мокеев, Э.Н. Нурмөхәмәтов, Р.С. Саяпов, В.Д. Чистонов). Кикбоксинг буйынса Рәсәй командаһы ағзаһы (1992–1998). Донъя чемпионы (1994), профессионалдар араһында БДБ илдәре чемпионы (1992—1993); Европа чемпионы (1996), Азия чемпионы (1995, 1997), Рәсәй чемпионы (1992–1996), Донъя кубоктарының көмөш призёры (1997, 1999), кикбоксинг буйынса донъя чемпионаттарының бронза призёры (1992, 1995). Сават буйынса Европа һәм Рәсәй чемпионы (1996, 1998).
Хатмуллин Фәрғәт Раһип улы — Башҡортостан Республикаһы Архангель районы башлығы (2008 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007).
Ҡасимов Фәрғәт Фәтҡулла улы — Көньяҡ Урал дәүләт аграр университетының «Физик тәрбиә» кафедраһы доценты, кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Рәсәй Кикбоксинг федерацияһының беренсе Вице-президенты, халыҡ-ара категориялы судья. Рәсәй, Европа, Донъя чемпионаттары судьяһы тәжрибәһенә эйә.
Фәтҡуллин Фәрхәд Наил улы (2 ноябрь 1979 йыл) — синхрон тәржемәсе, фрилансер. «Йыл викимедиасыһы — 2018».
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрхәд — Фәрхәд һәм Ширин (Навои поэмаһы) геройы.
Фәрхәт — төрөк шағиры Назим Хикмәттең «Фәрхәд һәм Ширин» поэмаһына нигеҙләнеп яҙылған либреттоһы буйынса Ариф Мәликов Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында ҡуйған Мөхәббәт тураһында легенда (балет)тың төп геройы.
Фәрхәт — төрөк шағиры Нәзим Хикмәт «Мөхәббәт тураһында йыр» әҫәре буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған спектаклдең төп геройы.
Фәрхәт — «Мөхәббәт тураһында ҡисса» балетындағы төп герой.
Фәрхәт — Фәрит Богданов «Атылған йондоҙ» (1992) әҫәрендәге герой.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |