Эстәлеккә күсергә

Әбдүшев Хәбибулла Бәхтигәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хабибулла Абдюшев битенән йүнәлтелде)
Әбдүшев Хәбибулла Бәхтигәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 март 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Денис, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 декабрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Денис, Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тракторсы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Әбдүшев Хәбибулла Бәхтигәрәй улы (1 март 1920 йыл23 декабрь 1988 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, трактор бригадаһы бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Хәбибулла Бәхтигәрәй улы Әбдүшев 1920 йылдың 1 мартында Денис ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы). 1934 йылда Фёдоровка районы «Сулпан» колхозында мал ҡараусы булып эш башлай. 1935 йылдан БАССР-ҙың Фёдоровка районы Октябрь МТС-ында тракторсылар курсында уҡый.

Эш урыны: 1936 йылдан — Октябрьский МТС-ы тракторсыһы. 1941 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла. 583-се айырым гвардия миномёт дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1]. 1944 йылда һаулыҡ торошо буйынса демобилизациялана.

Һуғыштан һуң Әбдүшев Хәбибулла Бәхтигәрәй улы тракторсы булып эшләй, 1951—1959 йылдарҙа — трактор бригадаһы бригадиры, 1959 йылдан — Фёдоровка районы Фрунзе исемендәге колхоздың комплекслы бригадаһы бригадиры.

1963 йылда Х. Б. Әбдүшев бригадаһы беркетелгән 750 гектар майҙандан гектарынан 18,7 центнер уңыш иген йыйып ала. 1964 йылда 775 гектар майҙандан иген уңышын гектарынан уртаса 20,5 центнер, 110 гектар майҙандан борсаҡтан — 26 центнер, 112 гектар майҙандан бойҙай уңышын — 22 центнер, шәкәр сөгөлдөрөн 120 гектар майҙандан — гектарынан 164 центнер йыйҙы. 1965 йылда 805 гектар майҙандан гектарынан алып 18,6 центнер иген уңышы алды.

Бойҙай, арыш, ҡарабойҙай һәм башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын етештереүҙә һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа һәм техниканы юғары етештереүсәнлекле ҡулланыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июне Указы менән Xәбибулла Әбдүшевҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» маҡтаулы исеме бирелә.

1966 йылдың июненән 1980 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, Фёдоровка районы Фрунзе исемендәге колхозда агроном, машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булып эшләй.

Тыуған ауылы Дениста йәшәй. 1998 йылдың 23 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]