Хажин Ильяс Абдулғәни улы
| Хажин Ильяс Абдулғәни улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1902 |
| Тыуған урыны | Ниғәмәт, Баймаҡ районы, СССР |
| Вафат булған көнө | 1966 |
| Вафат булған урыны | Ниғәмәт, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | Ездовой |
| Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хажин Ильяс Абдулғәни улы (1902 йыл — 1966 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия ҡыҙылармеецы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғышҡа тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ильяс Абдулғәни улы Хажин 1902 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
Үкһеҙ етем ҡалғас, бер туған ағаһы Әминев Һиҙиәт тәрбиәһендә үҫә. Йәше еткәс, хеҙмәт армияһына алынып, Үзбәкстанда эшләй. Армиянан ҡайтҡас, Таулыҡай ауылы ҡыҙы Күсәрбаева Мәҙинә Рәхмәтулла ҡыҙына өйләнә.
Һуғыш осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылда Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы сафына алына[1].
Яңы ойошторолған 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһына билдәләнә. 62-се кавалерия полкында ат йөрөтөүсе (коновод) һәм ездовой булып хеҙмәт итә[1].
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Баймаҡ районы «Үрнәк» колхозында йылҡы фермаһы мөдире булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә Дан ордены (1945)
- ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Кёнисбергты алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Варшаваны азат иткәне өсөн» миҙалы (1945)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хажин Ильяс Абдулғәни улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән «Они вернулись с победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» баҫмаһының 2-се томында [2] һәм Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлектә бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. ХАЖИН Ильяс Абдулганиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2021)
- ↑ Они вернулись с победой. Баймакский район. Т.2
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дорога памяти. ХАЖИН ИЛЬЯС АБДУЛГАЛИЕВИЧ 2021 йыл 29 июнь архивланған.
- Память народа — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Хажин Ильяс Абдулганиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. ХАЖИН Ильяс Абдулганиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2021)
- 1902 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 1966 йылда вафат булғандар
- Баймаҡ районында вафат булғандар
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Башҡортостанда тыуғандар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары