Эстәлеккә күсергә

Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатов битенән йүнәлтелде)
Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы
Тыуған ваҡыты

16 март 1851({{padleft:1851|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы) Өйҙөрәкбаш ауылы

Үлгән ваҡыты

1921({{padleft:1921|4|0}})

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 19161917
19181920

Хәрби звание

Рәсәй флагыГенерал-майор
Генерал-лейтенант

Командалыҡ итеү

Башҡорт айырым корпусы
1-се Башҡорт пехота дивизияһы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе бөтә донъя һуғышы, граждандар һуғышы

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены

Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы (16 март 1851 йыл — 1921 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осороноң хәрби эшмәкәре. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Башҡорт[1][2]. 1918—1920 йылдарҙа Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.

Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатов Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында 1851 йылдың 16 мартында тыуған. Атаһы Исхаҡ Мөхәммәтрәхим улы — 3-сө Мишәр кантонының хәрби старшинаһы.

1866 йылда Ырымбур кадет корпусын тәмамлай. 1900—1904 йылдарҙа — Орск пехота полкында. 1908 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

1916 йылдың 18 апреленән 152-се запас пехота полкы командиры. 1918 йылдың 8 ғинуарынан 1-се Мосолман уҡсылар бригадаһы командиры. 1917 йылда — Бәләбәй гарнизоны башлығы.

1918 йылда башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып. 1918 йылдың 28 сентябренән 1-се Башҡорт пехота дивизияһы башлығы, һуңынан Башҡорт айырым корпусы командиры. Октябрҙә генерал-лейтенант званиеһы бирелә. 1918 йылдың 28 ноябренән — Башҡорт милли ғәскәре башлығы.

1921 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

  • 3-сө дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены;
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены;
  • 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены;
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены;
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены.
Ҡатыны — Бибизәйнәп, Бохара сауҙагәре Камалбай Йәҙгәровтың ҡыҙы.
Улдары
Сәйетгәрәй (1904—1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Өфө моторҙар эшләү заводы хеҙмәткәре.
Рөстәм (1905—1938) — хәрби эшмәкәр. Ҡара диңгеҙ флоты һыу аҫты кәмәләре дивизионының командиры. 3-сө ранг капитаны.
Ҡыҙы — Миәссәр (1907—1964), Мәскәү медицина институтының ике курсын тамамлай, Ҡырымда йәшәй, 1926 йылда Башҡортостанға ҡайта.
  1. Ислам на Урале. Энциклопедический словарь. Серия Ислам в Российской Федерации. Выпуск V. Москва-Нижний Новгород. ИД «Медина». 2009. — 479 с. (на с.148)
  2. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.):Монография.- Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с. (на с.194)
  3. Азат Садреев. В Башкирии открыли бюст генералу Хаджи-Ахмету Ишбулатову. Bash.News (6 октябрь 2018). Дата обращения: 24 сентябрь 2018.