Халыҡтың миграцияһы
Халыҡтың миграцияһы (лат. migratio — күсенеү) — кешеләрҙең бер төбәктән (илдә, донъяла) икенсе төбәккә күсеп йөрөүе.
Терминология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Миграциялаусы кешеләр мигрант тип йөрөтөлә. Тышҡы (континент-ара, дәүләт-ара) һәм эске (ил төбәктәре, ҡалалары, ауылдары араһында һ. б.) миграциялар була.
Илдән ситкә күсеүселәр — эмигант, илгә күсеп килеүселәр иммигрант була. Улар араһындағы айырма миграция сальдоһы тип атала ил халҡы һанына туранан-тура йоғонто яһай.
«Халыҡ миграцияһы» тигән төшөнсәгә төрлө мәғәнә һалына. Инглиз ғалимы Э. Г. Равенштейн миграция өлкәһендә тәүге тәрән хеҙмәттең авторы булып тора (1885 йыл). Бөйөк Британияла һәм Төньяҡ Америкала миграция барышын тикшереп, ул миграцияның ун бер законын формалаштыра. Уның төп положениелары түбәндәгеләр:
- күсенеүҙәрҙең иң күбе ҡыҫҡа араларға яһала;
- территориаль үҙәк ни тиклем ҙур булһа, шул тиклем ылыҡтырғысыраҡ;
- һәр миграция ағымына ҡаршы ағым барлыҡҡа килә;
- эре ҡалалар, халыҡ һанының тәбиғи артыуына ҡарағанда, миграция иҫәбенә нығыраҡ үҫә;
- миграция сәнәғәт һәм сауҙа, бигерәк тә транспорт үҫешенә бәйле;
- миграция өсөн иҡтисади сәбәптәр төп әһәмиәткә эйә.
Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ | Страна | Количество мигрантов (млн. чел.) |
---|---|---|
1 | ![]() |
45,8 |
2 | ![]() |
11,2 |
3 | ![]() |
9,8 |
4 | ![]() |
9,1 |
5 | ![]() |
7,8 |
6 | ![]() |
7,8 |
7 | ![]() |
7,4 |
8 | ![]() |
7,3 |
9 | ![]() |
6,5 |
10 | ![]() |
6,5 |
Халыҡ-ара миграция ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда халыҡ-ара мигранттар һаны 214 миллион кеше йәки донъя халҡының 3,1%-ын тәшкил иткән[4]. Был күрһәткес ошо тиҙлек менән үҫһә, 2050 ул 405 миллионға етәсәк.
БМО-ның Иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса департаментының 2013 йыл 11сентябрь баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяла мигранттар һаны 232 миллион кеше (Ер халҡының 3,2%-ы) булған.[1][2][3] Донъялағы иң ҙур күсенеү коридорҙары: Мексика — АҠШ (2013 йылдың ғинуар — авгусында 13 миллион кеше), Рәсәй — Украина (3,5 млн, Украина — Рәсәй (2,9 млн), Ҡаҙағстан — Рәсәй (2,5 млн.)[5]
Рәсми һандар тулы картинаны күрһәтмәй. Мәҫәлән, стажерҙар, студенттар, туристар (уларҙың ҡайһылары эшкә урынлашып, барған илендә тороп ҡала) мигрант тип һаналмай. Теркәлмәй ингән мигранттарҙы ла һанаусы юҡ[6]
Миграция хәрәкәтен классификациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Миграция типтары:
- эске һәм тышҡы миграция
- туристарҙың һәм ауыл хужалығы эшсәндәренең миҙгелле миграцияһы
- үҫеүсе илдәрҙә индустриализация һөҙөмтәһендә ауылдан ҡалаға миграция (урбанизация)
- алдынғы илдәрҙә ҡаланан ауылға күсеү (рурализация)
- күсмәселектә һәм ғибәҙәт сәфәрҙәрендә йөрөү
- ҡыҫҡа ваҡытлы һәм оҙайлы
- маятниклы миграция
- сик аша йә транзит миграция.
Төрҙәр буйынса классификация:
- ижтимағи ойошҡан
- ойошмаған.
Сәбәптәр буйынса классификация:
- иҡтисади
- социаль
- мәҙәни
- сәйәси
- хәрби.
Стадиялар буйынса классификация:
- ҡарар ҡабул итеү
- территориаль күсенеү
- адаптация
Миграция сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эске миграция сәбәптәре — эш эҙләү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, йәшәү рәүешен үҙгәртеү һ. б.
Халыҡ-ара миграцияның төп сәбәбе — иҡтисади, йәғни ҙурыраҡ эш хаҡы эҙләү (төрлө илдә бер үк эш өсөн төрлө эш хаҡы түләнә).
Миграцияның сәбәптәре араһында һуғыштар, сәйәси бәрелештәр, тәбиғәт һәләкәттәре бар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Newsru.com Опубликован доклад ООН о числе иностранных мигрантов — среди лидеров США и Россия
- ↑ 2,0 2,1 BBC Доклад ООН: США и Россия — лидеры по числу мигрантов
- ↑ 3,0 3,1 Центр новостей ООН.
- ↑ www.iom.int 2011 йылдың 10 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ РГ РФ занимает второе место в мире по числу мигрантов
- ↑ Ивахнюк И. В. 2011. Управление трудовой миграцией: противоречивые уроки глобального кризиса. Век глобализации. Выпуск № 2(8)/2011
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татьяна Лопухина, Сергей Градировский. Типологии миграционных процессов
- Миграция как двигатель…(недоступная ссылка) // prime-tass.ru 13.11.2010
- Рязанцев С. 2010 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған.Миграционные тренды и международная безопасность 2010 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған.
- Статьи об иммиграции с сайта «Демоскоп»
- Миграционные процессы в странах ЕС и пути их регулирования 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Центр миграционных исследований 2015 йылдың 12 июнь көнөндә архивланған.
- Международная конвенция о защите прав всех трудящихся-мигрантов и членов их семей (недоступная ссылка с 13-05-2013 (3668
дня) — история)