Хворова Ирина Васильевна
Хворова Ирина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 февраль (5 март) 1913[1] |
Тыуған урыны | Красноярск, Енисейская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 декабрь 2003[1] (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Хәләл ефете | Руженцев, Василий Ермолаевич[d] |
Балалары | Сергей Васильевич Руженцев[d] |
Һөнәр төрө | геолог, палеонтолог |
Эшмәкәрлек төрө | Литология[d], геология[1], Палеонтология[1] һәм стратиграфия[d][1] |
Эш урыны | Рәсәй Фәндәр академияһының Геология институты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хворова Ирина Васильевна (20 февраль (5 март), 1913 йыл — 25 декабрь, 2003 йыл) — ғалим-геолог, палеонтолог, стратиграф, литолог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), Н. С. Шатский исемендәге премия лауреаты (1988). СССР фәндәр академияһы Геология институтының Литология бүлегенең вулканоген-ултырма формация лабораторияһы мөдире.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хворова Ирина Васильевна 1913 йылдың 20 февралендә Красноярск табибы һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуа[2].
1934 йылда Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтының геология-разведка факультетын тамамлай.
Йүнәлтмә буйынса «Востокнефть» тресында геолог булып эш башлай.
1937 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә һәм ВИМС (артабан Бөтә союз геология һәм инженер гидрогеологияһы институты итеп үҙгәртелә (ВСЕГИНГЕО) ҡармағындағы "Бюро палеозоя"ла эшләй.
1940—1953 йылдарҙа Палеонтология институтында палеонтолог (карбон ылымыҡтары) булып эшләй.
1941 йылда "Ленин районы истребителдәр батальоны"нда Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. 1941 йылдың аҙағында ғилми хеҙмәткәр булараҡ демобилизациялана.
1942—1943 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан нефть экспедицияһында эшләй[3].
1945 йылда — кандидатлыҡ, 1951 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Һуңынан СССР Фәндәр академияһы Геология институтының Литология бүлегенә күсә:
- 1953 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр
- 1958йылда — вулканоген-ултырма формация лабораторияһы мөдире
- 1986 — төп ғилми хеҙмәткәр
- 1987 — баш ғилми хеҙмәткәр.
1971 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.
1981 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир-ағазылығына кандидат итеп тәҡдим ителә.
Ултырма формациялар һәм боронғо һәм хәҙерге карбонат, кремнийлы, вулканоге-ултырма комплекстар тураһында фәнгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора. Уның иң ҙур ҡаҙанышы — ултырмалар тупланыуын вулканизм менән бәйләп өйрәнеүҙә[4].
«Витязь» (1970) һәм «Дмитрий Менделеев» (рейс 25, 1980) СССР судноларында Тымыҡ һәм Һинд океандарын тикшереү экспедицияларында ҡатнаша.
«Литология и полезные ископаемые», «Sedimentology» ғилми журналдары редколлегияһы.
1993 йылда хаҡлы ялға сыға.
2003 йылдың 25 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире — Руженцев Василий Ермолаевич (1899—1978), 1934 йылдан палеонтолог[5].
- Улы — Руженцев Сергей Васильевич (1935—2012), геолог һәм палеонтолог.
Наградалары, премиялары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1944 —«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
- 1945 — «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
- 1963 — «Почёт Билдәһе» ордены
- 1986 — Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- 1980 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
- 1980 — «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- 1985 — «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы
- 1988 — Н. С. Шатский исемендәге премия (С. В. Руженцев, Т. Н. Хераскова менән бергә, 1988 йыл өсөн)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]120-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән
- Атлас карбонатных пород среднего и верхнего карбона Русской платформы. М., 1958
- Флишевая и нижнемолассовая формации Южного Урала. М., 1961
- Формации Сакмарского аллохтона (Юж. Урал). М., 1978 (соавт.) китаптары авторы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Chvorova, Irina Vasil‘jevna // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Автобиография в ГИН РАН.
- ↑ Хворова Ирина Васильевна — Башкирская энциклопедия, 2011.
- ↑ Первый циркуляр Всероссийского совещания «Фундаментальные проблемы изучения вулканогенно-осадочных, терригенных и карбонатных комплексов», посвящено памяти А. Г. Коссовской (1915—2000) и И. В. Хворовой (1913—2003). ГИН РАН. 20-23 мая, 2020.
- ↑ Бодылевская И. В. Академик А. А. Борисяк и Палеонтологический институт в годы войны. 1941—1943 гг. Москва: ПИН РАН, 2008. C. 53.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хворова Ирина Васильевна РФА рәсми сайтында
- Хворова Ирина Васильевна — Башкирская энциклопедия (неопр.). башкирская-энциклопедия.рф. Дата обращения 16 марта 2017.
- Библиография 2021 йыл 30 ноябрь архивланған. в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.
- 5 мартта тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 25 декабрҙә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар