Хелга Влахович
Хелга Влахович | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Австрия Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] Хорватия |
Тыуған көнө | 28 ғинуар 1945[1] |
Тыуған урыны | Загреб, Федеральное государство Хорватия[d] |
Вафат булған көнө | 27 февраль 2012[1][2][3] (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Загреб, Хорватия[3] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | рак матки[d] |
Дата погребения или кремации | 1 март 2012[4] |
Ерләнгән урыны | Мирогой[4][5][6][…] |
Һөнәр төрө | телетапшырыуҙар алып барыусы, журналист |
Эш урыны |
Югославское радио и телевидение[d] Радио и телевидение Хорватии[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 170 сантиметр[7] |
Хелга Влахович Викимилектә |
Хелга Влахович (хорв. Helga Vlahović; 28 ғинуар 1945 йыл, Загреб — 27 февраль 2012 йыл, шунда уҡ) — хорват журналисы, һәм продюсер һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, карьераһы Югославия булған осорҙа ла, хәҙерге Хорватия осоронда ла биш тиҫтә дауам итә. 1980 йылдарҙа илдә иң популяр телетапшырыуҙар алып барыусыларҙың береһе. Шулай уҡ Влахович-Пеа (хорв. Vlahović Pea) и Влахович-Брнобич (хорв. Vlahović Brnobić) булараҡ та билдәле, фамилияһының үҙгәреүҙәре уның никахтары менән бәйле.
Иртә йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хелга Влахович Загребта венгр Калман Влахович һәм уның ҡатыны австриялы Вера ғаиләһендә тыуған. Хельга әсәһе менән немец телендә һөйләшеп үҫә, инглиз телен өйрәнә[8].
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Влахович 1964 йылда Югославия радиотелевизион селтәре булған Загреб радио һәм телевидениеһында эшләй, параллель рәүештә Загреб университетында белем ала, унда немец, инглиз һәм сәнғәт тарихын өйрәнә[9]. 1966 йылда ул төрлө музыкаль һәм күңел асыу телешоуҙарын алып барыусы була[10]. 1968 йылда Польшала Сопотта Халыҡ-ара йыр фестивален алып барыусы сифатында эшләй, ә 1971 йылдан алып — Схевенинген йыр фестивалендә (Нидерланд). 1972 йылда Влахович иртәнге «Jugoslavijo, dobar dan» ток-шоуҙы алып бара һәм уның өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә, 1977—1978 йылдарҙа шулай уҡ музыкаль «Svjetla pozornice» варьете алып бара[11]. 1978—1980 йылдарҙа ул француз телеуйынының «Jeux sans frontières» югослав версияһын ойоштора[12].
1984 һәм 1988 йылда Влахович «Beč pozdravlja Zagreb, Zagreb pozdravlja Beč» һәм «Dubrovnik-Stuttgart» программаһын төҙөүҙә ҡатнаша, был JRT, ORF һәм ARD каналдарында сәйәхәттәр тураһында сериалдар күрһәтә. Улар «йортон күререгә теләгән», ләкин унда сәйәхәт ҡылырға мөмкинлеге булмаған югослав гастарбайтерҙарына йүнәлтелгән[13]. Музыкаль программа үткәреүҙә ҙур тәжрибәһе, шулай уҡ инглиз телен белеүе арҡаһында ул Оливер Млакар менән бергә Загребта «Евровидение-1990» йыр конкурсын (1989 йылда был конкурста Югославияның еңеүенән һуң) алып барыусы сифатында һайлана[14][15][16].
1991 йылда Югославия тарҡалыу һәм Хорватия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш башланыу менән Влахович яңы ойошторолған HRT каналында һуғыш менән бәйле мәғлүмәт телепрограммалары өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә[13]. 1995 йылда һуғыш аҙағына тиклем ул «хәрби мәғлүмәт телетапшырыуын» етәкләй. 1996 йылда Влахович һаулыҡҡа арналған үҙ «Govorimo o zdravlju» телешоуын алып бара. 2006 йылда Влахович телевидениела рәсми рәүештә үҙ карьераһын тамамлай, әммә шуға ҡарамаҫтан телеэфирҙарҙа даими күренә, һуңғыһы 2012 йылдың 1 ғинуарына тура килә.[17].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Влаховичтың Франк Пеа менән ун йыллыҡ никахтан ҡыҙы Рен Пеа (1975) һәм 1997 йылда вафат булған нейрохирург Миленко Брнобич менән никахтан ҡыҙы Карла Брнобич (1982) була[13]. Тап һуңғыһының йоғонтоһо аҫтында «Govorimo o zdravlju» телетапшырыу ойоштора[17].
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Влаховичта 2009 йылда яман шеш табыла. 2012 йыл башынан билдәле булыуынса, уның хәле насарая, һәм ул дауаханага эләгә. 2012 йылдың 27 февралендә Влахович 67 йәшендә вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Umrla Helga Vlahović (хорв.)
- ↑ 3,0 3,1 Lokas M. Helga Vlahović Brnobić: Desetljeće bez otmjene dame iz bečkog Musikvereina koja si nije ostvarila najveću želju (хорв.) — 2022.
- ↑ 4,0 4,1 Gradska groblja Zagreb - Tražilica pokojnika
- ↑ POSLJEDNI ISPRAĆAJ Pokopana Helga Vlahović, na komemoraciji tek dvojica s vrha HRT-a (FOTOGALERIJA) (хорв.) — Slobodna Dalmacija, 2012.
- ↑ Čulić I. Posljednje zbogom Helgi Vlahović uz omiljene Stingove stihove (хорв.) — Večernji list, 2012.
- ↑ Jedno popodne s ljepoticama malog ekrana: Jao, to je kratko i usko! (хорв.)
- ↑ Sinovčić, Dean.Ikona najslavnijeg razdoblja televizijе(хорв.).Nacional(8 мая 2006).Дата обращения: 1 апреля 2021.Архивировано 30 июня 2012
- ↑ Sinovčić, Dean.Ikona najslavnijeg razdoblja televizije(хорв.).Nacional(8 мая 2006).Дата обращения: 1 апреля 2021.Архивировано 30 июня 2012.
- ↑ Sinovčić, Dean.Ikona najslavnijeg razdoblja televizije(хорв.).Nacional(8 мая 2006).Дата обращения: 1 апреля 2021.Архивировано 30 июня 2012.
- ↑ Sinovčić, Dean.Ikona najslavnijeg razdoblja televizije(хорв.).Nacional(8 мая 2006).Дата обращения: 1 апреля 2021.Архивировано 30 июня 2012.
- ↑ Sinovčić, Dean.Ikona najslavnijeg razdoblja televizije(хорв.).Nacional(8 мая 2006).Дата обращения: 1 апреля 2021.Архивировано 30 июня 2012.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Sinovčić, Dean. Ikona najslavnijeg razdoblja televizije (хорв.). Nacional (8 май 2006). Дата обращения: 1 апрель 2021. Архивировано 30 июнь 2012 года. 2012 йыл 28 июль архивланған.
- ↑ Eurovision Song Contest 1990 . Дата обращения: 1 апрель 2021. Архивировано 13 июнь 2008 года.
- ↑ Steyn, Mark. Eurovision harmony dies (24 May 2005). 1 апреля 2021 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ Poole, Oliver. Estonia 'too poor' to host Eurovision (5 июня 2001). 1 апреля 2021 тикшерелгән.
- ↑ 17,0 17,1 Umrla Helga Vlahović, jedna od doajenki televizije u Hrvatskoj (хорв.). Novi list (27 февраль 2012). Дата обращения: 1 апрель 2021.