Хилажев Ренат Рафаил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хилажев Ренат Рафаил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 апрель 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй
СССР, РСФСР, Силәбе өлкәһе, Ҡытаутамаҡ
Һөнәр төрө тарихсы, финансист, эшҡыуар, блогер
Биләгән вазифаһы етәксе[d]
Уҡыу йорто Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты
Башҡорт дәүләт университеты
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
Әүҙемлек урыны кафе[d] һәм ресторан[d]

Хилажев Ренат Рафаил улы (25 апрель 1983 йыл) — эшҡыуар, финанс консультанты, Башҡортостан Республикаһының кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы, «РадостьЕсть» хәләл туҡланыу селтәре (кафе, ресторан) милектәше, блогер[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ренат Рафаил улы Хилажев 1983 йылдың 25 апрелендә РСФСР-ҙың Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡалаһында тыуа. Сығышы менән Ҡыр-көҙәй башҡорттарынан. Уҡырға Ҡатаутамаҡ ҡалаһы мәктәбенә бара, 14 йәшендә Өфөгә килеп, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Рус мәктәбенән килгәнлектән башҡорт мөхитендә тәүҙә ауыр була, әммә Ренат Рафаил улы тырышлығы ярҙамында мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлауға өлгәшә (2000).

Артабан Башҡорт дәүләт университетының Тарих факультетында юғары белем ала (2005), әммә икенсе юғары белме буйынса — финанс менеджеры, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын (2015) тамамлай. 2007 йылдан бизнеста.

Бизнесҡа килгәнгә тиклем банк идарасыһы, «Урал финанс үҙәге» компанияһы директоры булып эшләй[2][1]. 2005 йылда лизинг компанияһына килә[3]. 2012 йылда аутосорсинг нигеҙендә бухгалтер һәм финанс консалтингы өҫтәмә эшмәкәрлеген аса. 2014 йылда Питерҙан алып Хабаровскиға тиклем Рәсәйҙе йөрөп сыға, уның лекцияларын 200-ҙән ашыу компания тыңлай[4]. Тәүге аҙымдарын бизнес-инкубаторҙан башлап, 2013 йылда фекерҙәштәре менән бергә тәүге ике тиҙ хеҙмәтләндереүсе ресторан һатып ала[5]. Ренат Хилажев бөгөн — Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙары ихтыяжы өсөн финанслауҙың төрлө төрҙәрен йәлеп итеү тәжрибәһенә эйә эшҡыуар. Һөҙөмтәлә 1 миллиард 500 миллион һум аҡса йәлеп ителә[1]. Башҡортостандың — бизнес, Рәсәйҙең банк йәмғиәтендә киң бәйләнештәргә эйә.

Әлеге ваҡытта «РадостьЕсть» кафеһы милектәше. Һуңғы проекттарының береһе — кафела Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан юғары баһаланған яһалма интеллект базаһында аш-һыуҙы таныу буйынса I SPOK аппарат-программа комплексын ҡулланыуҙы индереү. Компаньондары менән бергә «РадостьЕсть» селтәрен федераль франшиза итеп киңәйтергә планлаштыра[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестицион сәйәсәт буйынса совет эксперты (2020), Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР-ҙың Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы.

Яңы эш башлыусы эшҡыуарҙарҙы, оло йәштәгеләрҙе һәм теләүселәрҙе финанс грамотаһына өйрәтеү менән шөғөлләнә[6].

2020 йылдағы коронавирус пандемияһы осоронда «ҡыҙыл зона»ла эшләүсе табиптарҙы йылы аш менән тәьмин итеү инициаторҙарының береһе[7].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, күп балалы атай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]