Хисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улы
Хисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улы (11 июль 1923 йыл — 6 апрель 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин 1923 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Сермән ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда Белорет металлургия заводында техник булып эшләй башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Өфөлә пехота училищеһенда уҡығандан һуң фронтҡа ебәрелә. Рота командиры вазифаһында Мәскәүҙән Берлинға тиклем һуғыш юлы үтә, биш тапҡыр йәрәхәт ала. Дошманға ҡаршы яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана.
1946 йылда армиянан ҡайта һәм КПСС-тың Белорет район комитетында инструктор булып эшләй. 1947 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. Шул ваҡыттан бирле республиканың матбуғат органдарында хеҙмәт һала. 1950 йылда «Ленинсы» гәзите сыға башлағас, башҡорт теле буйынса мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтелә. 1951 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.
1956 йылдан алып ул «Һәнәк» журналының яуаплы секретары булды, һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәбиәт фонды директоры вазифаһын башҡарҙы.
1983 йылда Өфөлә вафат була.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зөлфәр Хисмәтуллин башҡорт әҙәбиәтенә журналистика аша килде. Уның тәүге хикәйәһе «Совет Башҡортостаны» гәзитендә 1947 йылда баҫыла. Унан һуң «Пионер», «Ағиҙел», «Һәнәк», «Крокодил», «Чаян» журналдарында уның үҙенсәлекле ҡыҫҡа хикәйәләре, фельетондары йыш күренә башлай.
1959 йылда Зөлфәр Хисмәтуллиндың «Тау шишмәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Был китапҡа ингән байтаҡ хикәйәләрҙән уның балалар тормошон гүзәл тәбиғәт күренештәре аша оҫта һүрәтләй алыуын билдәләп була. Ул — ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы. Еңелсә юмор, үткер художество деталдәре, психологик тәрәнлек, образдарҙы ентекләп индивидуалләштереү хас Зөлфәр Хисмәтуллин хикәйәләренә.
Юмор һәм сатира алымдары менән һуғарылған «Әбейҙәр сыуағы», «Алмаш-тилмәш», «Шундай-шундай эштәр», «Ҡунаҡта» китаптары һәм айырыуса «Мөхәббәт серҙәре» китабына ингән повесть һәм хикәйәләре әҙәбиәтебеҙгә үҙенсәлекле өлөш булды.
Зөлфәр Хисмәтуллиндың байтаҡ хикәйә һәм фельетондары үзбәк, татар, сыуаш, украин, тажик, азербайжан, рус телдәрендә лә баҫылды. Ул үҙе рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тау шишмәһе: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. — 72 бит.
- Ауыл ситендәге өй: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. — 87 бит.
- Яңы күршеләр: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 70 бит.
- Әбейҙәр сыуағы: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967. — 184 бит.
- Таң алдынан: Хикәйәләр һәм пьесалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 180 бит.
- Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 208 бит.
- Ҡунаҡта: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 111 бит.
- Шундай-шундай эштәр: Юмористик хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 239 бит.
- Мөхәббәт серҙәре: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 272 бит.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[2]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (10.04.1945)[3]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (31.10.1943)[4]
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостандың Белорет районы.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фазылова Ф. С. Хисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 11 июлдә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 6 апрелдә вафат булғандар
- 1983 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостан яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- «Йәшлек» гәзите журналистары
- «Һәнәк» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Сатириктар
- Юмористар