Хопёр ҡурсаулығы
Хопёр дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 16,2 тыс. га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 10 февраль 1935 йыл |
Урынлашыуы | |
51°11′41″ с. ш. 41°43′58″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Воронеж өлкәһе |
hoperzap.ru | |
Хопёр ҡурсаулығы Викимилектә |
Хопёр ҡурсаулығы (рус. Хопёрский заповедник) — Воронеж өлкәһендә урынлашҡан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хопёр дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1935 йылдың 10 февралендә ойошторола. Ҡурсаулыҡтың бурысы булып йофарҙы һәм РСФСР территорияһында ул йәшәгән һыу объекттарын, шулай уҡ Хопер йылғаһының һыубаҫар туғайы биосфераһын һаҡлау тора. 1953 йылда ҡурсаулыҡта уларҙың һаны арта, хатта уны аулай һәм ҡурсаулыҡтан ситтәге һыуһаҡлағыстарға күсереп ултырта башлайҙар. 1966 йылдың яҙына Хопёр йофары РСФСР-ҙың биш өлкәһендә, Белорус ССР-ының һәм Литва ССР-ының һыу ятҡылыҡтарын төйәк итә[1].
1955 йылдан ҡурсаулыҡта ҡасандыр Хопер йылғаһы буйында йәшәгән зубрҙы ҡайтанан климатлаштырыу буйынса эштәр алып барыла. Был маҡсатта Беловежье шырлығы (милли парк)ынан һәм Ока яны-Террас ҡурсаулығынан бер нисә ҡатнаш тоҡомло (зубр менән эре мөгөҙлө малды ҡасырыу юлы менән алынған) зубр килтерелә. Әммә 1982 йылда был идея ҡурсаулыҡтың реаль бурыстарына тап килмәүе һәм зубрҙың сәсеүлектәргә һәм урман плантацияларына зыян килтерә башлауы арҡаһында туҡтатыла. 1968 йылда Калиново ауылы янында булдырылған бизон паркы бөтөрөлә.
Хәҙерге статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның дөйөм майҙаны 16 178 гектар тәшкил итә, Хопер йылғаһы буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан 50 км һуҙыла, һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең киңлеге — 1,5 км-ҙан 9 км-ға тиклем. Ҡурсаулыҡ тирәләй дөйөм майҙаны 29,8 мең гектар булған 0,5 километрҙан 4 км-ға тиклем киңлеге булған буфер зонаһы булдырыла.
Климаты уртаса континенталь, ҡышы ярайһы уҡ ҡырыҫ һәм йәйе эҫе. Уртаса йыллыҡ һауа — температураһы — +5,8 °C. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме — 531,2 мм. Һыуыҡ булмаған осорҙоң уртаса оҙайлығы — 183 көн.
Флора һәм фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙанының 80 % -ҡа яҡыны урмандар менән ҡапланған, имәнлектәр һыубаҫар туғайҙарҙа үҫә. Яҙғы ташҡын ваҡытында территорияның 80 % -ын һыу баҫа, 400-гә яҡын күл һәм иҫке үҙән бар.
Флора 1200-гә яҡын төр юғары үҫемлектәрҙе үҙ эсенә ала. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 109 төр үҫемлектәр менән бай һыу үҫемлектәре урынлашҡан.
Фаунаһы төрлө: яҡынса 45 төр һөтимәрҙәр (шул иҫәптән һирәк осрай торған йофарҙар) ҡырағай ҡабан, бүре, төлкө, урман һыуһары һәм климатҡа яраҡлаштырылған ала-сыбар болан, ҡоштарҙың 184 төрө (һирәк осрай торған көсөгән, һунағара, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, кәлмәргән, бөркөт ябалағы һ. б.), 8 төр һөйрәлеүселәр, 8 төр ер-һыу хайуандары, 35 төр балыҡ (шул иҫәптән Ҡыҙыл китапҡа индерелгән уҡбалыҡ) йәшәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В пойме Хопра // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 5, 1966. стр.5
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цвелёв Н. Н. Флора Хопёрского государственного заповедника / Отв. ред. С. К. Черепанов; Ботан. ин-т им. В. Л. Комарова АН СССР. — Л.: Наука, Ленингр. отд-ние, 1988. — 192 с. — ISBN 5-02-026531-4.
- Чичикин Ю. Н. Хопёрский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 188—207. — 304 с. — (Заповедники СССР). — 100 000 экз. — ISBN 5-244-00148-5, ISBN 5-244-00316-X.
- В. Петрашов. Олени в Хоперском заповеднике // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 2, 1974. стр.8-9
- А. Зобов, Н. Карпов, А. Золотарев. Хоперскому заповеднику — 50 лет // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 10, 1985. стр.2-4