Хргиан Александр Христофорович
Хргиан Александр Христофорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 21 ғинуар 1910 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 1993 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | физик, географ, метеоролог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | Метеорология[1], физика атмосферы[d][1], Ерҙең атмосфераһы[1] һәм география[1] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Әүҙемлек урыны | СССР[1] |
Хргиан Александр Христофорович (21 ғинуар 1910 йыл — 3 ғинуар 1993 йыл — СССР-ҙың ғалим-метеорологы, болот һәм яуым-төшөм физикаһы һәм атмосфера озоны физикаһы өлкәһендә белгес. География фәндәре докторы, Мәскәү университеты профессоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Христофорович Хргиан Мәскәүҙә табип ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын «Геофизика» циклы буйынса тамамлай. 1931—1933 йылдарҙа СССР бәйләнеш юлдары Халыҡ комиссариатының юл һәм төҙөлөштәр ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһында уҡый, ә һуңынан 1933—1938 йылдарҙа шунда уҡ «Тимер юлдарҙа ҡар менән көрәш» һөнәре буйынса ғилми хеҙмәткәр сифатында эшләй. Был осорҙа бер үк ваҡытта Александр Христофорович Мәскәү Гидрометеорология институтында уҡый, бында доцент вазифаһын биләй. Александр Христофорович климатология буйынса лекция уҡый һәм шунда уҡ 1936 йылда «Мәскәү өлкәһе климаты» темаһына диссертация яҡлай, фән кандидаты булып китә. 1938—1940 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы хәрби-һауа көстәрендә синоптик булып хеҙмәт итә.
1941 йылда хәрби хеҙмәттән демобилизациялана һәм Үҙәк һауа торошо институтында эшләй башлай[2], әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бәйле ҡабат мобилизациялана. Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында ул юғары хәрби метеорология институтында синоптик гидрометеорологиянан уҡыта. Ошо уҡ осорҙа 1943 йылда ул «Развитие идей и методов синоптической метеорологии» темаһына докторлыҡ диссертацияһын әҙерләй, уны яҡлағандан һуң география фәндәре докторы булып китә.
1945—1951 йылдарҙа Үҙәк аэрология обсерваторияһында һәм (1947 йылдан) бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университеты профессоры вазифаһында эшләй. 1951 йылдан ул тулыһынса Мәскәү дәүләт университетына күсә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем МДУ профессоры булып тора.1980-1987 йылдарҙа МДУ-ның физика факультетында атмосфера физикаһы кафедраһы менән етәкселек итә[3].
Альпинист-һәүәҫкәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Христофорович альпинист-һәүәҫкәр була, ул «СССР-ҙың спорт мастеры» булмай, тик «альпинизм буйынса өлкән инструктор» исеменә эйә була[4]. Йәше һикһән самаһы булғанда ла Хргиан тауҙарға йөрөүен дауам итә. Памир тауҙарында башҡа ил альпинистары менән аралашып, Александр Христофорович биш телдә альпинистарҙың һөйләшеү китабын булдырыу идеяһына килә, уны ғүмеренең һуңғы йылдарында тамамлай.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Физические основания борьбы со снегом на железных дорогах 1938
- Обледенение воздушных судов 1938 (Коллектив авторов.)
- Физика облаков 1961 выдержала 3 издания
- Справочник Облака и облачная атмосфера 1989 (соавторы И. П. Мазиным и И. М. Имянитовым)
- Атмосферный озон, изд. МГУ 1961
- Физика атмосферного озона Ленинград 292 с. 1973
- Озоновый щит Земли и его изменения 1992 (соавторы Э. Л. Александров, Ю. А. Израэль и И. Л. Кароль)
Фән тарихы буйынса хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Об истоках климатологии журнал «Климат и погода» 1935
- Очерки развития метеорологии (по материалам докторской диссертации) 1948, 2-е издание 1959, в 1970 издана в США на английском языке.
- Биобиблиографический указатель Метеорологи мира 1992
- А. А. Россиус Небо, наука, поэзия: Античные авторы о небесных светилах, изд. МГУ 1992 (А. Х. Хргиан написал метеорологические примечания.) ISBN 5-211-00473-6
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МАПАТЭ-2010 күренекле педагог һәм ғалим, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Александр Христофорович Хргиандың (21.01.1910 — 03.01.1993) тыуыуының йөҙ йыллығына арнала 2021 йыл 3 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһының фамилияһы — Хргиянц Христофор Пелипосян (Христофор Филлипович), 1870 йылда Дондағы Нахичевань ҡалаһында тыуған.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Chrgian, Aleksandr Christoforovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ с 1943 года — Центральный институт прогнозов
- ↑ Кафедра физики атмосферы
- ↑ Б. И. Борисов Воспоминания и рассказы альпинистов МГУ А. Х. Хргиан У истоков студенческого альпинизма(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Христофорович Хргиан (21.01.1910 — 03.01.1993 г) Газета «Советский физик»
- ХРГИАН, Александр Христофорович (р. 1910) — сов. геофизик Краткая географическая энциклопедия Том 5/Гл.ред. Григорьев А. А. М.:Советская энциклопедия — 1966, 544 с.