Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хусаин Файзуллович Ахметов битенән йүнәлтелде)
Хөсәйен Әхмәтов
Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ғинуар 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Сыңғыҙ ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 ғинуар 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы (6 ғинуар 1914 йыл — 8 ғинуар 1993 йыл) — башҡорт совет композиторы. 1946—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы художество етәксеһе. 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1954) ордендары кавалеры.

Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов 1914 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған; 1993 йылда Өфөлә вафат була.

  • «Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре»
  • «Башҡорт оҙон йырҙары»
  • Тәүге башҡорт классик романсы («Төнгө Урал»)
  • Башҡорт балладалары һәм поэмалары
  • Симфоник сюиталары
  • Лирик сюиталар
  • «Замандаштар» операһы (Баязит Бикбай либреттоһы)
  • йөҙҙән ашыу йыр һәм романстар

Башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы тарафынан башҡорт халыҡ йырҙары «Ҡыуатов» һ. б. тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәртелгән[2][3].

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викидәреслектә