Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы
Habibullin.jpeg
1944 йылда Ғабдрахман Хәбибуллин хәрби госпиталдә яралылар алдында сығыш яһай
Төп мәғлүмәт
Тыуған

7 ғинуар 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Томск ҡалаһы

Үлгән

19 сентябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (66 йәш)

Үлгән урыны

Өфө

Ил

Рәсәй Рәсәй

Йырлау тауышы

бас

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалар
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1955 || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1949

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1947)

Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы (7 ғинуар 1903 йыл19 сентябрь 1969 йыл) — башҡорт опера йырсыһы. Башҡорт АССР-ының (1942) һәм РСФСР-ҙың (1949) атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының (1947) һәм РСФСР-ҙың (1955) халыҡ артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдрахман Сөләймән улы Хәбибуллин 1903 йылдың 7 ғинуарында Томск ҡалаһында 12 балалы ҙур ярлы ғаиләлә тыуған. Бала саҡтан ҡара эшсе, ер ҡаҙыусы булып эшләй. Армияла хеҙмәт иткәндә «айырыуса батырлыҡ күрһәтә». Маньчжурия менән сиктә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн командованиеның Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.

1938 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт студияһын (педагогы Е. А. Милькович) тамамлай. Эш урыны: 1931 йылдан башлап Себер крайы (Новосибирск ҡалаһы) сәнғәт Йорто агитация бригадаһы менән етәкселек итә, 1932 - 1933 йылдарҙа — Мәскәү үҙәк татар эшселәр театрында артист, 1938 - 1963 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера солисы. IV саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1955—1959). Ғаиләһе: ҡатыны Мәрйәм, дүрт улы: Сәйәх, Рауил, Шамил, Эдуард).

Вокал партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә «Аршин мал алан» постановкаһынан күренеш. 1939 йыл. Хәбир Ғәлимов Әскәр ролендә һәм Ғабдрахман Хәбибуллин (уңда) Солтанбәк ролендә

Судья («Һоҡланғыс тирмәнсе»; дебют, 1938), Цуниг («Кармен», Ж.Бизе), Спарафучилле («Риголетто», Дж. Верди), Дон Базилио («Севильский цирюльник», Дж. Россини), Кончак («Кенәз Игорь», А. П. Бородин), Ҡужаҡ («Ир-Тарғын» — «Ер-Таргын», Е. Г. Брусиловский), Солтанбәк («Аршин мал алан», Өзәир Ғаджибеков ]]), Серлебай («Айһылыу» — «Айхылу», М. М. Валеев һәм Н. И. Пейко), Мулла («Ҡоҙаса» — «Свояченица», З. Ғ. Исмәғилов) , Ҡолыя («Һаҡмар» — «Хакмар», Валеев, 1940), Тапҡыр-хан («Мәргән» — «Мэргэн», А. А. Эйхенвальд, 1940), Старшина («Ҡарлуғас»— «Карлугас», Н. К. Чемберджи, 1941), Ҡәһҡәһә («Аҡбуҙат»), Солтан («Азат», Р. А. Мортазин, 1949), Юлай Аҙналин («Салауат Юлаев»), Аяҙғол («Шәурә»). Башҡорт («Азамат», «Аҡһаҡ-ҡола», «Ирәндек», «Һырдарья», «Урал»), татар («Ҡара урман», «Райхан», «Сәскәләр ҡойола», рус һәм сит ил композиторҙары операларынан йырҙар, романстар, ариялар һәм дуэттар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2003 йылдың 19 сентябрендә Өфө ҡалаһында, артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се һанлы йортҡа, уның исеме яҙылған мемориаль таҡта ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хәйруллин Р. Башҡортостандың опера сәнғәте оҫталары. Өфө, 1963.
  • Әхмәҙиева Р. Р. «Ғабдрахман Хәбибуллин». Өфө, 1973.
  • Ахмадиева Р. Уға Йәлил һоҡланды // Киске Өфө. 1978. 30 дек.
  • Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы // Музыкаль энциклопедия. — М., 1982. Т. 6. С. 956—957
  • Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы // Театр энциклопедияһы. — М., 1967. Т. 5. С. 560.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]