Эстәлеккә күсергә

Хәйретдин Мөжәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәйретдин Мөжәй
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 26 март 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР
Вафат булған көнө 4 сентябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (43 йәш)
Вафат булған урыны Дахау[d], Дахау[d], Верхняя Бавария[d], Бавария, Өсөнсө рейх
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
 Хәйретдин Мөжәй Викимилектә

Хәйретдин Мөжәй (төп исеме Хәйретдинов Мозаһит Хәйретдин улы; 26 март 1901 йыл — 4 сентябрь 1944 йыл) — шағир һәм прозаик. 1938 йылда Хасан күле эргәһендә совет‑япон ҡораллы конфликтында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әсирлектә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, полковник. Хәрби тотҡондарҙың туғандаш берлеге, антифашистик йәшерен ойошма етәкселәренең береһе (1943—1944).

Мозаһит Хәйретдин улы Хәйретдинов 1901 йылдың 26 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Төрөкмән ауылында (1946 йылдан Октябрьский ҡалаһы составында) тыуған.

Ун һигеҙ йәшенән Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Кесе командирҙар курсын тамамлай. Урта Азияла баҫмасылар менән һуғыша, сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт итә, 1938 йылда Хасан күле янында япон самурайҙарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән 789-сы полк менән командалыҡ итә. 1942 йылдың йәйендә, Харьковҡа һөжүм иткән ваҡытта, Мозаһит Хәйретдинов командалыҡ иткән полк дошман ҡамауында ҡала[1]. 789-сы полк бер айҙан ашыу ҡамауҙа килеш һуғыша. 1942 йылдың 7 февралендә барған алыш мәлендә полк командиры яралана һәм әсирлеккә эләгә[2].

Мюнхенда 1200-ҙән ашыу тотҡон урынлашҡан хәрби әсирҙәр лагерында Мозаһит Хәйретдинов «Хәрби тотҡондарҙың туғандаш берлеге» етәкселәренең береһе була.

Мюнхендағы совет хәрби әсирҙәре лагерына ул байтаҡ лагерҙар аша үткәндән һуң эләгә.Бында йәшерен антифашистик ойошма етәкселәренең береһе була. 1943 йыл аҙағында язалар һәм һорау алыуҙарҙан һуң гестапо йәшерен ойошманың эҙенә төшә, уның етәкселәре һәм әүҙем ағзалары Дахау лагерына ебәрелә.

1944 йылдың 4 сентябрендә фашистар 92 совет патриотын атып үлтерә. Улар араһында Хәйретдин Мөжәй ҙә була[3].

Язаланыуҙан бер нисә көн алда Хәйретдин Мөжәй Дахау тотҡоно, сығышы менән Ауырғазы районынан булған В. М. Бикташев менән күрешеүгә өлгәшә. Ул түбәндәгеләрҙе хәтерләй:

«Язаланырға тейешле әсирҙәр араһынан яҡташым Хәйретдинов Мозаһитты эҙләп тапҡас, уны саҡ таныным. Бите, башы ҡан уҡмашҡан яралар менән ҡапланғайны, күп туҡмалыуҙан арҡаһы күп-күк төҫтә, аяҡ мускулдары ҡырҡылған, тештәре урынында ҡанлы ҡаҙналар ғына... Мозаһит Хәйретдинов миңә үҙенең ҡайҙан булыуы, ғаиләһенә, туғандарына Тыуған иле өсөн үлеүе тураһында еткереүемде һораны. Йәшерен ойошмалағы иптәштәренә ҡаты конспирация һаҡларға һәм язаланасаҡ тотҡондар өсөн фашистарҙан үс алыуҙарын үтенде... Минең яҡташым Хәйретдинов Мозаһит һәм уның иптәштәре язалауҙарына ҡарамаҫтан, дошманға йәшерен ойошма ағзаларының кем булыуҙары, нисек үҙ-ара элемтә тотоуҙары тураһында бер ни ҙә әйтмәгән, йәшерен ойошма ағзаларын һатмаған. Хатта йәлләттәр уларҙың сыҙамлылығына аптыраған...».

Хәйретдин Мөжәй әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә: 20-се йылдар аҙағынан татар ваҡытлы матбуғатында йыш ҡына уның хәрби темаларға, сик буйы һалдаттарының тормошо һәм көнкүрешенә арналған шиғырҙары, хикәйәләре һәм очерктары баҫыла башлай. [[1932 йыл]да Ҡазанда X. Мөжәйҙең «Мылтыҡлы кешеләр» тип аталған тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә.

1941 йылдың декабрендә подполковник Мозаһит Хәйретдинов «Командир һәм шағир Мөжәйҙең немец халҡына асыҡ хатын» баҫтырып сығара.

Һуғыш башланыу сәбәпле, тамамланмаған романын Хәйретдин Мөжәй «Алыҫ юлдан» тип атай.

  • Утыҙ йылдан ашыу Октябрьский ҡалаһында Мозаһит Хәйретдин улы Хәйретдиновҡа арналған төрлө саралар үткәрелеп тора.
  • 1978 йылда ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән ҡаланың бөтә китапханаларында даими рәүештә үткәрелеп килгән «Хәйретдинов уҡыуҙары» рәсми рәүештә таныла.
  • Яугир һәм шағир һәләк булған 4 сентябрь көнө Мозаһит Хәйретдиновты иҫкә алыу көнөнә әйләнә. Октябрьскийҙа, шағирҙың мемориалы янында уның шиғырҙары яңғырай.
  • 2001 йылда Төркмәндә Мозаһит Хәйретдиновҡа һәйкәл ҡуйыла, ҡаланың бер урамы һәм китапхана 1998 йылдан уның исемен йөрөтә.
  • Ун йылдан ашыу Мозаһит Хәйретдинов исемендәге премия тапшырыла. Премия өсөн аҡса урындағы бютжеттан бүленә, ҡалала йәшәүсе һәр кеше премия лауреаты була ала: был премияны алыусылар араһында музейҙар хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, уҡытыусылар, эҙәрмәндәр төркөмдәре ағзалары бар.