Хәсәнов Илүс Хәсән улы
Хәсәнов Илүс Хәсән улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Яңауыл районы, Максимов ауылы |
Гражданлығы | |
Хәсәнов Илүс Хәсән улы (8 октябрь 1949 йыл) — рәссам. Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илүс Хәсән улы Хәсәнов 1949 йылдың 8 октябрендә Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Максимов ауылында тыуған[1].
Хәрби хеҙмәттән һуң, 1971 йылдан Силәбелә йәшәй. 1972—1975 йылдарҙа трактор агрегаттары заводында фрезеровщик булып эшләй. 1975—1978 йылдарҙа Художестволы фондтың Силәбе художество-етештереү оҫтаханаларында форматор була.
1982 йылда К. А. Савицкий исемендәге Пенза художество училищеһын тамамлай[2]. Артабан Художестволы фондта эшен дауам итә.
Төрлө жанрҙарҙа ижад итә — пейзаждар, натюморттар, портреттар төшөрә. Ҡурған (1991), Силәбе (1992, 1993, 1995, 1999, 2000, 2005, 2008), Екатеринбург (2003), Ҡазан (2005), Баҡы (2006), Мәскәү (2009) ҡалаларында уҙған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре музейҙарҙа, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мир художника. Илюс Хасанов : станковая живопись, графика : [книга-альбом]. — Челябинск : Редакционно-издательский центр Урала, 2014. — 112 с. — ISBN 978-5-990373-5-6.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хасанов Илюс Хасанович // Челябинская энциклопедия.
- ↑ Хасанов Илюс Хасанович 2018 йыл 25 март архивланған. // Екатеринбургская галерея.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хасанов Илюс Хасанович // Челябинская энциклопедия.