Чаплыгин Пётр Николаевич
Чаплыгин Пётр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 24 март 1896 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 10 март 1948 (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Петрозаводск, Карел-Фин ССР-ы, СССР |
Ерләнгән урыны | Зарецкое кладбище[d] |
Һөнәр төрө | актёр |
Чаплыгин Пётр Николаевич (24 март 1896 йыл — 10 март 1948 йыл) — СССР-ҙың театр актёры, Карел АССР-ының атҡаҙанған артисы (1938), Карел-Фин ССР-ының халыҡ артисы (1943).[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Николаевич Чаплыгин Мәскәүҙә тимер юлсы хеҙмәткәре һәм актриса ғаиләһендә тыуған.
1914 йылда йылда Мәскәүҙә 1-се реаль училищены тамамлаған.
Егет театр сәнғәтен яратҡан һәм сәхнәлә уйнарға хыялланған. Хыялын тормошҡа ашырыр өсөн Мәскәү художество театры артисткаһы С. В. Халютинаның театр мәктәбендә уҡыған һәм Е. Б. Вахтангов студияһында белем алған.
1916 йылдан Ырымбур, Смоленск, Һамар, Түбәнге Новгород театрҙарында уйнай, граждандар һуғышы йылдарында Көнсығыш фронттың 5-се армияһының сәйәси бүлек театрында сығыштар яһай.
1931 йылда ҡатыны артистка А. И. Шибуева менән бергә Петрозаводск рус драма театрына эшкә инә.
Актёрҙарҙан беренсе булып 1938 йылда, театрҙа 7 генә йыл эшләп өлгөрһә лә, Карел АССР-ының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була[2].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театр труппаһы Карел фронтына барып, һалдаттар алдында сығыш яһай, уларҙың һуғышсан рухын күтәрә.
1945 йылда Бөтә Союз рус классикаһы спектаклдәре смотрында актер СССР-ҙың Сәнғәт эштәре буйынса комитеты премияһына лайыҡ була.
I саҡырылыш Карел-Фин ССР-ы Юғары Советы депутаты булып һайлана (1940—1947).
17 йыл эсендә театрында 100-ҙән ашыу төп ролдәрҙе башҡарған, шул иҫәптән милли карел тематикаһына бағышланған эштәре лә булған.
1948 йылдың 10 мартында вафат булған. Петрозаводск ҡалаһындағы Зарецкий зыяратында ерләнгән[3]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. П. Чаплыгиндың Г. А. Стронк төшөргән портреты билдәле. Ул 1947 йылда яҙылған булған. Әлеге ваҡытта Карелия Республикаһы һынлы сәнғәт музейында һаҡлана[4]
Төп ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кречинский (А. Сухово-Кобылин «Свадьба Кречинского»)
- Шванди (К. Тренёв «Любовь Яровая»)
- Петруччио (В. Шекспир «Укрощение строптивой»)
- Чацкий (А. С. Грибоедов «Горе от ума»)
- Колесников Л. Леонов «Нашествие»)
- Лаврецкий (И. Тургенев «Дворянское гнездо»)
- Юсов (А. Островский «Доходное место»)
- Карташов (бер туған Турҙар һәм Л. Шейнин «Кому подчиняется время»)
- Генри Хиггинс (Б. Шоу «Пигмалион»)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Генделева, Ю. Д. Чаплыгин Пётр Николаевич / Ю. Д. Генделева // Карелия : энциклопедия. В 3 т. Т. 3. Р-Я. — Петрозаводск, 2011. — С. 256; П. Н. Чаплыгин // Искусство Карелии : указ. лит. — Петрозаводск, 1985. — С. 61.
- ↑ Петрова Т. Н. «110 лет со дня рождения П. Н. Чаплыгина» 2016 йыл 3 октябрь архивланған.
- ↑ Могила П. Н. Чаплыгина
- ↑ Портрет Петра Чаплыгина 2016 йыл 27 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колосёнок С. В. Народный артист П. Н. Чаплыгин / С. Колосёнок. — Петрозаводск : Государственное издательство Карело-Финской ССР, 1948. — 22 с. ; 16 см. — (Знатные люди Карело-Финской ССР)
- Карабанова, Н. Артист Пётр Чаплыгин / Карабанова Н. — Петрозаводск, 1970. — 68 с.
- Гаврилов М. Он знал себе цену : [Памяти нар.артиста Карелии П. Н. Чаплыгина] // Карелия.-1996.-27 апреля
- Полякова, С. Кумиры 1940-вых … : [о портрете петрозаводского актёра П. Н. Чаплыгина худож. Г. А. Стронка в Музее изобр. искусств РК] / Серафима Полякова // Карелия. — 2010. — 27 мая. — С. 32
- Генделева, Ю. Народный артист : [110 лет со дня рождения Петра Николаевича Чаплыгина — первого в респ. заслуж., а потом и нар. артиста] / Юлия Генделева // ПРОсцениум. — 2006. — Март/апрель (№ 3/4). — С. 4
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К 120-летию со дня рождения П. Н. Чаплыгина 2016 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Полякова С. Кумиры 1940-вых
- Почётная грамота о присвоении Чаплыгину П. Н. звания «Народный артист КФССР» 2016 йыл 27 сентябрь архивланған.