Черенков Павел Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черенков Павел Алексеевич
рус. Павел Алексеевич Черенков
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 28 июль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Новая Чигла[d], Воронеж губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 ғинуар 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[4][5][6][…] (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Мария Алексеевна Путинцева[d]
Һөнәр төрө учёный-ядерщик, уйлап табыусы, физик
Эшмәкәрлек төрө ядро физикаһы, оптика[d] һәм физика высоких энергий[d]
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институты[d]
Мәскәү энергетика институты
«МИФИ» Милли ядро тикшеренеү университеты (Мәскәү инженерлыҡ-физика институты)
Уҡыу йорто Воронеж дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d] һәм академик АН СССР[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1940)
Ғилми етәксе Сергей Иванович Вавилов[d]
Кемдә уҡыған Сергей Иванович Вавилов[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d] һәм АҠШ фәндәр милли академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Физика буйынса Нобель премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 8
 Черенков Павел Алексеевич Викимилектә

Павел Алексеевич Черенков (15 (28) июль 1904 йыл — 6 ғинуар 1990, Мәскәү, СССР) — совет физигы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1970). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1946, 1952) һәм СССР Дәүләт премияһы (1977). Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты(1958). 1946 йыл<дан ВКП(б) ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

П. А. Черенков 1904 йылдың 15 (28) июлендә Воронеж губернаһы Яңы Чигла ауылында (хәҙер Воронеж өлкәһе Таловский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[7].

1928 йылда Черенков Воронеж дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай һәм Козлов (хәҙерге Мичуринск) ҡалаһына мәктәпкә уҡырға ебәрелә. Ике йылдан һуң шул уҡ ҡалаға Воронеждың тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, ВГУ профессоры, И. С. Никитиндың йорт-музейын булдырыусы Путинцев Алексей Михайловичтың ҡыҙы Путинцева Мария Алексеевна ВГУ-ның рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлап ҡайта. 1930 йылда Черенков Марияға өйләнә. 1932 йылда — улдары Алексей, ә 1936 йылда — ҡыҙҙары Елена тыуа. 1930 йылдың ноябрендә крайҙы өйрәнеүселәр эше буйынса Путинцев Алексей Михайловичты ҡулға алалар. Шул уҡ йыл аҙағында Яңы Чиглаға Павел Алексеевичтың атаһы — Алексей Егорович Черенков та кулак тип иғлан ителә. 1931 йылда Алексей Егоровичты хөкөм итеп, һөргөнгә ебәрәләр. Уны эсерҙар партияһында тороуҙа һәм 1930 йылда «кулак» сходында ҡатнашыуҙа ғәйепләйҙәр. 1937 йылда ғалимдың атаһын ҡабаттан ҡулға алалар һәм 1938 йылда контрреволюцион агитация өсөн атырға хөкөм итәләр.

1930 йылда Черенков Ленинградта СССР Фәндәр академияһының Физика-математика институты аспирантураһына инә. 1935 йылда — кандидатлыҡ, ә 1940 йылда — докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1932 йылда С. И. Вавилов етәкселегендә эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Pawel Alexejewitsch Tscherenkow // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  2. Pavel Aleksejevič Čerenkov // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  3. Pavel Aleksejevič Čerenkov // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  4. Kojevnikov A. Pavel Alekseyevich Cherenkov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Pavel Cherenkov // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Pavel Alekseyevich Cherenkov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. Черенков, Павел Алексеевич Сайт «Герои Страны»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лауреаты Нобелевской премии: Энциклопедия: Пер. с англ. — М.: Прогресс, 1992
  • Черенков Павел Алексеевич // Чаган — Экс-ле-Бен. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — С. 70. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 29).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]