Эстәлеккә күсергә

Чиркина Галина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чиркина Галина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 29 апрель 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 31 август 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө логопед
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]

Чиркина Галина Васильевна (29 апрель 1935 йыл — 31 август 2013 йыл) — ғалим-логопедия белгесе. Педагогика фәндәре докторы (1987), профессор, Рәсәй Уҡытыу академияһы Коррекциялау педагогия институтының (элекке Педагогия Фәндәре Академияһының Днфектология ғилми-тикшеренеү институты) телмәр етешһеҙлектәре булған балаларҙы уҡытыу методтары һәм йөкмәткеһе лабораторияһы мөдире, МПГУ, М. А. Шолохов исемендәге МГГУ юғары уҡыу йорттарында уҡыта.

Галина Яковлевна Чиркина Мәскәүҙә тыуған. 1958 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институтының сурдопедагогика бүлеген тамамлаған. Институттан һуң ул Ф. Э исемендәге балалар клиник дауаханаһында эшләй, аҙаҡ Ленин тауҙарындағы Педагогия академияһының Эксперименталь мәктәбенә эшкә күсә[1].

1962 йылда Дефектология ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ҡабул ителә. Р. Е. Левина етәкселегендә балалар дисграфияһы менән шөғөлләнә һәм 1967 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, был хеҙмәтендә балаларҙың яҙыуҙағы хаталары баланың артикуляцион аппараты аномалияһы менән бәйләнгән булыуҙы иҫбатлай[1].

1987 йылда ринолалия буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, тел телмәре һәм яҙыу күнекмәләре проблемалары араһында бәйләнештең булыуын күрһәтә[1].

2000 йылдан алып 2010 йылдың марты дауамында Рәсәй Уҡытыу академияһы Коррекциялау педагогия институтының телмәр етешһеҙлектәре булған балаларҙы уҡытыу методтары һәм йөкмәткеһе лабораторияһы мөдире була[1].

Рәсәй Дислексия ассоциацияһының рәйесе һәм диссертация советы рәйесе вазифаларын биләй[1].

2013 йылдың 31 августыда автомобиль һәләкәтендә һәләк була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Г. В. Чиркина остазы Р. Е. Левинаның идеялары нигеҙендә үҙ логопедия мәктәбен булдыра һәм артабан үҙенең тикшереүҙәрен үҫтерә. Чиркинаның төп хеҙмәте — «Дети с нарушениями артикуляционного аппарата» китабы, ул 1969 йылда нәшер ителә. Ғалимәнең телмәр етешһеҙлектәре булған балалар менән эшләргә өйрәтеү алымдары һуңғы тиҫтә йылдар дауамында коррекцион мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙың методик эштәрендә ҡулланыла[1].

Г. В. Чиркинаның фәнни мәктәптәре Рәсәйҙең Курск, Белгород, Силәбе, Өфө, Ставрополь, Омск ҡалаларында эшләй. Ғалимә етәкселегендә тиҫтәләрсә йәш ғалимдар диссертациялар яҡлай[1].

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Чиркина Галина Васильевна. Главный портал МПГУ. Дата обращения: 30 октябрь 2018.