Чёрная балка йырыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

«Чёрная балка» йырыны ― махсус һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы. Төнъяҡ Донец йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ростов өлкәһендәге Богатов хутоторынан көнъяҡ-көнбайыштараҡ ята.1977 йылдың 22 сентябрендә ойошторолған. Һаҡланыусы зонаның майҙаны ― 212,67 га[1].

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төбәк кимәлендә һаҡланыусы был ботаник паркҡа заказник статусы бирелгән. Бындағы төп тораҡ пунктары булып Богатов хуторы, Белая Калитва ҡалаһы, Какичев ҡасабаһы тора[1].

Экосистемаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡара тупраҡлы урманлы дала[1].

Ландшафт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Чёрная балка» йырыны ныҡ телгеләнгән. Төнъяҡ Донецҡа төшөп торған ере йырындың иң тәрән урыны. Рельефе ҡатмарлы селтәрҙе хәтерләтә. Уйһыу һәм ҡалҡыу урындар теҙмәһенән, тар күл, һыҙа, үҙәндәрҙән тора[1].

Үҫемлектәр һәм Хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Чёрная балка» йырынында 20 төр ағас һәм йөҙҙән ашыу төр үлән үҫемлек үҫә.

Һыубаҫар туғай урмандарының күп өлөшөн ҡайынлыҡтар һәм имәнлектәр алып тора. Уларҙың төбәктәге башҡа урмандарҙан айырмаһы булып, бында күпләп татар сағаны, ялан сағаны (клён полевой) үҫә. Йырындың туғай өлөшөндә урман тоҡораяғы (коротконожка лесная), төклө миләүшә (фиалка опушенная), ҡытыршы ҡыңғырау сәскәһе(колокольчик шершавый), бейек бүрегүлән (шлемник высокий), бейек таҡыябаш (живокость высокая) һәм башҡалар үҫә.

Флораһы 150 төр көпшәле үҫемлектәрҙе үҙ эсенә ала. Шуларҙың 11-е Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән. Улар араһында матур ҡылған(ковыль красивейший), украина ҡылғаны (ковыль украинский), Сергей таҡыябашы (живокость Сергея), сармат беллевалияһы, тәпәш ирис (касатик низкий) һәм башҡалар бар.

«Чёрная балка» йырынының хайуандар донъяһы бик бай. Ҡабан, илек, үрғуян, төлкө, фазан, бытбылдыҡ (перепел), ағуна (куропатка серая), ала күгәрсен (вяхирь) киң таралған. Ваҡыты менән бында мышы (лось), европа боланы (европейский олень) һәм башҡалар булып китә. Рәсәй "Ҡыҙыл китабы"на ингән ҡайһы бер төрҙәр бында иркен үрсеп киткәндәр. Былар диңгеҙ бөркөтө (орлан-белохвост), айыу сиңерткәһе (дыбка степная) һәм башҡалар. Йырын төрҙәргә бик бай. Бындағы тәбиғәт шарттары урман, туғай, дала төрҙәрен бер биләмәлә берләштергән.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы тупраҡты, һыуҙы һаҡлау һаҡлау әһәмиәтенә эйә.Шулай уҡ, фәнни һәм алып барыу, ағартыу эштәре алып бара торған да урын[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 dummy Урочище Черная балка - Заповедная Россия (ru-ru). www.zapoved.net. 4 март 2017 тикшерелгән.