Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шарипов Фаниль Ямгутдинович битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Фәнил Шәрипов
Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы
Тыуған көнө:

5 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бүздәк районы Үрнәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Ижад йылдары:

1983 —

Жанр:

проза, тарихи очерк, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, урыҫ

Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы (5 июнь 1947) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы[1][2]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнил Йәмғетдин улы Шәрипов 1947 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Үрнәк ауылында (хәҙер бөткән) тыуған. 1958 йылда Хажиман ауылындағы башланғыс, 1962 йылда — Сабай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

Артабан урындағы «Үрнәк» колхозында бер йыл эшләй һәм 1963 йылда Октябрьский ҡалаһының 4-се һөнәрселек техник училищеһына уҡырға инә. Бында ташсы һөнәре үҙләштергәндән һуң, «Туймазынефтестрой» тресының 3-сө төҙөлөш идаралығына хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

1966—1968 йылдарҙа Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә (урыҫ телендә ҡыҫҡаса — ГСВГ) хәрби хеҙмәттә була, ирекле көрәш буйынса төркөм беренселеге өсөн ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүҙәргә өлгәшә һәм ҡаралған нормативтарҙы үтәү һөҙөмтәһендә «Ирекле көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат» исеменә лайыҡ була.

Совет Армияһы сафынан запасҡа ҡайтарылғандан һуң тыуған районының Ҡаран ауылындағы урта мәктәптә хеҙмәт һәм рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, бер үк ваҡытта ирекле көрәш секцияһы алып бара, киске мәктәптә 9-сы синыфты тамамлай.

1969 йылдың көҙөндә ғаилә ҡора һәм, Нефтекама ҡалаһына күсеп килеп, урындағы «Башнефтепромстрой» тресының 4-се төҙөлөш идаралығында ташсы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

Кистәрен эшсе йәштәр мәктәбендә уҡый һәм 11-се синыфты тамамлай, артабан ситтән тороп В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының (хәҙер Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты) тарих-филология факультетында «журналист» һөнәрен үҙләштерә һәм Краснокама районы гәзите «Вперёд» — «Алға» (бөгөн «Камские зори» — «Кама таңдары») редакцияһында хәбәрсе булып эш башлай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • По следам предков рода Канглы: Очерки. — Уфа: Гилем, 2012. (рус.)[4]
  • Ысын йөрәктән: Этюд, нәҫерҙәр һәм хикәйәләр. — Нефтекама: «Нефтекама матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһы, 2011. — 110 бит.
  • Тәрән тамырҙар. 1-се китап: Оло юлдың башы: Очерктар. — Нефтекама: «Нефтекама матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһы, 2009.
  • Миней батыр: Очерктар. — Нефтекама: «Нефтекама матбуғат йорто» дәүләт унитар предприятиеһы, 2008.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфандияров А., Ф. Шарипов. Равные среди равных. 455 лет добровольного вхождения канлинских родов в Московское государство. «Ватандаш» журналы, 2008, октябрь[5].

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Урал» башҡорт милли үҙәгенең Маҡтау грамотаһы (2012)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы (2008)
  • Нефтекама ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы (2007)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Очень свежие члены СП РБ Сайт «Объединение русских писателей РБ», 2015, 26 ноябрь (рус.) (Тикшерелгән 5 июнь 2017)
  2. Союз писателей РБ » Новости » Правление Союза писателей РБ. Торжественный прием новых членов Союза писателей Республики Башкортостан. 2015, 1 декабрь (рус.) (Тикшерелгән 5 июнь 2017)
  3. РЕГИОНАЛЬНАЯ ОБЩЕСТВЕННАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ БАШКИРСКОГО РОДА «КАНЛЫ» РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Шарипов Фаниль Ямгутдинович. ПРЕДСЕДАТЕЛЬ. «CБИС» сайты (рус.) (Тикшерелгән 5 июнь 2017)
  4. [http://kanly-turkeevo.ucoz.ru/news/po_sledam_predkov_roda_kanly/2012-10-19-24 Официальный сайт администрации сельского поселения Канлы-Туркеевский сельсовет муниципального района Буздякский район Республика Башкортостан. По следам предков рода «Канлы». 2012, 19 октябрь] (рус.) (Тикшерелгән 5 июнь 2017)
  5. «Ватандаш» журналы, 2008, октябрь (рус.) (Тикшерелгән 5 июнь 2017)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]