Эстәлеккә күсергә

Шафиҡов Әхиәр Талип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шафиҡов Әхиәр Талип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Яңы Аҡҡолай, Көрмәнкәй ауыл Советы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 24 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған урыны Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Шафиҡов Әхиәр Талип улы (1905 йыл — 24 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].

Әхиәр Талип улы Шафиҡов 1905 йылда хәҙерге Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районының Яңы Аҡҡолай ауылында тыуа.

Тыуған ауылында башланғыс белем ала.

Өйләнә, ҡатыны Йомабикә менән өс балаға: Факил, Камил, Зәкиәгә ғүмер бирә улар. Колхозда эшләй. Механизаторҙар әҙерләй.

Броны булыуына ҡарамаҫтан, Әхиәр Талип улы Дәүләкән районының комиссариатына һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. 1942 йылдың йәйендә Туймазы станцияһында урынлашҡан атлылар (ҡылыссылар) эскадронында бер нисә ай күнекмәләр үтә.

1943 йылдың 1 ғинуарында фронтҡа юлланалар.

Туймазынан яҙған ике хаты, фронтҡа китеп барғанда ҡәләм менән яҙған бер хаты һаҡланған. Һары ҡағыҙ шул тиклем элдерәгән, күсермәһенән саҡ уҡып була. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен атап үтә: «Иҫке Аҡҡолайҙан Ғизетдин, Сәпәштән һәм Себенне ауылдарынан иптәшләр бар». Һәр хатын сәләмдән, балаларының исемдәрен атап китеүҙән башлай. Хәлдәрен белешә. Хәстәрлекле ирҙең, атайҙың Ҡәҙерле кешеләренең һаулығы тураһында борсолоуы, тормош тәжрибәһенә таянып, фекер йөрөтөүе күренеп тора. Мең башҡорттарының үҙенсәлекле һөйләү телмәре ярылып ята:

Иҫән йәшәүегеҙне теләйем! Йомабикә иптәш, сиңә мәғлүм булған иптәшеңдән бик сағынышлы сәләм!.. Ашамлыҡ әйберләрегеҙне тәрбиә белән бәрәкәтле тотонорға тырыш, Ҡаҙанғолдан барыб бодайны ал, иген сатмағыҙ… Күнекмәләр еңелдән түгел… йәшәү казармала, күмәк халыҡ бергә ятабыҙ. Һәр беребеҙгә ат беркеттеләр… Ашау мәсьәләсе — армиеска норма. Килә алһаң, сухари, ит, май алып кил… Донъя хәлен белеп булмай, возможны аҙаҡҡы күреү булыр[2].

Генерал Миңлеғәле Шайморатов командалағындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.

Иҫке төрки хәрефтәре менән яҙылған бер хатында ул Башҡортостан артистары килгәнен һәм улар араһында Фәриҙә Ҡудашеваның булыуын бәйән итә. Был хатын ул легендар 112-се Башҡорт дивизияһы хаҡында яҙған хәбәрсе Сабир Рәхимовҡа тапшыра.

Черёмухино ауылы эргәһендә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

1942 йылдың 7 октябрендә сыҡҡан «Красная звезда» гәзите беҙҙең яҡташ ҡыҙылармеецтарҙың батырлығы, шулар араһында Әхиәр Шафиҡов тураһында яҙа.

1943 йылдың 24 февралендә Украинаның Ворошиловград (хәҙерге Луганск) өлкәһе Ивановский (хәҙерге Антрацитовский) районы Юлино-1 ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

1942 йылдың йәйендә Дәүләкән районы Буранғол ауылынан ҡыҙылармеецтар С. Ә. Арыҫлангәрәев, М. Ш. Шәйхисламов, Сапай ауылынан М. Ғ. Дәүләтгәрәев, Йәнбәк ауылынан Ғ. С. Вәлиев, Япар-Йәнбәктән Х. И. Исламов, Ҡупаяр ауылынан В. Г. Передельский, Дәүләкән совхозынан И. И. Йосопов, Х. С. Ғәлиев, Дәүләкән ҡасабаһынан кесе лейтенант, взвод командиры И. Л. Чернов батырҙарса һәләк була.

  • Һалдат Шафиҡов Әхиәр Талип улының һаҡланып ҡалған өс хаты
  • Өфө ҡалаһы 162-се мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Талипова Гөлназ. «112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугире Шафиҡов Әхиәр Талип улы» (тикшеренеү эше).
  • Легендар Башҡорт дивизияһы. Р. Абайҙуллин. Дәүләкән район гәзите/2008 йыл, 10 апрель.
  • Газета «Красная звезда», 1942 год, 7 октября.