Шашин Валентин Дмитриевич
Шашин Валентин Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 3 (16) июнь 1916 |
Тыуған урыны | Баҡы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 март 1977 (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, организационное руководство |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Ишембай нефть колледжы Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Шашин Валентин Дмитриевич Викимилектә |
Шашин Валентин Дмитриевич (3 июнь (16 июнь) 1916 йыл — 22 март 1977 йыл) — СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, нефть тармағының күп йыллыҡ етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валентин Дмитриевич Шашин 1916 йылдың 3 (16) июнендә Баҡы ҡалаһында нефтсе Дмитрий Тимофеевич Шашин ғаиләһендә тыуған. 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң токарь өйрәнсеге булып эшләй башлай.
1936 йылда Стәрлетамаҡ (Ишембай) нефть техникумын тамамлағас, ике йыл «Ишембайнефть» тресының каротаж партияһында эшләй.
1939 йылда Грозный нефть институтына уҡырға инә һәм беренсе курстан һуң Мәскәү нефть институтына күсә, уны 1943 йылда «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса инженер» һөнәре буйынса тамамлай. Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша, шуның өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 йылдан алып коммунистар партияһы ағзаһы.
1947—1953 йылдарҙа — «Башнефтеразведка» тресында баш инженер, һуңынан управляющий була. 1953—1956 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһе начальнигының быраулау буйынса урынбаҫары. 1956—1960 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһе начальнигы.
1960—1965 йылдарҙа — РСФСР халыҡ хужалығы Советының нефть һәм газ сәнәғәте баш идаралығы начальнигы.
1965—1970 йылдарҙа — СССР нефть сығарыу сәнәғәте министры.
1970—1977 йылдарҙа — СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры.
В. Д. Шашин министр булып эшләгән йылдар СССР-ҙа нефть тармағының йылдам үҫешкән һәм иң ҙур күтәрелеш кисергән осоро була. 1955 йылда СССР-ҙа 93 миллион тонна, 1960 йылда— 148 миллион тонна, 1965 йылда −243 млн тонна нефть сығарыла (биш йыллыҡтарҙа үҫеш — 95 һәм 55 миллион тонна). Был йылдарҙа илдә нефть сығарыу ике тапҡырға арта, нефть сығарыу Башҡортостанда, Татарстанда, Пермь һәм Һамар өлкәләрендә, шулай уҡ мөһим нефть сығарыу төбәге — Көнбайыш Себерҙә ҡыҙыу темптар менән үҫешә. Шашин эшләгән осорҙа диңгеҙ шельфына сығыу технологияларын эшләүгә һәм техника етештереүгә әҙерлек башлана.
КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1966—1971). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидат (1971—1976), КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1976—1977). Татар АССР-ының 4 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1957—1977).
Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Ғаилә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валентин Дмитриевич өйләнгән, ике балаһы бар. Ҡатыны — Шашина-Ильина Лидия Филипповна, ҡыҙы — Федорова Татьяна Валентиновна, улы — Александр Валентинович Шашин.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дүрт Ленин ордены (19.03.1959; 23.05.1966; 25.08.1971; 15.06.1976)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (8.05.1948)
- «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (15.05.1951)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- Ленин премияһы лауреаты (1976)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. Д. Шашин — Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы. Яңы булдырылған маҡтаулы исем уға 1972 йылдың 7 июнендә бирелә.
- Бөгөлмә, Ишембай, Лениногорск ҡалаларында уның исеме менән аталған урам бар.
- Быраулау судноһы министр исеме менән аталған: «Валентин Шашин».
- «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте В. Д. Шашин исемендә.
Хәтирәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валентин Шашин идеяһы буйынса Ишембай ҡалаһында Башҡорт нефтен беренсе асыусыларға монумент (1969, скульпторҙары Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев, архитекторы Л. В. Хихлуха) ҡуйыла. Һәйкәл башҡорт нефте пионер-ҡалаһы Ишембайҙың һәм Башҡортостандың бөтә нефть сығарыу сәнәғәтенең төп символы булып китә.
Шашин Валентин шулай уҡ «Икенсе Баҡыға» башланғыс һалған 702-се тарихи скважинаны һаҡлау эшендә инициатива күрһәтә. 1967 йылда вышка консервациялана һәм тарихи вышка «Вышка-өләсәй» мемориаль комплексына әйләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шашин В. Д. Нефтяники — стране. — М.: Недра, 1976.
- Гайказов М. Н. Валентин Дмитриевич Шашин — блистательный стратег нефтяной промышленности.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шашин Валентин Дмитриевич 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.
- 16 июндә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Баҡыла тыуғандар
- 22 мартта вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин премияһы лауреаттары
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIII съезы делегаттары
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- КПСС ҮК ағзалыҡҡа кандидаттар
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- КПСС ағзалары