Эстәлеккә күсергә

Шишков Михаил Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шишков Михаил Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Иглин районы
Вафат булған көнө 5 сентябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (93 йәш)
Вафат булған урыны Николаев, Украина
Ерләнгән урыны Николаевское городское кладбище[d]
Һөнәр төрө полководец
Хәрби звание генерал-майор авиации[d] һәм генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты һәм Авиация Военно-Морского Флота Российской Федерации[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шишков Михаил Фёдорович (17 октябрь 1921 йыл — 5 сентябрь 2015 йыл[2]) — генерал-майор, диңгеҙ летчигы, Советтар Союзы Геройы. СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы.

Михаил Фёдорович Шишков 1921 йылдың 17 октябрендә Кәлтә ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Иглин районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].

Мәктәптең 7 класын тамамлай. 1940 йылда Хәрби-Диңгеҙ Флотына хеҙмәткә алына. 1941 йылда Энгельс ҡалаһында хәрби авиация училищеһын тамамлай.

1943 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Балтик флоты Хәрби һауа көстәре 8-се мина-торпеда авиация дивизияһы 1-се гвардия мина-торпеда авиация полкының звено командиры. 1944 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы.

Гвардия лейтенанты М. Ф. Шишков 1944 йылдың сентябренә 75 хәрби осош яһай. Дошмандың дөйөм ауырлығы 35 мең тонна тәшкил иткән 6 транспортын һәм танкерҙарын торпедалай һәм батыра. 1944 йылдың 5 ноябрендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[4].

Һуғыштан һуң авиация флотында хеҙмәтен дауам итә.

1957 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Хәрби-Диңгеҙ академияһының авиация факультетын тамамлай. 1975 йылға тиклем Хәрби-Диңгеҙ Флоты авиацияһында хеҙмәт итә. «СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби летчигы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Шишков Михаил Фёдорович 1975 йылдан — запастағы генерал-майор.

1968 йылдан алып Украинаның Николаев ҡалаһында йәшәй.

Гвардия лейтенанты М. Ф. Шишков 75 хәрби осош яһай. Дошмандың дөйөм ауырлығы 35 мең тонна тәшкил иткән 6 транспортын һәм танкерҙарын торпедалай һәм батыра.

  • Ленин ордены,
  • дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • 2-се дәрәжә Ушаков ордены,
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены,
  • «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы,
  • Украинаның II дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены[5],
  • башҡа миҙалдар.

Николаев ҡалаһының почетлы гражданы.