Эстәлеккә күсергә

Шөғәйепов Вәкил Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шугаюпов Вакиль Шакирович битенән йүнәлтелде)
Шөғәйепов Вәкил Шакир улы
рус. Ваки́ль Шаки́рович Шугаю́пов
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 август 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (80 йәш)

Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (29 август 1936 йыл — 28 июнь 2017 йыл) — башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» («Душа России») премияһы (2013) һәм «Оҫта — алтын ҡулдар» республика конкурсы (Өфө, 2004) лауреаты.

Вәкил Шакир улы Шөғәйепов 1936 йылдың 29 авгусында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Әлкә ауылында тыуған[2].

Төньяҡ флотта хеҙмәт итеп ҡайтып[3], Ҡазан художество училищеһын тамамлай (1963). Өфөнөң 77-се урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма дәрестәрен уҡыта (19631966), РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы (1966—1981). 1981 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ҡурай — халыҡ тынлы музыка ҡоралын эшләү оҫтаһы була. Уның уйлап табыусы булып китеүенә бер осраҡ ярҙам итә. ГДР-ҙан килгән делегацияға бүләк итеү өсөн уға төрлө ағастарҙан мозаика портреты эшләргә ҡушыла. Ул төрлө шпондар эшләй, кәрәкле ярымтон ғына етмәй. Ағас шпондарҙың төҫөн үҙгәртеү маҡсатында ул ваннаға ҡайнар һыу ҡойоп, шпондарҙы шунда ташлай, ә улары торба кеүек урала. Рәссам шулай итеп нисек шпон ҡурай эшләү серен аса[3].

Ошонан һуң өс йыл үткәс, 1974 йылда ғына уға авторлыҡ хоҡуғын раҫлатыу мөмкинлеге тыуа[3]. Тәүге тапҡыр ҡурайҙы шпондан эшләү ысулын уйлап таба. Думбыраның — башҡорт халҡының ҡыллы сиртмә уйын ҡоралының һаҡланып ҡалған өлгөләрен эҙләү һәм уны тергеҙеү менән шөғөлләнә. 1985 йылдың майында Вәкил Шөғәйепов эшләгән думбыра өлгөләре (сопрано, альт, бас) киң етештереүгә тәҡдим ителгән һәм производствоға индерелә.

1995 йылда Шөғәйепов халыҡҡа милли һыҙғыслы музыка ҡоралы — реконструкцияланған ҡыл-ҡумыҙҙы тәҡдим итә.

1992 йылда ВГИК киностудияһында режиссёр Азамат Хужахметов һәм оператор Леонид Мешков «Мастер Вакиль» тигән фильм төшөрә[3]. Вәкил Шөғәйеповтың эштәре Башҡортостан Республикаһы Милли музейында, Мәскәүҙә М. И. Глинка исемендәге Дәүләт үҙәк музыка мәҙәниәте музейында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә щәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

2017 йылдың 27 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Тыуған Салауат районының Әлкә ауылында ерләнә.

  • Халыҡ уйын ҡоралдарын реконструкциялау буйынса проекттары өсөн 1988 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ була.
  • 2004 йылда «Алтын ҡул-оҫта» Республика конкурсы лауреаты була.
  • 2013 йылда халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһының «Халыҡ музыкаһы» номинацияһында лауреат исемен ала[3].

Викидәреслектә