Шульман Екатерина Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шульман Екатерина Михайловна
рус. Екатерина Михайловна Шульман
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Екатерина Михайловна Заславская
Тыуған көнө 19 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Тула, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Михаил Юрьевич Шульман[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө политолог, университет уҡытыусыһы, публицист
Эшмәкәрлек төрө политология[1] һәм публицистика[d][1]
Эш урыны Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d]
Фонд им. Роберта Боша[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы[d]
Колледж им. Дж. Брауна[d]
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә сәйәсәт фәндәре кандидаты[d] (2013)
Ҡултамға
Ойошма ағзаһы Совет при Президенте Российской Федерации по развитию гражданского общества и правам человека[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Серебряная кнопка YouTube Золотая кнопка YouTube
Бейеклеге/буйы 166 сантиметр
Фолловерҙар һаны 209 641 һәм 1 070 000 ± 9999
Commons-logo.svg Шульман Екатерина Михайловна Викимилектә

Шульман Екатерина Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Заславская, 19 август 1978 йыл, Тула) — Рәсәй сәйәсмәне һәм публицисы, закондар сығарыу мәсьәләләре буйынса белгес[2]. Сәйәси фәндәр кандидаты (2013).

Мәскәү юғары социаль һәм иҡтисади фәндәр мәктәбенең сәйәси һәм хоҡуҡи белемдәр кафедраһы доценты[3], Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы Ижтимағи фәндәр институтының дәүләт идараһы һәм асыҡ сәйәсәт кафедраһы уҡытыусыһы. РФ Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы (2018—2019)[4][5].

«Ведомости», «Грани.ру», Republic, Московский центр Карнеги нәшриәттәрендә баҫылып сыға[6]. 2016 йылдан башлап 2022 йылға тиклем «Эхо Москвы» радиостанцияһында «Статус» авторлыҡ программаһын алып бара, станция ябылғандан һуң — YouTube каналдарында[7].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Е. М. Шульмандың «Популизм грамматикаһы» лекцияһы, 2016

Екатерина Шульман 1978 йылдың 19 авгусында Тула ҡалаһында педагогтар ғаиләһендә тыуа[8]. Әсәһе — Ольга Владимировна Заславская, профессор Галина Лубянская һәм доцент Владимир Мошкевичтың ҡыҙы, Тула педагогия институтының филология факультетын тамамлаған, профессор, педагогия фәндәре докторы[9]. Атаһы— Михаил Петрович Заславский, Тула иҡтисад һәм информатика институты (ТИИИ) проректоры, 2012 йылдан — «ВПА халыҡ-ара полиция академияһы» проректоры, техник фәндәр кандидаты[10]

1995 йылда Тула ҡалаһының 73-сө мәктәп-лицейын көмөш миҙал менән тамамлай[6]. Лицейҙы тамамлағандан һуң Джордж Браун исемендәге колледжға (Торонто, Онтарио, Канада) уҡырға инә, унда инглиз телен һәм сит ил мәҙәниәтен өйрәнә[11].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт хеҙмәте өлкәһендә — 1996 йылдан Тула ҡалаһының дөйөм Сәйәсәт идараһында эшләй[6].

1999 йылда Мәскәүгә күсеп килә. 1999 йылдың март айынан сентябрь айына тиклем РИА «Новости» мәғлүмәт агентлығында эшләй[12].

1999 йылдан 2006 йылға тиклем «Яблоко» партияһынан депутат Юрий Нестеровтың ярҙамсыһы вазифаһын биләй, һуңынан «Ватан — Бөтә Рәсәй» фракцияһы аппаратының хеҙмәткәре була [13], РФ Дәүләт Думаһы үҙәк аппаратының аналитик идара эксперты вазифаһын башҡара[14].

2005 йылда РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай, унда юриспруденцияны өйрәнә[15].

2006 йылдан 2011 йылға тиклем PBN Company консалтинг компанияһының закондарҙы тикшереү буйынса директоры була[16][17][18][19].

2018 йылдың 3 декабренән 2019 йылдың 21 октябренә тиклем граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы Совет составына инә. Совет ағзаһы сифатында «Мәскәү эше» фигураларына юридик ярҙам күрһәткән[20].

2022 йылдың апрелендә Роберт Бош исемендәге фонд стипендиаты сифатында Германияға командировкаға китә[21]. 2022 йылдың 12 апрелендә үзенең аҙналыҡ «Статус» сәйәси-ағартыу программаһы сығарылышында Шульман Германияға китеүе тураһында иғлан итә һәм стипендиат программаһы бер йыл дауам итә, уның китеүе эш сәбәптәре менән бәйле тип аңлата[22][23].

2022 йылдың 15 апрелендә Рәсәй юстиция министрлығы Шульманды «сит ил агенттары» реестрына индерә[24].

2022 йылдың 17 апрелендә Шуьман элек йәшәгән йортта уның «украин нацистарына ярҙам итеүендә» ғәйепләүсе листовкалар йәбештерәләр[25][26].

Белем-ағартыу һәм фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдан 2018 йылға тиклем — «Ведомости» газетаһы колумнисы[27][15]. Шулай уҡ «Грани.ру», Republic, Карнеги Мәскәү үҙәгендә баҫыла[6].

2013 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында Рәсәй халыҡ хуҗалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында сәйәси фәндәр докторы, профессор Елена Морозова етәкселегендә «Политические условия и факторы трансформации законотворческого процесса в современной России» темаһына сәйәси фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Рәсми оппоненттары — сәйәси фәндәр докторы, профессор В. И. Буренко һәм сәйәси фәндәр докторы Ю. Г. Коргунюк. Төп ойошма — Мәскәү дәүләт университетының политология факультеты Рәсәй сәйәсәте кафедраһы[28][29].

Сәйәси фәндәр кандидаты, РФ Президенты ҡарамағындағы Россия Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте университетының социаль фәндәр институтының дәүләт идаралығы һәм асыҡ сәйәсәт кафедраһы доценты[15].

2016 йылда үҙ YouTube каналын эшләтеп ебәрә, ул 2022 йыл башына 920 меңдән артыҡ кеше аудиторияны йыя[30]. Шульмандың Instagram ында 620 меңдән ашыу ҡулланыусы яҙыла[31][32].

2017 йылдың сентябренән «Эхо Москвы» радиостанцияһында «Статус» тапшырыуын алып бара[33], 2022 йылда радиостанция ябылғандан һуң программа Youtube каналында сыға.[34].

«Тура телмәр» лекторияһында даими лектор булып тора. 2016 йылдан YouTube каналын алып бара, унда политология өлкәһендә асыҡ лекциялар уҡый[35]. 2021 йылдың февралендә протест акцияларында күпләп тотҡарлыҡтар фонында Екатерина YouTube каналында хәйриә стрим үткәрә, 2 сәғәт эсендә 3 млн һумдан артыҡ аҡса йыя.[36]. Ул йыйылған аҡсалар өс ойошма — «ОВД-Инфо», «Апология протеста» һәм «Медиазона» нәшриәте араһында бүленәсәк, тип вәғәҙә итә[37].


2022 йылдың 20 мартында «ВКонтакте» социаль селтәре администрацияһы Генераль прокуратура талабы буйынса Шульман фан-төркөмөн ябып ҡуя. Ведомствоның ғаризаһында төркөмдә «Россияның Украинаға хәл менән инеүе тураһында ялған мәғлүмәттәр» баҫылыуы тип әйтелә[38].

Ижтимағи-сәйәси ҡараштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: закондар сығарыу процессы, Рәсәйҙә сәйәси режим.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт белгесе, В.В. Набоков ижады буйынса белгес Михаил Юрьевич Шульман (1966)[39] менән никахта тора

Балалары: Ольга (2008), Юрий (2012), Мария (2015)[40][41].

Танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2020 йылда «Левада-Центр» һорауы буйынса 40-55 йәштәгеләр төркөмөндә россияла иң илһам биреүсе кеше була[42][43].

Шул уҡ йылды Glamour журналы версияһы буйынса «Йыл ҡатын-ҡыҙы» бүләген ала[44].

2021 йылдың 13 апрелендә Федераль адвокаттар палатаһының «Хоҡуҡи дәүләт үҫешенә бик ҙур өлөш индергән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, бүләкте адвокаттар хоҡуғын яҡлау буйынса РФ ФПА Советы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Вадим Клювгант тапшыра[45].

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми хеҙмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Šul‘man, Jekaterina Michajlovna // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=js20211113102
  2. Оценены шансы изменить закон в России после решения ЕСПЧ о домашнем насилии (билдәһеҙ).
  3. Руководство. Педагогический (научно-педагогический) состав.www.msses.ru.Дата обращения: 17 февраля 2022.
  4. Ekaterina Schulmann (билдәһеҙ). 2022 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
  5. Указ Президента Российской Федерации № 691 от 03.12.2018 «Об утверждении состава Совета при Президенте РФ по развитию гражданского общества и правам человека» (pdf).Совет при Президенте Российской Федерации по развитию гражданского общества и правам человека (3 декабря 2018).Дата обращения: 29 сентября 2019. Архивировано 23 августа 2020 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Екатерина Шульман (билдәһеҙ). Facebook. Дата обращения: 28 сентябрь 2019.
  7. Шихман, Собчак и «Подруги»: 10 популярных женских каналов в русскоязычном YouTube.
  8. Тулячка Екатерина Шульман (билдәһеҙ) (2 марта 2020).
  9. Эксперт Конференции - Заславская Ольга Владимировна, главный редактор тульского научно-методического журнала «Эффективная педагогика» (билдәһеҙ) (1—2 декабря 2014).
  10. Ректорат (билдәһеҙ) (18 октябрь 2017).
  11. Ekaterina Schulmann (билдәһеҙ). Free Press. Дата обращения: 15 апрель 2022.
  12. Иванов, И. «Раздавать людям деньги в кризис выгодно государству» — политолог Екатерина Шульман (билдәһеҙ). «Москвич» (13 апрель 2020). Дата обращения: 8 июль 2020.
  13. Екатерина Шульман: «Пропаганда – это второе ядерное оружие» // «Скажи Гордеевой» (билдәһеҙ).
  14. Екатерина Шульман. Политолог (билдәһеҙ).
  15. 15,0 15,1 15,2 Новости РАНХиГС: Александр Асмолов и Екатерина Шульман вошли в состав Совета по правам человека (билдәһеҙ). РАНХиГС. Дата обращения: 9 май 2020.
  16. Елисеев, A. Зигзаги режима (билдәһеҙ). Seans Magazine (20 август 2018). Дата обращения: 8 июль 2020.
  17. Ekaterina Shulman (билдәһеҙ). Open Innovations (17 октябрь 2017). Дата обращения: 8 июль 2020. 2018 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
  18. Екатерина Шульман (билдәһеҙ). Moscow Urban Forum. Дата обращения: 15 апрель 2022.
  19. Екатерина Шульман (билдәһеҙ). «Деловой Квартал». Дата обращения: 15 апрель 2022.
  20. Почему Путин обновил СПЧ: реакция на «московское дело» или ротация? (билдәһеҙ) (22 октябрь 2019).
  21. Екатерина Шульман уехала в Германию для научной работы (билдәһеҙ).
  22. Программа «Статус» сезон 5, выпуск 32 (билдәһеҙ).
  23. Шульман уехала из России в Германию (билдәһеҙ).
  24. Федотова М. Минюст объявил Дудя и Шульман иноагентами (билдәһеҙ). «Коммерсантъ» (15 апрель 2022). Дата обращения: 15 апрель 2022.
  25. В доме, где 10 лет назад жила Екатерина Шульман, повесили листовки с ее фото и надписью «Она поддерживает украинских нацистов» (билдәһеҙ).
  26. В доме Екатерины Шульман, где она не живет уже 10 лет, расклеили листовки с ее фотографией и подписью «Она поддерживает украинских нацистов» (билдәһеҙ).
  27. Екатерина Шульман на сайте газеты Ведомости 2020 йылдың 14 апрель көнөндә архивланған., 2013—2020
  28. Шульман Е. М. Политические условия и факторы трансформации законотворческого процесса в современной России / диссертация … кандидата политических наук : 23.00.02. — М.: Рос. акад. нар. хоз-ва и гос. службы при Президенте РФ, 2013. — 172 с.
  29. Шульман, Екатерина Михайловна. Политические условия и факторы трансформации законотворческого процесса в современной России Архивная копия от 15 декабрь 2017 на Wayback Machine: автореф. дис. … канд. полит. наук : 23.00.02 / Шульман Екатерина Михайловна; [Место защиты: Рос. акад. нар. хоз-ва и гос. службы при Президенте РФ]. — Москва, 2013. — 23 с.
  30. Шихман, Собчак и «Подруги»: 10 популярных женских каналов в русскоязычном YouTube (билдәһеҙ). Forbes (28 апрель 2020). Дата обращения: 15 апрель 2022.
  31. Минюст внёс Юрия Дудя и Екатерину Шульман в реестр СМИ-иноагентов (билдәһеҙ). VC.ru (16 апрель 2022). Дата обращения: 15 апрель 2022.
  32. В закладки: YouTube-канал политолога Екатерины Шульман (билдәһеҙ). Wonderzine (9 март 2022). Дата обращения: 15 апрель 2022.
  33. Передача «Статус». Дата обращения: 8 июля 2020. Архивировано 8 июля 2020 года.
  34. Минюст России объявил Юрия Дудя и Екатерину Шульман иноагентами (билдәһеҙ). «В Томске» (16 апрель 2022). Дата обращения: 17 апрель 2022.
  35. YouTube канал Екатерины Шульман.
  36. Шентякова Анна Владимировна, Гришин Николай Владимирович МОБИЛИЗАЦИЯ ПОЛИТИЧЕСКОГО ПРОТЕСТА МОЛОДЕЖИ И РОССИЙСКИЕ ВИДЕОБЛОГЕРЫ: РЕЗУЛЬТАТЫ КОГНИТИВНОГО КАРТИРОВАНИЯ // Galactica Media: Journal of Media Studies. — 2021. — В. 2. — С. 88–109.
  37. Политолог Шульман собрала больше 3 млн рублей на правозащиту за два часа благотворительного стрима. Новая газета (22 февраля 2021).
  38. «ВКонтакте» заблокировала фан-группу Екатерины Шульман (билдәһеҙ). РБК (20 март 2022). Дата обращения: 17 апрель 2022.
  39. YouTube канал "Екатерина Шульман". "Набоков, писатель": презентация книги Михаила Шульмана на non/fiction. 06 декабря 2019 (8 декабря 2019). Дата обращения: 8 декабря 2019.
  40. Максим Петров.Екатерина Шульман: политолог с особым мнением.SYL.ru(13 марта 2017). Дата обращения: 26 июня 2017.Архивировано 28 марта 2020 года.
  41. Михаил Шульман.Пост в блоге Михаила Шульмана.Facebook(30 августа 2015). Дата обращения: 26 июня 2017.Архивировано 23 августа 2020 года.
  42. Россияне назвали Путина и Навального самыми вдохновляющими людьми (билдәһеҙ) (11 июнь 2020). Дата обращения: 7 декабрь 2020.
  43. Алексей Боржонов Путин и Навальный стали лидерами опроса «Левада-центра» о наиболее вдохновляющих людях для россиян Архивная копия от 13 июнь 2020 на Wayback Machine // TJ, 11.06.2020
  44. Журнал Glamour назвал Оксану Пушкину, Zivert и Екатерину Шульман "Женщинами года". Дата обращения: 18 февраль 2022.
  45. Награды за деятельность во благо адвокатуры, государства и общества. fparf.ruДата обращения: 15 декабря 2021.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]