Эстәлеккә күсергә

Ырымбур ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ырымбур ҡурсаулығы
Нигеҙләү датаһы 12 май 1989
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d][1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Етәксе орган Рәсәй Федерацияһы тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығы[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ырымбур, Рәсәй
Майҙан 21 653 гектар
Рәсми сайт orenzap.ru
Карта
 Ырымбур ҡурсаулығы Викимилектә

Ырымбур ҡурсаулығы (рус. Оренбургский заповедник — Рәсәй, Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан федераль әһәмиәттәге тәбиғәт дәүләт ҡурсаулығы

XХ быуат башының егерменсе йылдарында уҡ Ырымбур ҡурсаулығы ойоштороу идеяһы барлыҡҡа килгән.1975 йылда СССР Тәбиғәтте һаҡлау ғилми-тикшеренеү институты Ҡыуандыҡ районына экспедицияһы ваҡытында уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә тейелмәгән килеш һаҡланған даланы күрә. 1989 йылдың 12 майында Ырымбур дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ойошторола. Уның маҡсаты — бер нисә күрше — Волга аръяғы, Урал алды, Көньяҡ Урал һәм Урал аръяғы дала биләмәләрендә уникаль рәүештә һаҡланған ландшафттарҙы ҡурсалау һәм тергеҙеү тип билдәләнә.

2015 йылда ҡурсаулыҡ территорияһына бишенсе бүлексә — «Урал алды далаһы» өҫтәлеү арҡаһында 76 % киңәйтелә.

Ҡурсаулыҡ «Ырымбур» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының һәм «Шайтантау» ҡурсаулығының («Ырымбур ҡурсаулыҡтары» ФГБУ-һы) берләштерелгән дирекцияһы составына инә.

Ырымбур ҡурсаулығы биләмәһе

Ҡурсаулыҡ составына биш айырымланған майҙан инә, улар Ырымбур өлкәһенең биш муниципаль районына ҡарай: Первомайский — «Тал далаһы» (3200 га), Беляевка — «Бүртә далаһы» (4500 га), Ҡыуандыҡ — «Айтыуар далаһы» (6753 га), Светлый — «Әсесай далаһы» (7200 га), Аҡболаҡ районы һәм Беляев районы — «Урал алды далаһы» (16538 га).

Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны 38 191 гектар тәшкил итә. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә күп тарихи-археологик ҡомартҡылар урынлашҡан, улар араһында тәүге урындарҙы беҙҙең эраға тиклем VII—III быуатҡа ҡараған сармат мәҙәниәте ҡурғанлы ҡәберлектәре биләй.

103 Рәсәй ҡурсаулығы араһынан ул ғына шулай ҙур майҙанда урынлашҡан. «Ырымбур» ҡурсаулығының дөйөм майҙаның 90 % ашыуын дала биләй, шуға күрә уны Рәсәй буйынса иң далалы ҡурсаулыҡ тип атарға мөмкин.

Ҡурсаулыҡ ҡоро, континенталь климатлы Һауаһының уртаса йыллыҡ температураһы 2,5 °C. Ҡаты һыуыҡтарһыҙ ваҡыты 130 көн дауам итә. Йыллыҡ яуым-төшөм 250 ҙән 390 мм-ға тиклем тәшкил итә.

Ҡурсаулыҡ территорияһы биологик төрлөлөк менән айырылып тора. Уның һәм әйләнә-тирәһе (һаҡланған зона) флораһы 1350-тән ашыу юғары көпшәле төрҙән тора, улар 110 ғаиләгә һәм 517 ырыуға ҡарай. Ҡурсаулыҡтың үҙ территорияһында яҡынса 800 төр юғары көпшәле үҫемлектәр асыҡланған, был Ырымбур өлкәһе флора байлығының 48,7%-ын тәшкил итә, 53 төр мүктәр, 180 төр лишайниктар һәм 58 төр макромицет бәшмәктәр асыҡланған.

Ҡурсаулыҡ флораһы араһында һирәк осрай торған һәм юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында булған төрҙәр бар. Резерв территорияһында үҫкән үҫемлектәрҙең дөйөм һанынан 23 төр Рәсәйҙең Ҡыҙыл Китабына индерелгән. Өлкәнең Ҡыҙыл китабы [2] исемлегендә күрһәтелгән үҫемлектәрҙең 148 төрөнән 68 төр ҡурсаулыҡта табылған.

Ҡурсаулыҡ биләмәһенең үҙенсәлеге - тупраҡтың ныҡ татырлы булыуы, шуға унда сүл тибындағы үҫемлек комплекстары барлыҡҡа килгән. Ысын һәм ташлы дала майҙандары менән берлектә улар татырлы дала комплекстарын барлыҡҡа килтерәләр, төп ценоз булдырыусылар татырлы тупраҡтарҙа йәшәргә яраҡлашҡан айырым үҫемлектәр төркөмө[3].

Һөтимәрҙәр:

  • Пржевальский аттары / przewalskii Equus ferus
  • Сайға / saiga tatarica
  • Постановление Совета Министров РСФСР № 156 от 12.05.89 г. "О создании государственного заповедника «Оренбургский»
  • Мильков Ф. Н. Чкаловские степи. — Чкалов: Чкаловское книжное изд-во, 1947. — 92 с.
  • Бакирова Р. Т., Жарких Т. Л., 2015. Первый этап реинтродукции лошади Пржевальского в Оренбургском заповеднике. Подготовка инфраструктуры // Степной бюллетень. № 45, осень-зима. С. 62-64.
  • Бакирова Р. Т., Жарких Т. Л., 2016. Первый этап реинтродукции лошади Пржевальского в Оренбургском заповеднике. Завоз первой группы животных-основателей популяции // Степной бюллетень. № 46, весна. С. 45-49.
  • Степной заповедник «Оренбургский»: Физико-географическая и экологическая характеристика / Отв. ред. А. А. Чибилёв; Институт степи УрО РАН. — Екатеринбург: УрО РАН, 1996. — 168 с. — 600 экз.