Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы
Эльвира Юнысова | |||
Тыуған ваҡыты: | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Сибай ҡалаһы | ||
Һөнәре: |
актёр | ||
Гражданлығы: | |||
Театр: | |||
Наградалары: |
| ||
Сайт: |
Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4 ғинуар 1960 йыл) — театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, бер үк ваҡытта 1987—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1992) артисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова 1960 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәп менән бер рәттән музыка мәктәбен тамамлаған.
Урта белем алғас, Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлегенә уҡырға инә һәм уның өс курсынан һуң уҡыуын Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында (профессор Рәфҡәт Исрафилов курсы) дауам итә. Институттың өсөнсө курсында уҡығанда уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры спекталдәрендә уйнарға саҡырыла. Шул иҫәптән билдәле режиссёр Рәфҡәт Исрафилов сәхнәләштергән Әнғәм Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым…» драмаһында (1981) Гөлнариса, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт» комедияһында (1983) Зәмзәгөл кеүек төп ролдәрҙе башҡара. «Апалы-һеңлеле өсәү» драмаһындағы (Антон Чехов, русса — «Три сестры») Маша роле йәш актрисаның, 1983 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағанда, диплом эше була, икенсе йылына ул республикабыҙҙың төп драма театры сәхнәһендә күрһәтелә башлай.
1983—2008 йылдарҙа Эльвира Юнысова Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы һәм бер үк ваҡытта 1988—1995 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институты (2003 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) уҡытыусыһы. Театрҙа эшләү дәүерендә ул үҙен оҫта актриса итеп танытты һәм бер нисә быуын тамашасыларының ныҡлы һөйөүен яуланы.
Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда Эльвира Юнысова Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Шул уҡ йылдан ул даими нигеҙҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеттың рәйес урынбаҫары. Бер нисә йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советы, ә 2006—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзының президиум ағзаһы була. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе ағзаһы.
Спектаклдәрҙә һәм телефильмдә ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәмзәгөл (Йәйәүле Мәхмүт. Мостай Кәрим).
- Ғәлиә (Ғәлиә. Таһир Таһиров).
- Мария — Тереза (Ярлыҡау. Мостай Кәрим).
- Шәфәҡ (Ай тотолған төндә. Мостай Кәрим).
- Диләфрүз (Диләфрүзгә дүрт кейәү. Туфан Миңнуллин).
- Иркә (Әстәғәфирулла. Наил Ғәйетбай).
- Стелла (Иҫ китмәле мөгөҙлө ир. Ф. Кроммелинк).
- Дилемма (Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр. Туфан Миңнуллин).
- Мисс Гнусен (Кәкүк ояһы. К.Кизи романы буйынса Әхтәм Абушахманов спектакле).
- Гөлнур (Ҡанатланып ос һин, Толпарым. Флорид Бүләков).
- Миңниса, Бибинур (Бибинур, эй, Бибинур. Флорид Бүләков).
- Коринкина (Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр. А. Островский).
- Энид (Хәйерле иртә, Энид. В. Аллен)
- Рәшиҙә — Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһының «Ай ҡыҙы» нәфис телефильмы (2001, 2002).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007).
- Халыҡ-ара һәм Бөтөн Рәсәй театр фестивалдәре лауреаты.
- Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһы лауреаты.
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы.
Актёр тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Медиакорсеть» порталы. Айгуль ХАФИЗОВА. Эльвира Юнусова: «У актёров и депутатов много общего» 2013 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.)
- Талант, посвященный зрителям (К юбилею актрисы Эльвиры Юнусовой) (рус.)
- Актриса Эльвира Юнысова «Әбейүшкә@.тущка.ru» спектаклендә юбилейын билдәләй
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кто есть кто в Республике Башкортостане (рус.)
- Башкортостан Энциклопедия Юнусова Эльвира Ахтямовна (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 4 ғинуарҙа тыуғандар
- 1960 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Сибайҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- XXI быуат актёрҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Бәҙәр Йосопова исемендәге премия лауреаттары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары