Эспоо
Эспоо, йәки Эспо[10][11] (фин. Espoo [ˈespoː], швед. Esbo [ˈɛsbo] Эсбю[11]) —Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет, ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы (2017 йылдың 31 майына ҡарата 276 087 кеше[12]. Эспоо майҙаны 528,03 км² тәшкил итә, шуларҙың 312,29 км² — ҡоро ерҙәр, 17,94 км² эсәр һыуға тура килә, ә ҡалған 197,80 км²— диңгеҙ. Ҡала илдең көньяғында, Балтик диңгеҙенең Фин ҡултығы ярҙарында, Хельсинкинан көнбайыштараҡ, Уусимаа районында урынлашҡан. Үҙ эсенә Хельсинки, Ванта һәм Кауниайненды алған баш ҡала төбәгенә инә.
Эспоо рәсми рәүештә ике телле ҡала тип һанала. Күпселек 83,6 % халҡы туған теле кеүек фин телендә һөйләшә, шул уҡ ваҡытта аҙсылыҡ 8,3 %, швед телендә һөйләшә. Эспооның 8 % халҡы өсөн фин һәм швед телдәре туған тел түгел.
2012 йылға ҡарата Эспоо Финляндияның дотациялы муниципалитеты була, эшмәкәрлеген үҙ-үҙен финанслау иҫәбенә тормошҡа ашыра[13]. 2012 йылда муниципаль һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Эспоо ҡала советына ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө ҙур була (53 %)[14]. 2013—2015 йылдарҙа ҡала советы рәйесе булып Ысын финдар партияһы лидеры Сойни Тимор тора.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
|
Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2017 йылдың 18 ноябрендә ҡалаға Хельсинки метрополитенының көнбайыш линияһы килә.
Спорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалала Хонк футбол клубы бар, ул футбол буйынса Финляндия чемпионатының юғары лигаһында — Вейккауслига сығыш яһай, шулай уҡ фин СМ-Лигаһында сығыш яһаусы Эспо-Блюз хоккей клубы бар.
1999 йылдың 8 мартынан алып 14 мартына тиклем Арена Барон боҙонда ҡатын-ҡыҙҙар араһында шайба менән хоккей буйынса донъяның 5-се чемпионатының матчтары, шулай уҡ 3-сө урын өсөн матч үтә, унда хужалар командаһы Швецияның йыйылма командаһын 8:2 иҫәбе менән еңә һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионтаттарының биш тапҡыр бронза призеры була.
Мәҙәниәте һәм сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эспоола 1985 йылдан «Йәштәр театры» (швед. Unga Teatern) — Финляндияла балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң боронғо театр урынлашҡан[15].
Эспоо — билдәле Bodom of Children мелодик дэт-метал төркөмөнөң һәм уның ҡатнашыусыларының тыуған иле. Эспоола Бодом күле ята, уның ярҙарындағы фәжиғәле ваҡиға төркөмгә исем биргән. Эспо шулай уҡ RTPN электр-индастриалы коллективының тыуған иле.
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мормондарҙың ғибәҙәтханаһы
- Fortum компанияһының штаб-фатиры
- Хельсинкилағы Аалто университеты
- «Серена» аквапаркы
- Microsoft Mobile компанияһының штаб-фатиры
- Видеоуйындар эшләүсе Remedy Entertainment штаб-фатиры
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
-
Эспоо, Fortum компанияһының төп офисы
-
Хельсинкилағы Аалто университетының төп бинаһы, Эспоо
-
Кеиланиемила Microsoft Mobile команияһының төп офисы
-
Эспооның 55 районы
Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эстергомды, Венгрия
Гатчина, Рәсәй
Ирвинг, АҠШ
Кёге, Дания
Конгсберг, Норвегия
Кристианстад, Швеция
Нымме, Эстония
Сейдауркроукюр, Исландия
Шанхай, Ҡытай
Сочи, Рәсәй
Шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лаура Лепистё — фин фигурисы, Европа чемпионатында ил тарихында тәүгә яңғыҙ разрядта алтын миҙалға лайыҡ була.
- Петри Линдроос — Ensiferumфолк-метал төркөмөнөң йырсыһы, Norther төркөмөнөң ex-вокалсыһы
- Кими Райкконен — Формула-1 билдәле уҙышсыһы.
- Хямяляйнен Хелви — фин яҙыусыһы.
- Сама Ярви — яҙыусы, Remedy Entertainment сценарисы
Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2007—2012 йылдарҙағы осорҙа ҡала велосипедсылар өсөн иң хәүефһеҙ булып һанала (халыҡ һанына ҡарата һуңғы бәхетһеҙ осраҡ — йылына мең кешегә 0,085)[16].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эспоо Блюз
- Конвенция об оценке воздействия на окружающую среду в трансграничном контексте, также именуемая «Конвенция Эспо»
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ 2,0 2,1 https://www.acer-remit.eu/portal/export-public-eu-register (ингл.) — ACER.
- ↑ http://www.espoo.fi/en-US/City_of_Espoo/Organization/Mayor
- ↑ https://statfin.stat.fi/PxWeb/pxweb/fi/StatFin/StatFin__vaerak/statfin_vaerak_pxt_11ra.px/table/tableViewLayout1/ — ISSN 1797-5379; 1797-5387; 1797-5395
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Verkostot ja ystävyyskaupungit — Эспоо.
- ↑ Sister cities of Mumbai
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.) — MML.
- ↑ http://www.geopostcodes.com/Espoo
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ 11,0 11,1 Генштаб топокарта, баҫма 1991 г. 2017 йылдың 28 август көнөндә архивланған.
- ↑ KUNTIEN ASUKASLUVUT SUURUUSJÄRJESTYKSESSÄ . Tilastokeskus (29 октябрь 2014). Дата обращения: 27 август 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ Больше 100 муниципалитетов живут за счет госдотаций // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 9 август 2012. (Тикшерелеү көнө: 9 август 2012)
- ↑ Горсовет города Эспоо оказался «самым женским», самый «мужской» совет - в Утсйоки // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 29 октябрь 2012. (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2012)
- ↑ Unga teatern — teatteria lapsille ja nuorille (фин.). Unga Teatern. Дата обращения: 27 ғинуар 2018. Архивировано 27 ғинуар 2018 года. 2018 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Сейняйоки – самый опасный город для велосипедистов // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 17 июнь 2013. (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2013)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Муниципалитет Эспоо (фин.) (швед.) (инг.)