Эстәлеккә күсергә

Эссен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эссен
нем. Essen
БайраҡГерб
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Essen
Ҡыҫҡаса атамаһы E[1]
Архивы хранятся в Luisenschule Essen[d]
Дәүләт  Германия[2]
Административ үҙәге Gau Essen[d]
Административ-территориаль берәмек Дюссельдорф[d]
Сәғәт бүлкәте Үҙәк Европа ваҡыты[d], UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Рур[d] һәм Дайльбах[d]
Хөкүмәт башлығы Томас Куфен[d]
Ойошма ағзаһы association for pedestrian and bicycle-friendly cities, townships and districts in North Rhine Westphalia[d][3], Climate Alliance[d][4], Emschergenossenschaft[d][5], Мэры за мир[d][6], Städtetag Nordrhein-Westfalen[d][7] һәм краевой союз Рейнланд[d]
Халыҡ һаны 584 580 кеше (31 декабрь 2022)[8]
Ир-егеттәр 283 169[9]
Ҡатын-ҡыҙҙар 299 246[9]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 116 метр
Туғандаш ҡала Сандерленд[d], Тампере[d][10][11], Гренобль, Түбәнге Новгород, Тель-Авив һәм Забже[12]
Милке Essener Verkehrs-AG[d], Штадион ан дер Хафенштрасе[d], Стадион им. Георга Мельхеса[d] һәм Ruhrbahn[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Эссенская ратуша[d], Эссен, Дюссельдорф[d], Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Германия
Сиктәш Эннепе-Рур[d], Оберхаузен[d], Мюльхайм-ан-дер-Рур[d], Меттман[d], Бохум[d], Гельзенкирхен[d], Реклингхаузен[d], Ботроп[d], Фельберт[d] һәм Хайлигенхаус[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 210,34 км² (2016)[13]
Почта индексы 45127–45359
Рәсми сайт essen.de
Тасуирлау биттәре kek-online.de/medienkonz…
Урынлашыу картаһы
Портал открытых данных Essen Open Data Portal[d]
Тема иҡтисады economy of Essen[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 18 754
Урындағы телефон коды 201 һәм 2054
Номер тамғаһы коды E
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Эссене[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Essen[d]
Карта
 Эссен Викимилектә

Эссен (нем. Essen [ˈɛsən]) — Германияның көнбайышында Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Ҡала Рур өлкәһе һәм Рейн-Рур төбәктәренең үҙәгендә урынлашҡан. Кёльн, Дюссельдорф һәм Дортмундтан һуң ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала һәм мөһим иҡтисади үҙәктәрҙең береһе. Дюссельдорф административ округы составында 570 мең халҡы менән бойондороҡһоҙ ҡала булып, Эссен ГФР-ҙың эре ҡалалары исемлегендә туғыҙынсы урынды биләй. Эссен эре сәнәғәт концерны үҙәге булараҡ билдәле, ә 1972 йылдан, ҡалала күп профилле университет ойошторолғас, ул илдә Юғары мәктәптең мөһим үҙәге лә булып тора. 2003 йылда Эссен университетын Дуйсбург университеты менән берләштергәс, студенттар һаны буйынса был уҡыу йорто Германия университеттары араһында туғыҙынсы урынды биләй. 1958 йылдан Эссен шулай уҡ католик епархия үҙәге.

845 йылда Рур йылғаһы буйында ҡатын-ҡыҙҙар штифты (затлы сығышлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярым монастырь) кеүек барлыҡҡа килеп, Эссен беҙҙең ваҡытта «Рейн ерҙәренең край союзы» (Ландшафтсфербанд Райнланд, Landschaftsverband Rheinland) һәм «Рур төбәге союзы» (Регионалфербанд Рур, Regionalverband Ruhr) ағзаһы булып тора. «Рур 2010 — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» проекты сиктәрендә Эссен был проектта бөтә Рур төбәген күрһәтеп, «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» тип һайлана.

Яҡынса 800 йылда Изге Людгер хәҙерге заман ҡалаһы сиктәрендә ирҙәр монастыры Верденға нигеҙ һала, ул иртә христиан яҙыуының мөһим үҙәге була.

Күрше ҡалалар (көнсығыштантан сәғәт уғы буйынса):

  • Бохум
  • Хаттинген ( Эннепеталь-Рур округы)
  • Фельберт (Меттманн округы)
  • Хайлигенхаус (Меттманн округы)
  • Рурҙағы Мюльхайм
  • Оберхаузен
  • Боттроп
  • Гладбек (Реклингхаузен округы)
  • Гельзенкирхен

Ҡала халҡының һаны 2011 йылдың 31 декабрендәге мәғлүмәттәр буйынса ( 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып,) 565 900 кеше тәшкил итә (шул уҡ датаға ҡарата элегерәк 573 468 кеше була)[14]. 2000 йылдың 31 декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала 595 243 кеше йәшәгән, 1990 йылға — 626 973 кеше, 1970 йылға — 696 419 кеше йәшәгән[15].

800 йылда Верден аббатлығына нигеҙ һалына, унан Эссен тарихы башлана. Артабан рур бассейны ҡалаларын, шул иҫәптән Эссенды берләштереү башлана.

Эссенда уртаса йомшаҡ климат.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 3,9 5,1 8,3 12,4 17,1 20,0 21,6 21,6 18,4 14,0 8,1 4,9 13,0
Уртаса температура, °C 1,9 2,5 5,1 8,5 12,9 15,7 17,4 17,2 14,4 10,7 5,7 2,9 9,6
Уртаса минимум, °C −0,3 0,0 2,2 4,8 8,7 11,5 13,2 13,3 11,1 7,9 3,5 0,9 6,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 81 57 75 68 73 97 89 77 73 70 83 90 933
Сығанаҡ: World Climate

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эссен районының административ картаһы

Эссен ҡала округтарына (stadtbezirk), ҡала округтары ҡала кварталдарына бүленә (stadtteil).

  • Зильбербанк.
  • Цольферайн.

Эссен ҡалаһында иң эре газ-транспорт һәм газ һатыу E.ON Ruhrgas компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Messe Essen күргәҙмә комплексында йыл һайын донъялағы иң ҙур өҫтәл уйындары күргәҙмәһе — Spieltage Internationale үткәрелә.

Эссен ҡалаһында Deutsche Bundesbahn тимер юл дирекцияларының береһе урынлашҡан[16]. Классификацияның немец системаһы буйынса Эссен тимер юлы вокзалы беренсе категориялы вокзал була, был уны илдең 20 төп вокзалы иҫәбенә индерә.

Ҡалала метрограмдың өс линияһы эшләй. Эссендә Европаның иң ҙур автомобиль баҙары урынлашҡан.

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда, венгр Пече һәм төрөк Истанбулы менән Эссен Европаның мәҙәни баш ҡалаһы була.

Ҡалала Фолькванг художество музейы урынлашҡан

Туғандаш ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эссен ҡалаһы менән туғанлашҡан ҡалалар:[17]

Ҡара Ҡалып:Категорию

  1. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/essen.html
  4. http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  5. https://www.eglv.de/emscher-lippe/emschergenossenschaft/
  6. http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
  7. http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
  8. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.)DESTATIS, 2023.
  9. 9,0 9,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnisFederal Statistical Office.
  10. https://www.essen.de/dasistessen/international/partnerstaedte/tampere.de.html
  11. https://www.tampere.fi/en/organisation/international-affairs/twin-cities
  12. https://www.um.zabrze.pl/mieszkancy/samorzad/miasta-partnerskie/essen
  13. https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
  14. Тимер юл транспорты. Энциклопедия.: Ҙур Рәсәй энциклопедияһы м., 1995 88-89 стр.