Эстәлеккә күсергә

Юлбарис (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Юлбарис исем битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Юлбарис  — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Юлбарис исеме башҡорт һүҙе Юл һәм ғәрәп һүҙе Барис ҡушылып төҙөлгән. Юлда тыуған Барис тигәнде аңлата. Барис һүҙе — алдан күреүсе, аҡыллы мәғәнәһен аңлата.[1]

Икенсе сығанаҡта Юлбарис исеме башҡорт теленә юлбарыҫ һүҙе үҙгәреп ингән, бала юлбарыҫ һымаҡ көслө, батыр булһын тигән теләк менән ҡушылған исем тип аңлатыла.[2].

Юлбарыҫ Бикбулатов (1766—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 15-се Башҡорт атлы полкы командиры. Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы (1847—1922) — башҡорт старшинаһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы.

  • Юлбарисов фамилияһы
  • Юлбарисов Марс Хәбибулла улы (2 ноябрь 1963 йыл) — башҡорт эшҡыуары һәм меценаты. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды президенты.
  • Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы (22 ғинуар 1939 йыл) — ғалим-геолог, дәүләт һәм нефть сәнәғәте эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987).

Юлбарыҫ (рус. Юлбарсово) (элекке — Аҡҡужа рус. Аккужа, Иҫке Юлбарыҫ рус. Старое Юлбарсово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ